Мәҙәниәт

Боронғо йолаларҙы тергеҙеп...

26 майҙа Өфөнөң "Ватан" этно-паркында "Кәкүк сәйе" байрамы ойошторола. Сараның маҡсаты йола менән йәш быуынды яҡындан таныштырып, уны киләсәк быуынға еткереү.

11 май, 22:36

Сәхнәлә - халыҡ театрҙары

Киләһе "Алтын тирмә" төбәк-ара театрҙар фестивале Белорет районында үтәсәк. Конкурста еңеүсе исемен яулаған "Ирәмәл" ижади коллективы марафонды өс йылдан үҙҙәрендә ҡабул итә. Быйыл мәҙәни бәйге Учалы районында үтте, дүрт көн дауам иткән фестиваль барышында ике тиҫтәнән ашыу халыҡ театрҙары сығыш яһаны.

19 май, 21:21

Йәйге миҙгелгә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһап, йәйге миҙгелен асты. Йә иһә, ижади төркөм июнь тамамланғансы тамашасылар менән бергә буласаҡ. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына репертуарының иң яҡшы сәхнә әҫәрҙәрен тәҡдим итәсәк.

19 май, 21:16

Элвин Грей башҡорт ҡурайында уйнап күрһәтә

Ҡазандағы концерт ваҡытында ял итеү бүлмәһендә билдәле йырсы Элвин Грей башҡорт ҡурайында уйнап күрһәтә. Был халыҡ инструментын уға тамашасылары бүләк итә. Асыҡланыуынса, йырсы ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнай белә.

18 май, 15:01

Театр миҙгеле ябылды

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында 98 -cе ижад миҙгеле ябылды. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов был хаҡта матбуғат конференцияһында белдерҙе.

17 май, 23:45

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Бразилиялағы гастролдәре дауам итә

Әле бейеүселәр өс ҡалала сығыш яһаған да инде. Ансамбль сит илгә ике бүлектән торған концерт программаһы алып барған.

17 май, 23:06

Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле миҙгелде яба

24 майҙа «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле күләмле сара ойоштора. Сара миҙгел ябыу айҡанлы үтәсәк.

16 май, 11:07

Сәсәндәр әйтеше

Борондан сәсәндәр һәр йыйындың, байрамдың биҙәге булған, улар һабантуйҙарҙа, осрашыуҙарҙа сығыш яһаған, илдә барған теге йәки был ваҡиғаға үҙ фекерен белдергән.

12 май, 23:07

Бейеү - йәшәү рәүеше

Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында "Дуҫтар" халыҡ хореографияһы студияһында шөғөлләнеүселәр ҙур концерт ойоштороп, йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

12 май, 22:49

Бирешмә!

"Бирешмә" сериалында ҡатнашҡан йәш артистар "Тамыр" телеканалы менән берлектә Хәйриә концертын әҙерләй.

11 май, 22:42

Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре башланды

Альберт Пенькевич исемендәге поляк милли йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары концерт менән асылған тантанаға республикала йәшәүсе поляктар, уларҙың балалары, ҡунаҡтар йыйылды.

11 май, 22:07

Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивале

Бөгөн Люксембургтың Ларошет ҡалаһында фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет ултырышы башланды.

11 май, 21:54

Өфөлә сираттағы «Төнгө музей-2018» халыҡ-ара акцияһы уҙасаҡ

19 майҙа күләмле музей акцияһы үтәсәк. Республиканың музейҙары был акцияла һигеҙенсе йыл рәттән ҡатнашасаҡ. Быйылғы йылда сара ике мөһим тема буйынса ойоштороласаҡ.

11 май, 09:49

Магнитогорск ҡалаһы тәрбиәселәре халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына бала саҡтан һөйөү уята

Күптән түгел урындағы 9-сы балалар баҡсаһы "Ҡурай" башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштергән.

11 май, 00:34

Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров юбилей кисәһенә саҡыра

16 май Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Алмас Әмиров ижадташ дуҫтарын йыйып, юморға бай тамаша ойоштора. Сара барышында үҙе ҡуйған һәм уйнаған спектаклдәрҙән өҙөктәр, ҡыҙыҡлы сәхнәләштереүҙәр буласаҡ.

04 май, 23:15

Баймаҡта Буранбай Исҡужиндың хәтер кисәһе үтте

Күренекле, йор һүҙле яҙыусы Буранбай Исҡужиндың исеме уның ижадын һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ҡәләм оҫтаһының тормошо төрлө ҡаршылыҡтарҙан тороуы ла ижадсы хаҡында күп фекерҙәр ҡалдырҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Буранбай Исҡужиндың ижады Баймаҡ ере менән бәйле. Ошо көндәрҙә уның тыуған ауылы Байышта яҙыусының Хәтер кисәһе үтте.

04 май, 22:08

100 йыллыҡҡа - 100 объект

Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына Мишкә район үҙәгендә 1988 йылда төҙөлгән иҫке кинотеатр бинаһына капиталь ремонт эшләнә. План буйынса, бер йыл эсендә унда марий тарихи-мәҙәни үҙәген булдырыу күҙаллана. Төҙөлөш эштәре өсөн бюджеттан 53 миллион һум аҡса бүленер тип көтөлә.

03 май, 21:35

Бай тарихлы Баймаҡтар

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында "Тарих биттәре " тип аталған фестиваль-марафон үтте. Сара Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың100 йыллығына арналды.

30 апр, 21:24

Силәбелә әҙәби-музыкаль кисә үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәнең ойошторолоуына 55 һәм Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сарала республиканан барған яҙыусылар, шағирҙар ҙа ҡатнашты.

28 апр, 21:54

Республиканың 24 районынан йыйылған ижади коллективтар бер сәхнәлә

"Кушнаренко таңдары" тип аталған фольклор фестивале быйыл да йыр-моң һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Тамашасылар быуындан-быуынға күсә килә халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрҙе, милли йолаларҙы ҡараны.

27 апр, 21:17