Мәҙәниәт

Баймаҡ районы ауыл биләмәләренең Ғаилә йылына арналған смотр конкурсы тамамланды

Уның төп өлөшө төбәктең абруйлы ғаилә династияларына, йолаларға, традицияларға бағышланған репертуар булды.

15 мар, 11:47

“Башҡортостан” дәүләт киностудияһы кастинг иғлан итә

М. Кәримдең “Өс таған” әҫәрен йәнләндерер өсөн башҡорт телендә яҡшы һөйләшкән малайҙар талап ителә.

15 мар, 11:21

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған яңы баҫма

Китапты Республика Конституция суды әҙерләне. 180 биттә 212 рәсем урынлашҡан, был һүрәттәр туғыҙ бүлек һәм 80 мәҡәләне йәнләндерә. Һәр мәғлүмәт башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған.

14 мар, 18:15

Миллилек һәр саҡ модала

16 мартта ирҙәрҙең милли костюмына арналған семинар үтә. Был сара III Бөтә донъя “Мәргән уҡсы” традицион уҡтан атыу фестивале сиктәрендә үтә.

14 мар, 17:49

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһы Бөтә Рәсәй хореография конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ булды

Ил президенты ҡарамағындағы «Ал елкән» мәҙәниәт фонды ойошторған сарала Рәсәйҙең алдынғы ижади коллективтары сығыш яһаны. Башҡортостан намыҫын йәш ғәскәровсылар яҡланы. Яҡташтарыбыҙ башҡорт һәм испан бейеүҙәрен башҡарып «Замансалаштырылған халыҡ бейеүе» номинацияһында беренсе урын яуланы

13 мар, 19:42

Дыуан районында эшләп килгән мордва коллективы «Халыҡ» ансамбле исемен яуланы

Фольклор коллективына райондың Михайловка ауылында 1985 йылда нигеҙ һалына. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, шул ваҡыттан алып, Михайловкала уҙған бөтә сараларҙа коллектив әүҙемлек күрһәтә. Ололар, уҡыусылар һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмдәренән торған ансамбль бөгөн дә республика район-ҡалаларында ойошторолған фестивалдәрҙең даими ҡатнашыусыһы.

13 мар, 19:38

Моң көсө

Бөгөн Ҡалтасы районында үҙешмәкәр коллективтар, предприятие һәм ойошмалар араһында конкурс уҙа. Быйылғы мәҙәни сара республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына арнала. Шунлыҡтан конкурста төбәктә йәшәүсе йыр-моңға ғашиҡ йәше лә, олоһо ла ҡатнаша.

13 мар, 11:59

2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек башлана

Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә үткәреләсәк саралар планына Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙанов ҡул ҡуйҙы.

12 мар, 16:13

Илдар Абдразаҡов “Ирҙәр араһында иң яҡшы вокал башҡарыусы” номинацияһына лайыҡ булды

Был исем хаҡында “BraVo” I Халыҡ-ара профессиональ музыка премияһын тапшырыу тантанаһында иғлан ителде.

12 мар, 15:56

Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Зыязетдинов арабыҙҙан китте

Кисә, 11 март, Салауат ҡалаһы башҡорт драмма театры актеры Рим Зыязетдинов вафат булды.

12 мар, 15:51

Ауылымдың тоғро улдары

Әбйәлил районында ошондай исем аҫтында ир-аттар фестивале бара. Байрамға тыуған төйәгендә төпләнгән, матур итеп донъя көткән, балалар үҫтергән, эш урынында абруй яулаған уҙамандар саҡырыла. Хәлил мәҙәниәт йортонда ойошторолған сарала ошо ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙан егермегә яҡын ир-ат ҡатнашты.

09 мар, 21:04

Мәскәүҙә «Заман» этно-төркөмө концерты үтте

Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек ойошторолған коллектив башҡорт халыҡ музыкаһы йолаларын, уларҙың заманса сәнғәттә сағылышын бар донъяға таратыу менән шөғөлләнә. Ансамбль бер нисә тапҡыр республика мәҙәниәт министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары, шулай уҡ Башҡортостан башлығы Гранты менән дә бүләкләнгән.

09 мар, 20:14

Сәхнәлә сәмле ярыш - баттл!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары байрамдарҙа сәнғәт һөйөүселәргә үҙенсәлекле тамаша бүләк итте.

09 мар, 19:57

Цирк саҡыра!

Өфөнөң «Триумф» циркында Мысырҙан килгән билдәле дрессировщик Хамада Кута арыҫлан һәм юлбарыҫтар ҡатнашлығында премьера сығышын тәҡдим итте. Тамашаға республика төбәктәренән мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырылды.

08 мар, 19:59

Ҡартлыҡ беҙҙе өйҙә тап итә алмаясаҡ

Ошондай мәғәнә менән Иглин районында оло быуын вәкилдәре форумы үтте.

07 мар, 20:05

Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов М. Шолохов исемендәге Халыҡ-ара миҙал менән билдәләнде

Йәш яҙыусыға был награда Ҡаҙаҡ әҙәбиәте үҫешенә өлөш индергән өсөн бирелде.

06 мар, 17:28

Зәйнетдин Өфө сәхнәһен шаулатты

Башҡортостандың төп концерт залында билдәле музыкант, Мәсетле районы егете Заһир Зәйнетдинов тәүге концерт программаһы менән сығыш яһаны. Тамашасы алдында ул донъяның тиҫтәнән ашыу музыка ҡоралдарында уйнаны.

05 мар, 22:01

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә «Ҡыҙ урлау»

1958 йылда яҙылған әҫәр бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Комедияны Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләштергән. Спектакль «Бәләкәй ҡалалар театрҙарына ярҙам итеү» проекты сиктәрендә һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап Өфөлә тамашасы хөкөмөнә сығарылды.

05 мар, 19:35

Башҡортостанда Зәйнәб Биишева исемендәге премия тапшырылды

2017 йылғы премия лауреаттары - Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәзитов, профессор, ғалим Әкрәм Бейешев (үлгәндән һуң), «Күгәрсен хәбәрҙәре» гәзите журналисы Гөлдәр Абдуллина.

05 мар, 17:30

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығы тыуған Күгәрсен районында ла киң билдәләнде

Ғилми-ғәмәли кәңәшмәлә «Биишева уҡыуҙары»на йомғаҡ яһалды. Егерменән ашыу район-ҡаланан килгән уҡыусылар, уҡытыусылар асыҡ дәрес күрһәтте, фәнни эштәре менән таныштырҙы. Иң яҡшы фәнни эш авторҙарына иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Район мәҙәниәт һарайында уҙған тамашала әҙибәнең ижадташ дуҫтары, туғандары, ауылдаштары, уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты.

05 мар, 15:40