Мәҙәниәт

Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыуға 300 миллион һум бүлә

Киләһе йылға бюджетта ошо сумма ҡаралған тип белдерҙе Республика финанс министры Лира Иғтисамова. Башҡортостанға фольлориадаға 80-дән ашыу ил вәкилдәре килеүе көтөлә. Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков әйтеүенсә, фольклориада ҡунаҡтар һаны менән генә түгел, киңлеге, уҙғарыу майҙаны буйынса ла күләмле булырға тейеш.

13 ноя, 12:25

Өфөлә Ҡытай мәҙәниәте үҙәге асылды

Ул Нефть-техник университеты корпустарының береһендә урынлашты. Был үҙәк студенттарға һәм уҡытыусыларға Ҡытай теле һәм мәҙәниәтен өйрәнеү мөмкинлеге бирә. Уҡыу йорто етәксеһе, Республика ВУЗдары ректорҙары берлеге рәйесе Рәмил Бәхтизин һөйләй.

13 ноя, 11:42

“Башҡортостан тарихы биттәре” фестивалендә - шарандар

Республикала ошо исем аҫтында марафон-эстафета дауам итә. Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Шаран вәкилдәре сығыш яһай. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Артур Ғәбдуллин.

13 ноя, 10:55

“Башҡортостан! Һин минең яҙмышымда – нур!”

Өфөлә ошолай тип аталған Республика балалар ижады конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Конкурста инвалид балалар ҡатнашты. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы был аҙнала Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала үтә. Ойошма директоры Айгөл Әминева конкурс һөҙөмтәләре менән таныштыра.

12 ноя, 19:23

Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле концертын һәр кем ҡарай ала

Коллектив бөгөн Өфөлә “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” программаһын тәҡдим итә. Ул ансамблдең 80 йыллығына арнала. Концертта танылған һәм халыҡ һөйөүен яулған бейеүҙәр, шулай уҡ яңы хореографик композиция күрһәтелә. “Тамашана интернетта онлайн ҡарарға мөмкин”, - ти ансамблдең мәғлүмәт бүлеге етәксеһе Элиза Сынбулатова.

12 ноя, 18:39

“ЮлдашХит” - йылдың сағыу ваҡиғаһы

“ЮлдашХит” концертына әҙерләнә. 23 ноябрҙә беҙҙең радио Өфөнөң “Башҡортостан” концерт залында ҙур моң байрамы ойоштора. Музыка мөхәррире Риф Арыҫлан.

12 ноя, 16:17

Ишембайҙа "Сәләм" телеканалы күрһәтә башлай

Иртәгә ҡаланың мәҙәниәт һарайында башҡорт эстрадаһы артистары һәм телеканал хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында тамаша уҙғарыла. “"Сәләм" Башҡортостан райондарында муниципаль һәм урындағы телестудияларҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторолдо”, - ти телеканалдың баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

12 ноя, 15:33

Башҡортостан вәкилдәре Дағстанда халыҡ-ара конференцияла ҡатнашты

Был йыйын мосолман дин белгестәренең рухи мираҫын өйрәнеүгә, һаҡлап ҡалыуға бағышланды. Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты доценты Раушания Солтаҡаева.

12 ноя, 12:44

Милли йәштәр театры фестивалгә әҙерләнә

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Ҡырымда театр көҙө” милли театрҙар һәм Чебоксар ҡалаһында «Волга буйы әкиәте» Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша. Был турала театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Рәзилә Ырыҫҡужина хәбәр итә.

12 ноя, 11:40

Башҡорт өләсәйе илдең баш ҡалаһын яуланы

Мәскәүҙең Милләттәр йортонда билдәле ағинәй Альбина Исхаҡованың шәхси күргәҙмәһе асылды. «Мин яратам...» исеме аҫтында ойошторолған экспозицияла биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады өлгөләре тәҡдим ителде. Сарала башҡорт түшелдеректәре коллекцияһы менән танышырға, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

11 ноя, 21:11

Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһе үтте

Әҙәбиәт һәм сәнғәт байрамы. Тамашасылар залында йылдағыса буш урындар булманы - әҙәби-мәҙәни проект быйыл да бай йөкмәткеле программаһы менән иҫтәлекле булды. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

11 ноя, 21:10

Өфөлә «Мосафир» этник музыка форумы старт алды

Күләмле проект дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Республика башлығы грантына лайыҡ булғайны. Сара сиктәрендә донъяның билдәле продюсерҙары лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, Халыҡ-ара музыкаль аренаға сығыу, гастролдәр ойоштороу, үҙ-үҙеңде танытыу буйынса заманса ысулдар менән таныштыра. Форумды асыу тантанаһынан БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

11 ноя, 21:08

“Башҡортостан тарихы биттәре” фестивалендә - шарандар

Республикала ошо исем аҫтында марафон-эстафета дауам итә. 13 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Шаран вәкилдәре сығыш яһай. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Артур Ғәбдуллин.

11 ноя, 17:05

Ҡунаҡтар – “Мосафирҙа”

Өфөлә халыҡ-ара этник музыка форумы башланды. Унда төрлө илдәрҙән килгән медиа-менеджерҙар, музыка тәнҡитселәре һәм төркөмдәр ҡатнаша. Сараны ойоштороусы Фатима Янбаева һөйләй.

11 ноя, 13:44

Бөгөн балалар һәм йәштәр театрҙарының республика фестивале башлана

Ул төбәктә балалар һәм йәштәр театрҙарын, һәүәҫкәр театраль сәнғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән.

11 ноя, 10:10

Саҡмағоштар «Тарих биттәрендә- Башҡортостан» фестиваль-марафонын ҡабул итте

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Тарих биттәрендә- Башҡортостан» муниципалитеттар фестиваль-марафоны дауам итә. Саҡмағош районы вәкилдәрен бер майҙанға туплаған саранан БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

09 ноя, 19:50

Өфөлә «Гөлөстан» республика милли костюм фестиваль-конкурсы үтте

Сара Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Конкурста ҡатнашыусылар кейемдәрҙә дефиле күрһәтеп кенә ҡалманы, йырлап-бейеп, милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән дә таныштырҙы.

09 ноя, 00:04

Аҡбуҙат ҡайтты тыуған еренә

Йырҙарҙа йырланған, легендаларҙа һөйләнгән, унан бигерәк башҡорт халыҡ эпостарында телгә алынған Аҡбуҙат мәңгеләштерелде.

08 ноя, 23:57

Талха Ғиниәтуллиндың яҡындары һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙең ҡайғыһын республика етәкселеге лә уртаҡлашты

Талха Ғиниәтуллиндың ижады сағыу һүрәтләү алымдарына бай, уларҙа бар нескәлектәрендә урындағы пейзаж, тормош ысынбарлығы сағылдырыла, ерле һөйләш, халыҡ телмәре, әйтемдәр һәм мәҡәлдәр киң ҡулланыла.

08 ноя, 23:56

Өфөлә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды

Күргәҙмәлә төбәктең бер быуатлыҡ юбилейына бағышланған фотоконкурс еңеүселәренең ижад емештәре урын алған. Конкурсҡа 500-ҙән ашыу ижади эш ҡабул ителгән. Йәмәғәтселәр һәм фоторәссамдарҙан торған жюри биш номинация буйынса уларҙың 13-енә юғары баһа биргән.

08 ноя, 23:46