Мәҙәниәт

Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә Төбәк-ара башҡарыусылар конкурсы үткәреләсәк

Конкурс исеме йырсының иң популяр йырҙарының береһе менән ауаздаш – “Онотолор тимә”.

26 фев, 14:07

Башҡортостанда Айҙар Байыҡ Сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе үтә

Бәйге 1 мартта старт ала һәм 1 июнгә тиклем дауам итә. 12 июндә Торатау итәгендә сәсәндәр әйтеше ойошторола, еңеүсе шунда билдәләнә.

28 фев, 12:22

Туймазы районында бөгөн «Раймантау моңдары» тип исемләнгән гармунсылар конкурсы үтте

Биш тиҫтәнән ашыу гармунсы сығыш яһаған бәйге Туймазы районы кимәлендә генә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, башҡа төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар булды.

28 фев, 11:47

Яңы тамашалар көтөп ҡалабыҙ

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, федераль бюджеттан, Башҡортостан мәҙәниәте үҫешенә 81 млн һум бүленәсәк.

28 фев, 09:58

“Башҡортостан” киностудияһының етәксе вазифаһын алмаштырыу конкурсының еңеүсеһе билдәләнде

БР-ҙың ДАУ Киностудия “Башҡортостан”дың етәксеһе вазифаһын Хужахмәтов Азамат Шәриф улы башҡарасаҡ.

27 фев, 16:20

«Сулпылар»ҙан – «Голос. Дети» проектына

«Тамыр» телеканалында йондоҙ булып балҡыған башҡорт ҡыҙы Наҙгөл Отузова илдең төп телеканалында ойошторолған вокал конкурсының һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, популяр репер, композитор Баста командаһына эләкте.

26 фев, 20:07

Халыҡ шағирын иҫкә алайыҡ

26 февраль М. Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтә.

26 фев, 10:54

Боронғо бинаға яңы һулыш

Йылайыр районы үҙәгендә боронғо сауҙагәр йорто төҙөкләндерелеп йәштәр өсөн күңел асыу үҙәге асылды.

23 фев, 21:04

Ҡурсаҡтар кәйефте күтәрә, төрлө сирҙәрҙән һәм уңышһыҙлыҡтан аялай, йортҡа ҡот килтерә

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе ҡул эштәре оҫтаһы Вәсилә Әхмәтова тап шундай фекерҙә.

23 фев, 20:10

Ғаилә менән бергә!

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөн ғаилә менән бергә үткәреү матур йолаға әүерелеп бара. Ғаилә байрамы спорт ярыштары менән үрелеп барҙы.

23 фев, 18:44

Бөгөн Өфөнөң «Еңеү паркы»нда патриотик йырҙар яңғыраны

Тантаналы митингҡа йыйылыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары Миңлеғәле Шайморатов менән Александр Матросовтың батырлығын иҫкә алды. Сарала мәктәп уҡыусылары, хәрби-патриотик клуб ағзалары, шулай уҡ Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттарының ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашты.

22 фев, 22:47

Рәми Ғарипов тәржемәһендәге Ғүмәр Хәйәм робағилары факсимиль баҫмала нәшер ителде

Китап З. Биишева ис. Башҡортостан дәүләт “Китап” нәшриәтендә баҫтырылды.

22 фев, 16:48

“Төнъяҡ Амурҙары” менән Табын ырыуының төбәк ойошмаһы башҡорт яугирҙәрен иҫкә алыу флешмобын үткәрҙе

23 февралдә бөтөн ил халҡы Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. Тап ошо көндө 75 йыл әүәл башҡорт халҡының ҡаһарман улдары – 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов менән рядовой һалдат Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәнов батырҙарса һәләк булған.

22 фев, 14:10

Өфөлә “Урал батыр” байрамы үтте

21 февраль, М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында, туған телдәр байрамына арналған “Урал батыр” байрамы үтте.

22 фев, 09:22

«Башҡортостан - тыуған илем»

Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең концерты үтте. Мәҙәни сараға баш ҡаланың яҡташтар клубы ағзаларынан тыш, Германияла, Японияла, Санкт-Петербургта йәшәүселәр һәм шулай уҡ Төркиәнән, Ирандан, Ҡалмыҡстандан ҡунаҡтар килде.

21 фев, 22:05

Яҙҙың тәүге көнөндә Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма театры гастролдәре башлана

Быйыл 85 йыллығын билдәләгән театр коллективы баш ҡалаға өс спектакль алып килә.

21 фев, 18:52

50 йыл ғүмерен башҡорт театр һәм кино сәнғәтенә арнаған йондоҙ

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакированың ижад кисәһе үтте. Тамашасыға ул тиҫтәләрсә ролдәре аша яҡшы таныш. Бигерәк тә Флорид Бүләктовтың «Мәскәү-васютки» спектакле халыҡ хәтерендә.

20 фев, 19:00

Баймаҡ ҡалаһында оҫта ҡуллы ир-егеттәр конкурсы ойошторолдо

Унда Урал аръяғы райондарынан йыйылған оҫталар үҙҙәренең эштәрен халыҡ иғтибарына сығарҙы. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

20 фев, 18:47

21 февраль – халыҡ-ара туған телдәр көнө

Туған телдәр байрамы 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО тарафынан раҫланды һәм йыл һайын билдәләнеп тора. Был көндө бөтә донъяла лекция, конференция, семинар, концерттар уҙғарыла.

20 фев, 17:07