Мәҙәниәт

Өфөлә халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа арналған Хәтер кисәһе үтәсәк

Баш ҡалала Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтә.

15 фев, 12:37

Башҡортостанда биш меңдән ашыу мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы урынлашҡан

Архитектура яғынан бай тарихи объекттарҙы һаҡлап ҡалыу - төп бурыстарҙың береһе. Өфө үҙәгендә генә 19-20 быуаттарҙа төҙөлгән биш йөҙләп йорт һәм башҡа төр бина иҫәпләнә, бөгөн уларҙың бер нисәүһе тергеҙелә. Шулай уҡ «Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр» объектын өйрәнеү, һаҡлау, популярлаштырыу һәм уны ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса ла әүҙем эштәр алып барыла.

14 фев, 23:47

Ғөрөф-ғәҙәт, рухиәт - халҡымдан изге бүләк

Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се ҡала китапханаһында Ғаилә йылына арнап уҙғарылған сара шулай тип аталды. Байрамды китапхананың «Илһам шишмәләре» ижади түңәрәге ағзалары ойошторҙо.

14 фев, 22:42

Мөхәббәт боҙҙо иретә

«Юлдаш Plus» йәштәр радиоһы алып барыусылары Ғашиҡтар көнөн тыңлаусылары менән бергә һырғалаҡта үткәрҙе. Сара сиктәрендә төрлө конкурстар уҙғарылды, еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ «Ватан» этнопаркы биләмәһендә егет-ҡыҙҙар өсөн «Танышыу кисәһе» ойо

14 фев, 19:47

«Тамыр» балалар телеканалында яңы проект старт ала

«Ҡош юлы. Балалар» тип исемләнгән конкурста гитарала уйнап йырлаусы малай-ҡыҙҙар көс һынаша. Күптән түгел тапшырыуҙың тәүге сығарылышы эфирға төшөрөлгән.

14 фев, 18:49

Өфөләге Анна Лопатина йорто архитектура һәйкәле исемлегенә индерелде

Өфөлә Аксаков урамындағы Анна Лопатина йорто архитектура һәйкәле тип танылды.

14 фев, 17:20

Сибай дәүләт башҡорт драма театры өфөләргә «Әүлиә» спектаклен күрһәтте

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» повесы буйынса «Әүлиә»спектакле әҙерләп, республика тамашасылары алдында сығыш яһауын дауам итә.

14 фев, 15:32

Сергей Безруков: Башҡортостанда балалар театрҙарына финанс ярҙам күрһәтәсәктәр

Башҡортостандың балалар театрҙарына ярҙам йөҙөнән федераль бюджеттан аҡса бүленәсәк. Был хаҡта 13 февраль республикаға визит менән килгән актер Сергей Безруков белдерҙе.

14 фев, 14:39

Өфөнөң 7-се балалар музыка мәктәбендә Совет ғәскәрҙәрен Афғастандан сығарыуға 29 йыл тулыуға арналған сара үтте

Бөйөк Ватан һуғышы, Афған һәм Чечен һуғышы ветерандары ҡатнашлығындағы осрашыу музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығышы менән үрелеп барҙы. Ватанға һөйөү, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концертҡа Афған һуғышы ветерандары ла ҡушылды.

14 фев, 11:47

Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың яңы китабын беренсе булып алырға теләйһеңме?!

Иғтибар! Конкурс! Хөрмәтле дуҫтар! Яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың берәҙәк балаларҙың фажиғәле яҙмышы тураһында “Урам балалары” исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе. Уның “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ” исемле әҫәрҙәре һеҙгә яҡшы таныш.

14 фев, 09:55

Бөгөн Өфөлә опера йырсыһы Федор Шаляпиндың тыуыуына 145 йыл тулыуға арналған тантаналар үтә

Сәнғәт һөйөүселәр әйтеүенсә, бөйөк йырсыға арналған төп байрам сараларының Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел. Сөнки тап Өфө сәхнәһендә талант эйәһе тәүге ролдәрен башҡара. Ошонда ул үҙен опера йырсыһы итеп таныта.

13 фев, 13:47

Баймак районының Ишбирҙе ауылы һәүәҫкәрҙәре ретро йырҙар фестивале үткәрҙе

Концерттан йыйылған аҡсаны ауыл биләмәһе «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» проектына тәүге иғәнә итеп һалды.

13 фев, 11:47

Башҡортостанда Яҡтыкүлдә «Самрау» фестивале старт ала

Башҡортостанда Яҡтыкүлдә тәүге тапҡыр өс көнлөк «Самрау» һауала осоу фестивале уҙасаҡ. Төп саралар 21 февралгә ҡаралған: ун һауа шары Урал тауҙары аша осоп үтәсәк.

12 фев, 16:32

Өфөлә «Һөйгән йөрәктәр көнө» романтик велобайрамы уҙасаҡ

Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын күркәм сарала ҡатнашырға саҡыралар. Ул 18 февралдә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында үтәсәк.

12 фев, 14:48