Милли проектар

2024 йылға тиклем «Мәҙәниәт» милли һәм төбәк проекттары сиктәрендә Башҡортостанға 10 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк

Был турала ведомствоның киңәйтелгән ултырышында билдәләнде. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса, республикала милли проекттың барлыҡ бурыстары ла үтәлгән. «Мәҙәни мөхит», «Ижад кешеләре», «Һанлы мәҙәниәт» төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ғына 884 миллион һум аҡса тотонолған. Шулай уҡ алдағы биш йылда 85 мәҙәни объект буйынса яңы төҙөлөш, йә капиталь ремонт планлаштырылған. Осрашыу сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек мәсьәләһе лә ҡаралды. Төбәктең мәҙәниәт министрлығы күләмле юбилей даталары уңайынан мәҙәни саралар планы менән дә таныштырҙы.

14 фев, 22:25

Туймазыла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса майҙансыҡтар булдырыла

Әле районда меңдән ашыу евроконтейнер ҡуйылған. Улар урындағы хакимиәткә төбәк операторы тарафынан ҡуртымға бирелә. Үрге Бишенде ауыл биләмәһе башлығы Ринат Миңнуллин һөйләй.

13 фев, 19:43

«Экология» милли проекты сиктәрендә Туймазы районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса майҙансыҡтар булдырыла

Ауылдарға яңы евроконтейнерҙар. Халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелгән сара хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

12 фев, 21:55

Өфө районы Зубов ауылында балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды

Яңы бина 260 урынға иҫәпләнгән, бында кескәйҙәр өсөн уңайлы шарттар ҡаралған. Иркен спорт залы, музыка һәм психолог менән логопед бүлмәләре, тыуған тел һәм методик кабинеттар бар. Мәктәпкәсә учреждение мөдире Виктория Тарзимина һөйләй.

12 фев, 18:11

Өфөлә Республика онкология диспансерының яңы корпусы файҙаланыуға тапшырыла

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, онкодиспансерҙың яңы корпусы март аҙағында сафҡа инергә тейеш. Апрель-май айҙарында ҡорамалдар һатып алыу һәм ҡуйыу, уларҙы һынау үтә.

06 фев, 16:14

Әбйәлилдә "Үҫеш нөктәһе" үҫешә

Әбйәлил районының өс мәктәбендә цифрлы һәм гуманитар йүнәлешле “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәктәре асылды.

06 фев, 16:13

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын ремонтлау 780 миллион һумға барып баҫа

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, сметала алдан билдәләнгән сумма 80 миллионға артып киткән.

05 фев, 12:17

Йылайыр мәктәбендә “Сәләмәт йылмайыу” модуле файҙаланыуға тапшырылды

Йылайыр районында милли проекттар тормошҡа уңышлы ашырыла. “Ҡанатлан” республика мәғариф проекты сиктәрендә, Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында “Сәләмәт йылмайыу” модуле файҙаланыуға тапшырылды.

04 фев, 19:08

Борай ауылында яңы балалар баҡсаһы сафҡа инде

Социаль объект «Демография» милли проекты һәм Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы буйынса иҫке бина урынына төҙөлә. Ошо маҡсатта федераль һәм республика бюджетынан 98 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Яңы балалар баҡсаһы сиратта тороусы сабыйҙарҙы тулыһынса ҡабул итә ала. Борайҙарҙың шатлығын БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова уртаҡлашты.

01 фев, 23:25

Республикала балалар өсөн мобиль стоматология комплексы булдырыла

Уны март айына тиклем һатып алыу һәм файҙалана башлау планлаштырыла. Комплекс төпкөл ауылдарҙа балаларҙың сәләмәтлеген тикшереү мөмкинлеген бирә. Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин һөйләй.

31 ғин, 10:44

Башҡортостанда “Ҡанатлан” проектында ҡатнашыусылар һаны арта

Быйылдан унда һәр район һәм ҡаланан кәмендә тағы ике мәктәп ҡушыла. Республика Хөкүмәтендә үткән “Мәғариф сәғәте”ндә ошо турала хәбәр ителде. “Ҡанатлан” проекты былтыр башланды, унда 71 мәктәп ҡатнаша. 10 һәм 11 класта белем алған 2 меңгә яҡын уҡыусы өсөн өҫтәмә дәрестәр үткәрелә.

30 ғин, 16:00

23 марттан киләһе йылда муниципаль китапханалар ойоштороуға ғаризалар ҡабул ителә башлай

Уларҙы 9 апрелгә тиклем Мәҙәниәт министрлығына тапшырырға кәрәк. Китапханалар булдырыу “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

29 ғин, 16:17

Башҡортостанда милли проект буйынса 374 километр юл тәртипкә килтерелгән

Бының өсөн бюджеттан 3 миллиард 600 миллион һум аҡса бүленгән. “Хәүефһеҙ һәм имен юлдар” милли проектына ярашлы, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Ишембай райондарында трассалар ремонтланды.

29 ғин, 15:11

Виртуаль концерт залы

Башҡортостандың ике муниципалитеты виртуаль концерт залы ойоштороу өсөн федераль ҡаҙнанан 1-әр миллион һум аҡса ала.

29 ғин, 10:15

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең 2024 йылға тиклем эшмәкәрлек программаһы раҫланды

Документ Башҡортостан Башлығының сентябрь указдарында билдәләнгән 22 проект башланғысынан тора. Республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров ошондай төп бурыстар тороуы хаҡында белдерҙе.

28 ғин, 18:17

Башҡортостан ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек системаһы үҫеше өсөн аҡса ала

Республика хөкүмәте һәм Федераль Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммунициялар министрлығы араһында ошо турала килешеү төҙөлдө. 8 миллион 300 мең һумлыҡ субсидия "Һанлы иҡтисад" милли программаһына ярашлы бүленә.

28 ғин, 12:30

Сибайҙа виртуаль концерт залы барлыҡҡа килә

Ул "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы булдырыла. Виртуаль концерт залы булдырыу өсөн проектор, экран, ноутбук, акустика системаһы, сәхнә конструкциялары, монтаж һәм башҡа материалдар алына. Башҡортостанда 2024 йылға тиклем ошондай алты виртуаль концерт залы барлыҡҡа киләсәк.

27 ғин, 19:20

Башҡортостанда быйыл 72 фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ошо турала хәбәр итәләр. “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы, федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға 57 фельдшер-акушер пункты төҙөлә.

27 ғин, 16:07

Милли проекттар өсөн координация советы булдырыу мотлаҡ

Экология буйынса Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы һөҙөмтәлерәк итеү өсөн координация советы булдырыу мотлаҡ. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсих Хәмитов ошондай башланғыс менән сыҡты. Уның фекеренсә, был финанстар бүлеү һәм ойоштороу эштәрен тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк.

27 ғин, 12:37

Былтыр Башҡортостан юлдарында үлем осраҡтары кәмегән

Элекке йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 80-гә аҙыраҡ. Республика автоинспекцияһының эш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан эске эштәр министры Роман Деев етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә фекер алышыу булды.

24 ғин, 15:53