Милли проектар

Өфөнөң Профсоюздар йортонда республикала милли проекттарҙың үтәлешенә бәйле һорауҙар бөгөн ҡаралды

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары Башҡортостан Хөкүмәте йорто етәкселеге менән осрашты.

22 ғин, 21:35

“Экология” милли проектына ярашлы I һәм II класслы хәүефле ҡалдыҡтарҙы берҙәм федераль оператор эшкәртәсәк

“РосРАО” дәүләт унитар предприятиеһы лампа, аккумулятор, термометр һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы зарарһыҙландырыу өсөн ҡеүәтле ете комплексты йәлеп итер тип күҙаллана. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса ил халҡы йылына ғына бер миллиардҡа яҡын батарейка менән файҙалана.

22 ғин, 21:34

Республикала милли проекттар үтәлеше ҡаралды

Бөгөн халыҡ фронты вәкилдәре Башҡортостан етәкселеге менән осрашты. Ултырышта уҙған йыл һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, милли проекттар үтәлеше һәр ваҡыт иғтибарҙа.

22 ғин, 19:00

Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу системаһы индерелә

Әле сүп-сар сығарған өсөн ауыл халҡы – 35, ҡалала йәшәүселәр 70 һум түләй. 2024 йылға тиклем 10 полигон төҙөлә, ҡалдыҡтар йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйыла.

22 ғин, 18:18

Түңәрәктәргә - бушлай

Башҡортостанда балаларға өҫтәмә белем биреү сертификаттары бөтә район һәм ҡалаларҙа ҡулланыла башлай. Яңы система былтыр Өфөлә һәм 36 муниципалитетта индерелде.

22 ғин, 18:00

Мәктәптәрҙә түңәрәктәр бушлай

Яңы уҡыу йылынан республиканың 36 районында өҫтәмә белем биреү буйынса яңы проект эш башланы. Һәр бала дәүләттән бүленгән аҡса иҫәбенә, мәктәптән тыш, өҫтәмә белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йылына сертификаттың уртаса хаҡы 8 мең 800 һум.

22 ғин, 15:17

Республикала быйыл ике виртуаль концерт залы эш башлар тип көтөлә

Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында әйтелде. Юғары сәнғәт өлгөләрен күрһәтеүҙә махсуслашҡан был яңылыҡ "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашасаҡ.

22 ғин, 00:29

Сәнғәт мәктәптәренә - бер миллион һум

Быйыл республиканың ике балалар сәнғәт мәктәбенә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығынан 1-әр миллион аҡса бүленә. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе. Еңеүселәр конкурс барышында билдәләнгән.

21 ғин, 16:32

Башҡортостанда табиптар 353 кешегә артҡан

Республика етәксеһе был һанды быйыл 500-гә арттырыу бурысын ҡуйҙы. Радий Хәбиров муниципалитеттар башлыҡтарына белгестәрҙе йәлеп итеү һәм уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре менән шәхсән шөғөлләнергә ҡушты.

21 ғин, 13:51

Башҡортостанда 15 мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы федераль аҡсаға яңыртыла

Субсидияның дөйөм суммаһы 53 миллион һумдан ашыу. Аҡса "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы бүленә.

20 ғин, 15:22

Владимир Путин киләһе уҡыу йылынан медицина университеттарына ҡабул итеү тәртибен үҙгәртергә ҡушты

Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған студенттар һанын арттырыу бурысы ла ҡуйылды.

17 ғин, 16:00

Кушнаренко районы Ҡалтай ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә сафҡа инә. 600-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән балалар ҙа заманса шарттарҙа медицина ярҙамы аласаҡ. ФАП-та пациенттарҙы ҡабул итеү һәм процедуралар уҙғарыу өсөн айырым бүлмәләр һәм махсус ҡорамалдар ҡаралған. Яңы бинаға зәңгәр яғыулыҡ, һыу үткәрелгән.

16 ғин, 20:25

Баймаҡта ит ризыҡтары цехы асылды

"Игентау"ҙың ит продукцияһы Баймаҡ кибеттәрендә һатыла башланы.

14 ғин, 10:20

Балтас районы Яңы Ямурҙа ауылында егерме урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды

Мәктәпкәсә учреждение «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә сафҡа ингән. Төҙөлөш эштәренә сығымдар күп талап ителмәй. Ауыл үҙәгендәге буш административ бинаға капиталь ремонт яһау һәм уңайлы шарттар булдырыуға ни бары ике миллион һум аҡса талап ителә.

13 ғин, 20:00

Өфө халҡы байрамдан ҡалған шыршыны утилгә тапшыра

Яңы йыл байрамына биҙәлгән шыршылар менән хушлашыу мәле лә етте. Ошоға тиклем байрамдың төп биҙәге булған йәшел ҡуршыҡайҙар сүплеккә оҙатылһа, хәҙер уларҙы хужалыҡта файҙа килтерерлек итеп утилләштерәсәктәр. Ҡабул итеү пункттары хаҡында ҡала хакимиәтенең сайтында белешмә алырға мөмкин.

11 ғин, 19:59

Киләһе йылда республика ҡалаларында 8 вертолет майҙансығы барлыҡҡа килә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса санитар авиацияны ҡайтанан тергеҙеү бурысы ҡуйылған. Быйыл вертолет майҙансығы Өфөлә Республика клиник перинаталь үҙәге янында асылды. Киләсәктә ошондай урындар Нефтекама, Асҡын, Сибай, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Белорет һәм Өфөлә барлыҡҡа килә.

31 дек, 11:16

Белоретта бөгөн һөт кухняһы асыла

Бушлай һөт аҙыҡтары 1 мең 200-гә яҡын балаға таратыла. Бында Учалы, Архангел райондары сабыйҙары ла һөт ризығы менән тәьмин ителәсәк. Белорет районы хакимиәте белгесе Эльза Мөхәмәҙиева һөйләй.

30 дек, 12:09

Яңы йыл алдынан республикала мәҙәниәт усаҡтары һаны тағы ла икәүгә артты

Дыуан ауылында социаль-мәҙәни үҙәк, Үрге Ҡыйғыла мәҙәниәт йорто файҙаланыуға тапшырылды. Байрам тантаналарынан БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

27 дек, 23:30