Мәғариф һәм фән

Өфө дәүләт нефть техник университеты Татарстандың алдынғы юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Бөгөн ике республика вуздары араһында ошо туралағы килешеү төҙөлдө. Башҡортостан менән Татарстан нефть сығарыу һәм эшкәртеү өлкәһендә алға киткән төбәктәрҙең береһе. Ике республиканың да иҡтисад нигеҙе тап ошо тармаҡҡа бәйле. Шуға күрә был өлкәлә белгестәр әҙерләү көн талабы.

18 апр, 22:40

Татарстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә бер төркөм педагогтар Өфөнөң 65-се татар гимназияһында булды

Күрше республиканың мәғариф һәм фән министры Рәфис Борғанов етәкселегендәге делегацияны уҡыусылар милли йолалар менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар белем усағы эшмәкәрлеге менән ентекләп танышты. Һәр бүлмә мультимедиялы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, уҡыу әсбәптарына ҡытлыҡ күҙәтелмәй.

18 апр, 23:02

Башҡортостанда автономияға нигеҙ һалыусыларҙың мәҡәләләре һәм фәнни хеҙмәттәре йыйынтыҡ булып баҫыла

Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың киң ҡатлам уҡыусыларға билдәле булмаған мәҡәләләре һәм фәнни хеҙмәттәре айырым йыйынтыҡ булып баҫыла. Уны әҙерләү буйынса эшсе төркөмдөң тәүге ултырышы уҙҙы. 20 быуат башында Башҡортостанда баҫма әҙәбиәт ғәрәп графикаһында нәшер ителеүе билдәле.

17 апр, 22:56

Бөгөн Татарстандың бер төркөм яҙыусылары Өфөнөң 84-се татар гимназияһы уҡыусылары менән осрашты

Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә 1987 йылда төҙөлгән белем усағы 17 йыл элек татар гимназияһы итеп үҙгәртелә. Әлеге көндә бында 1 мең 300 бала белем ала, 51 синыфтың яртыһынан күбеһе татар телен туған тел булараҡ өйрәнә.

17 апр, 22:52

Башҡортостанда Татарстан көндәре сиктәрендә фән академиялары президиумы ултырышы үтте

Уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ғалимдар берләшергә тейеш. Бөгөн Башҡортостанда Татарстан көндәре сиктәрендә ике республиканың фән академиялары президиумы ултырышы үтте.

17 апр, 22:51

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан яңы энциклопедия донъя күрҙе

Ике меңгә яҡын мәҡәләне үҙ эсенә алған баҫмала мәғлүмәт рус һәм инглиз телдәрендә бирелгән. Республиканың үткәне, бөгөнгөһө тасуирланған китапта иҡтисад, сәйәсәт, мәҙәниәт, мәғариф, экологияға ҡағылышлы материалдар менән танышырға мөмкин. Энциклопедия фотоһүрәттәр, карта, графика менән байытылған.

16 апр, 22:55

Һынауҙар - күҙәтеүҙә

Республика мәктәптәрендә имтихан ваҡытында йәмәғәт күҙәтеүселәре арта. Быйыл йомғаҡлау аттестацияһында 300-гә яҡын кеше эшләй.

16 апр, 12:03

Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылы мәктәбе 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнә

Илебеҙ өсөн ауыр йылдарҙа, граждандар һуғышы йылдарында барлыҡҡа килә мәктәп. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төбәк халҡын аң-белемгә әйҙәүсе үҙәккә әйләнә. Мәктәптә тәүге мөғәллимдәрҙең исемдәре ҡәҙерләп һаҡлана. Республиканың тиңдәше булған белем усағында махсус музей ойошторолған. Унда мәғариф усағына нигеҙ һалынған һәр шәхестең исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған.

12 апр, 21:47

Башҡортостанда йыл әйләнәһенә һәләтле балаларҙы ҡабул итерлек лагерь асылыуы планлаштырыла

Ул Сочи ҡалаһының билдәле "Сириус" белем биреү үҙәге ише сәнғәт, спорт, тәбиғи фәндәр өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға эйә балаларҙы үҫтереү буйынса эш алып барасаҡ.

12 апр, 21:39

Республикала лингвистик гимназиялар асыла

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем ошондай 12 белем усағын асыу планлаштырыла. Был турала бөгөн Башҡорт теле уҡытыусылары съезында Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе. (а1)

12 апр, 16:08

Башҡорт телен уҡытыу заманса булырға тейеш

Шулай тип белдерҙе Республика етәксеһе Радий Хәбиров. Ул Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезында сығыш яһаны. (а1)

12 апр, 11:15

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1-се Бөтә Рәсәй съезы эш башланы

Сарала республика мәктәптәре педагогтарынан тыш, Санкт-Петербургтан Ханты-Манси автономиялы округына тиклем Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша. Форумға 600-ҙән ашыу делегат килгән. Съезд "Торатау" конгресс-холында асылды. Тантанан һуң делегаттар Өфө мәктәптәрендә оҫталыҡ дәрестәре ҡараны.

12 апр, 00:13

Башҡорт теле уҡытыусылары бер майҙанда

Өфөлә туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы башланды.

11 апр, 15:44

Башҡортостанда мәғариф сәғәте үткәрелде

Был аҙнала тәүге тапҡыр Мәғариф сәғәте ойошторолдо. Һорауҙар ысынлап та күп. Уҡытыу аҙнаһын биш көнлөк итеп ҡалдырыу тураһында ҡарар сығыу менән был өлкәлә һорауҙар тағы артты. Әммә, республика етәкселегенең позицияһы ҡәтғи – бер фәнгә лә хилафлыҡ килтермәй биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү.

07 апр, 01:25

Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ. Был проблема бөгөн тәүге тапҡыр ойошторолған Мәғариф сәғәтендә күтәрелде.

05 апр, 00:01

Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ. Был проблема бөгөн тәүге тапҡыр ойошторолған Мәғариф сәғәтендә күтәрелде.

04 апр, 22:38

Башҡортостанда Милли мәғариф идаралығы булдырыла

Әле ошоға бәйле проект әҙерләнә. "Ведомство ҡарамағындағы яңы идаралыҡта эшләргә тейешле 15 белгескә юғары һөнәри талаптар ҡуйыла”, - ти Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин. (а1) (к1)

04 апр, 14:35

Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезына республика төбәктәрендә әҙерлек саралары башланды

Әбйәлил районында ла делегаттар һайлау буйынса тәүге ултырыш үтте. Сара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын ғына түгел, ғөмүмән, телдең киләсәге өсөн борсолған балалар баҡсалары тәрбиәселәрен дә бергә йыйҙы. Осрашыу сиктәрендә төбәк мөғәллимдәре дәүләт теленә бәйле докладтар менән сығыш яһаны. Милли мәғариф, уҡыу-уҡытыуҙағы мәсьәләләр тикшерелде.

03 апр, 23:46

10-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтәсәк

Республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған сара “Торатау” конгресс-холында уҙа. Съезда Башҡортостанда һәм Рәсәй субъекттарында башҡорт телен өйрәнеү, уны һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Ике көн дауам иткән сараға Саха-Яҡут, Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ республикаларынан һәм Кавказдан ҡунаҡтар килер тип көтөлә.

03 апр, 23:05

Ғафури районы Табын ауылында коррекция мәктәбе асылды

Мәктәп 2000 йылда төҙөкләндерелә башлай. Әммә корпусты файҙаланыуға тапшырыу кисектерелеп килә. Табын халҡы социаль селтәрҙәр аша Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә.

02 апр, 14:05