Мәғариф һәм фән

Башҡортостан Фәндәр академияһында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса махсус майҙансыҡ барлыҡҡа килгән

Уны уҙған йылдың ҡаҙанышы тип атарға мөмкин. Әле республиканың 56 предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөлгән. Йәғни, уларҙың хеҙмәткәрҙәре етештереүсәнлекте күтәреү, уңышлы эш алымдарын үҙләштереү буйынса белемен камиллаштыра ала, үҙ ҡеүәтен баһалай.

22 фев, 22:37

Иң яҡшы айти проектҡа 100 мең һум

Өфөлә үткән һанлы технологиялар көнөндә уҡыусыларҙың асыштары араһында конкурс уҙғарылды. Уҡыусылар араһындағы ярыш Башҡортостан фәндәр академияһы, Фәнгә булышлыҡ һәм үҫеш фонды тарафынан ойошторолған. Сара сиктәрендә пилотһыҙ осоу аппараттары, 3Д моделдәр, вируталь ысынбарлыҡ, үҙ асыштарыңды интернет киңлектәрендә танытыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде. Айти оҫталары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.

22 фев, 22:37

Бөгөн Күгәрсен районы Воскресенка ауылы ҙур ҡыуаныс кисерә

Капиталь ремонттан һуң урта мәктәп ишектәрен асты. Төҙөкләндереү эштәре барышында уҡыу бүлмәләре яңыртылды, йылытыу, һыу, канализация системалары алмаштырылды. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге педагогик мәғлүмәт етәксеһе Фәйрүзә Ибраһимова.

21 фев, 20:04

Бөгөн Стәрлетамаҡта «Кейекбаев уҡыуҙары» уҙҙы

Фәнни –ғәмәли конференция мәғарифте үҫтереү институты, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ғалимдары һәм ҡала хакимиәте менән берлектә ойошторолдо. Башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Эльвира Рәхимова һөйләй.

21 фев, 19:05

Ул Учалыла тороп Ҡытайҙағы уҡыусыларға белем бирә

Яҡташыбыҙ Руслан Шәймәрҙәнов коронавирус таралыу сәбәпле тыуған яғында ҡалырға мәжбүр булған. Педагог менән хәбәрсебеҙ Гәүһәр Мозафарова осрашты.

21 фев, 19:04

Республика мәктәптәрендә һәр шәмбе тематик дәрестәр уҙғарыла башлай

Унда ата-әсәләр, уҡыусылар һәм уҡытыусылар бергә ҡатнаша. Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, был үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә. Уҡытыу 5 көнлөк системаға күсерелгәндән һуң аҙнаның алтынсы көнөндә ошондай саралар ойоштороу мөмкинлеге тыуҙы, ти министр Айбулат Хажин.

21 фев, 15:03

Өфөлә “Мин - профессионал” Бөтә Рәсәй олимпиадаһының икенсе этабы үтте

Унда Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан, шул иҫәптән Башҡортостандан медицина уҡыу йорттарының 4-6 курс студенттары ҡатнашты. Улар араһында Башҡорт Дәүләт медицина университетының 6 курс студенты Альбина Динисламова бар.

20 фев, 19:06

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары энциклопедиялары булдырыла

Бөгөн төрлө төбәк вәкилдәре китапҡа мәғлүмәт туплау буйынса конференцияға йыйылды. “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәте директоры Уйылдан Сәйетов.

20 фев, 18:04

Башҡортостанда дәүләт имтихандары барышын интернетта ҡарарға була

Бөгөн “Мәғариф сәғәте” ултырышында ошо турала әйтелде. Былтыр илдә “Берҙәм дәүләт имтиханын күҙәт” тигән портал эшләне. Унда 11-се класс уҡыусыларының һынауҙы нисек үтеүҙәрен онлайн күҙәтеп барырға мөмкин ине. Быйыл республикала “Төп дәүләт имтиханын күҙәт” тигән проект тормошҡа ашырыла.

20 фев, 18:02

Күмертау ҡалаһында авария хәлдендәге мәктәп яҙмышы хәл ителә

Пятки ҡасабаһы халҡы белем йорто иҫкереүгә зарлана. Бөгөн хөкүмәттә "Мәғариф сәғәте"ндә был ауылда яңы мәктәп төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Республика башлығы Радий Хәбиров теманы ентекле өйрәнергә ҡушты.

20 фев, 18:00

Башҡортостанда уҡыусыларҙың белеме баһалана

Бөгөн “Мәғариф сәғәте”ндә республика мәктәптәренең халыҡ-ара рейтингтарҙа ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралды. Быға тиклем уҡыусылар өс программала белемен һынап ҡараған. Ике рейтингта Башҡортостан балалары яҡшы һөҙөмтә күрһәткән, береһендә күрһәткестәр түбәнерәк.

20 фев, 16:01

Өфөлә «Мин – профессионал» Бөтә Рәсәй олимпиадаһының икенсе этабы үтә

Өсөнсө тапҡыр уҙған конкурс Башҡорт дәүләт медицина университетының симуляциялар үҙәге нигеҙендә ойошторола. Ярышта Өфө һәм күрше төбәктәрҙең 4-6 курс студенттары көс һынаша. Буласаҡ медиктар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

20 фев, 11:52

11-се класс уҡыусылары ата-әсәләре менән бергә сығарылыш имтихандарын тапшырып ҡараны

Һынауҙарҙы Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо. Ведомство башлығы Айбулат Хажин һөйләй.

18 фев, 15:01

Ауылдарҙағы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр янында театр түңәрәктәре асыла

Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров ошо хаҡта хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, заман технологиялары йылдам үҫешеүгә ҡарамаҫтан, кеше ябай һәм тәбиғи тамашаларға мохтаж. Ул ведомство етәкселегенә ауылдарҙағы балалар театр...

18 фев, 13:02

Башҡортостанда быйыл балалар баҡсалары төҙөлөшөнә 3 миллиард һум йүнәлтелә

“Демография” милли проекты буйынса федераль бюджеттан да аҡса бүленә. Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, быйыл район һәм ҡалаларҙа 24 балалар баҡсаһы барлыҡҡа килергә тейеш. Былтыр 22 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды.

18 фев, 12:45

Рәсәйҙә 15 ғилми-мәғариф үҙәк була

Уларҙың береһен Башҡортостанда асыу күҙаллана. Үҙәк республикалағы университеттар, шулай уҡ предприятиелар нигеҙендә эшләйәсәк. Химия, энергетика, медицина, аҡыллы машиналар һәм авиация кеүек йүнәлештәргә ҙур иғтибар биреләсәк, ти белгестәр. Федерация Советы Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова.

18 фев, 12:34

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы быйыл 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Педагогик бәйгегә әҙерлек сиктәрендә Республика Мәғарифте үҫтереү институтында семинар уҙғарылды. Унда район-ҡалаларҙан һәм күрше өлкәләрҙән муниципаль этаптарҙа еңеү яулаған, артабанғы конкурста үҙ көсөн һынап ҡарарға теләгән уҡытыусылар ҡатнашты. Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге баш белгесе Гөлфирә Миңлеәхмәтова.

18 фев, 10:16

Башҡортостандың донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ойоштороу мөмкинлектәре юғары

Был турала Радий Хәбиров стратегик сессия ултырышында белдерҙе. Әлегә федераль конкурсҡа әҙерлек бара. Республика етәксеһе билдәләүенсә, эре сәнәғәт предприятиелары проектта ҡатнашыу теләген белдергән. Фән менән бизнестың берләшеүе – үҫеш, алға китеш билдәһе. Белем, технологиялар һәм кадрҙар – үҙәк эшмәкәрлеге төп өс продукт әҙерләүгә йүнәлтеләсәк.

17 фев, 22:39

Фән, бизнес һәм юғары мәктәп кооперацияһы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәген булдырыу мәсьәләләренә арналған стратегик сессия ултырышы башланды. Үҙәк республикалағы университеттар, шулай уҡ предприятиелар нигеҙендә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Химия, энергетика, медицина, аҡыллы машиналар һәм авиация кеүек йүнәлештәргә ҙур иғтибар бирелә. Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова.

17 фев, 19:02

Республикала башҡорт телендә бушлай курстар үтергә мөмкин

Ул "Башҡортостанда дәүләт һәм халыҡтар телдәрен һаҡлау, үҫтереү" программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был бурыс Мәғарифте үҫтереү институтына йөкмәтелгән. Күптән түгел, курстар Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларында ойошторолдо. Институттың кафедра доценты Әхәт Илмөхәмәтов һөйләй.

17 фев, 16:05