Мәғариф һәм фән

Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаусыларға өҫтәмә 11 балл

Рәсәйҙең мәғариф буйынса федераль законына үҙгәрештәр индерелде. Ҡануниәткә ярашлы, бынан ары абитуриенттың Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә бонус биреү ҡаралған.

26 июл, 22:25

Шәмбе мәктәптәр иртәнге сәғәт 8-ҙән кискә тиклем асыҡ була

Балалар өсөн түңәрәктәр һәм спорт секциялары эшләй. Был хаҡта республика Мәғариф министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

26 июл, 15:06

Башҡортостанда сығарылған картуф яҡшы уңыш бирә

Ғалимдар ике тиҫтәнән ашыу бәрәнге төрөн уйлап сығарған. Улар беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлашҡан, төрлө ауырыуҙарға бирешмәй. Башҡорт дәүләт аграр университеты кафедра мөдире Даян Әйүпов һөйләй.

26 июл, 12:04

Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү тамамлана

Абитуриенттарға бөгөн киске алтыға тиклем документтарҙы тапшырып өлгөрөргә кәрәк. Иртәгә бюджет нигеҙендә уҡырға инеүселәр исемлеге иғлан ителә.

26 июл, 07:02

Туймазы ҡалаһындағы мәктәпкә кран ҡолаған

Беҙҙең ижади төркөм Туймазы ҡалаһынан ҡайтҡас ашығыс хәбәр алды. Мәктәп бинаһына кран ҡолаған. Эшселәр араһында йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Милеккә зыян килеү тураһында мәғлүмәт хәбәр ителмәй.

25 июл, 21:27

Туймазы ҡалаһында 5-се урта мәктәптә төҙөкләндерелә

Белем усағына – яңы һулыш. Туймазы ҡалаһындағы 5-се урта мәктәптә төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Уҙған быуаттың илленсе йылдарында һалынған бина иҫкереп сафтан сыға. Реконструкция эштәре башҡарылғансы малай-ҡыҙҙар ҡала колледжында белем ала. Төҙөлөштә ниндәй ҡатмарлыҡтар бар һәм мәктәп асылыуын ҡасан көтөргә? Һорауға яуап БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

25 июл, 21:26

Башҡортостан “Мәғариф” милли проекты буйынса субсидияға эйә булды

Алдағы өс йылда республикала һанлы һәм гуманитар йүнәлешле 133 белем биреү үҙәге, балалар технопарктары барлыҡҡа килә. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, федераль проект буйынса мәктәп лабораторияларына яңы ҡорамалдар, кәрәк-яраҡтар һатып алына.

25 июл, 10:00

Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» акцияһы старт алды

Теләге булған һәм хәленән килгән һәр кем 1 сентябрҙә мәктәпкә барасаҡ уҡыусыға ярҙам итә ала. Акция ишле, имен булмаған, ауыр тормош хәлендәге ғаиләләрҙең балаларына тәғәйенләнә.

24 июл, 23:28

Сәнғәт мәктәптәренә 11 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә

Был “Мәҙәниәт” Милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты буйынса башҡарыла. Финанс ярҙам музыка ҡоралдары, йыһаздар һәм башҡа кәрәк-яраҡ алыу өсөн тотонола.

24 июл, 09:06

Республикала донъя кимәлендәге фәнни-мәғариф үҙәге асыла

Ошо туралағы күрһәтмәгә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Эшсе төркөм ағзаһы Елена Арямнова:

24 июл, 09:03

Башҡортостанда ике йыл эсендә 53 яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 29 объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Тағы 24 балалар баҡсаһы киләһе йылда асылырға тейеш.

24 июл, 08:00

Өфө ғалимы сифатлы аҡһым алыуҙың еңел ысулын уйлап тапҡан

Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты хеҙмәткәре Азат Ҡолоев браззеин үҫемлегендәге кеүек татлы аҡһым етештереү юлын уйлап тапҡан. Уны йәш ғалим кишер күҙәнәктәре ярҙамында сығарған.

23 июл, 23:37

Башҡортостан «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә федераль субсидияға эйә булды

Башҡортостан «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә федераль субсидияға конкурста еңеп сыҡты. Федераль тармаҡ министрлығы 2020-2022 йылдарҙа милли проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса грантҡа асыҡ конкурс иғлан иткәйне. Килгән мөрәжәғәттәр араһынан иң лайыҡлылары һайлап алынды. Һөҙөмтәлә Башҡортостан субсидия алыуға өлгәшкән төбәктәр араһына индерелде.

23 июл, 23:34

Быйыл республика мәктәптәрен тамамлаған егет һәм ҡыҙҙарҙың 10 меңдән ашыуы бюджет урындарына дәғүә итә ала

Республика Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бакалавр әҙерләү программаһы буйынса 5 мең, магистрҙарға – 3 мең һәм белгестәр, йәғни 5 йыл уҡыусылар өсөн 1 мең 200 бюджет урыны ҡаралған.

23 июл, 18:11

Республика мәктәптәренә сит тел, математика, рус теле, физика, химия һәм биология уҡытыусылары етешмәй

Был проблема бигерәк тә Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Благовещен һәм Стәрлетамаҡ райондарында киҫкен тора. Кадрҙарға ҡытлыҡ артасаҡ ҡына, ти белгестәр. Был уҡыусылар һаны күбәйеү менән аңлатыла.

23 июл, 16:05

Башҡортостан "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә федераль конкурста еңде

Федераль тармаҡ министрлығы 2020-2022 йылдарҙа милли проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса грантҡа асыҡ конкурс иғлан иткәйне. Республика субсидия алыуға өлгәшкән төбәктәр араһында. Башҡортостанда һанлы һәм гуманитар йүнәлеш буйынса белем биргән 100-ҙән ашыу белем биреү үҙәге ойошторола. Балалар өсөн Ай-ти клуб һәм Квантариумдар асыу күҙаллана.

23 июл, 13:03

Балалар баҡсаһына урынлашыу еңеләйә

Башҡортостанда электрон сиратҡа тороу буйынса система эшләй. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, сайтта етешһеҙлектәр юҡ ителгән, балалар баҡсаһына сират барышын онлайн күҙәтеп барырға мөмкин.

23 июл, 10:49

Уҡытыусыларҙың 600 мең һумлыҡ грант конкурсына эштәр килә башланы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, республикала 1 июлдән уҡытыусыларға аҡсалата конкурс иғлан ителде.

23 июл, 00:22

Башҡортостанда һәләтле балаларҙы асыҡлау, улар үҫешенә булышлыҡ итеү үҙәге асыла

Ул Республика инженер лицейында булдырыла. "Мәғариф" милли проектына ярашлы, Башҡортостанға грант бүленгән.

22 июл, 18:05

Ауылға ҡайтҡан йәш уҡытыусыларға грант бирелә

Документтар 1 авгусҡаса ҡабул ителә. Башҡортостан Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста 35 йәше тулмаған ауыл мәктәбендә ике йылдан ашыу эшләгән уҡытыусылар ҡатнаша ала. Кандидаттарҙы мәктәп һәм район мәғариф бүлектәре тәҡдим итә.

22 июл, 12:19