Мәғариф һәм фән

Бөгөн Өфөлә республикала

Бәйгелә ҡала һәм райондарҙағы балалар баҡсалары тәрбиәселәре араһында еңеү яулаусылар һынау тота. Улар 2 ноябргә тиклем барған конкурста "Педагогик асыш", "Оҫталыҡ дәресе" буйынса үҙ белемдәрен, тәжрибәһен күрһәтә. Быйыл бөтәһе 51 педагог ҡатнаша.

31 окт, 23:18

Баймак районының Күсей мәктәбенә 100 йыл тулды

Республикаға арҙаклы шәхестәр тәрбиәләгән был укыу йортоноң тарихы бик тәрәнгә китә. Үҙенең хеҙмәтен мәҙрәсә буларак башлаған мәктәптә вакытында Башкортостандың халык шағиры Абдулхак Игебаев, әлифба авторы Абдрахман Ғәлләмов, халык яҙыусыһы Тансулпан Ғарипова, Советтар Союзы геройы Тәфтизән Миңлеғолов һәм башка бик күп шәхестәр белем алған.

27 окт, 20:37

Өфөлә фән фестивале асылды

Ғалимдар, уҡытыусылар, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашҡан сара сиктәрендә Башҡортостан фәндәр академияһында күргәҙмә эшләй. Унда студенттар төрлө химик процестар күрһәтә. Экспозицияға робототехника һәм башҡа йүнәлештәр буйынса йәштәр уйлап тапҡан һәм үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәр ҡуйылған.

27 окт, 20:31

Өфөлә яңы мәғариф үҙәге төҙөләсәк

Калинин районында мәғариф үҙәге төҙөлөшө дауам итә. Билдәләп үтергә кәрәк, социаль объект төҙөлөшө республиканың барлыҡҡа килеүенә йөҙ йыл тулыу айҡанлы башҡарыла.

24 окт, 17:38

Тарих ағышын билдәләүсе

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, билдәле ғалим, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Нияз Мәжитовтың тамырҙары Ғафури районынан. Яҡташтары археология фәнен өйрәнеүгә бар ғүмерен бағышлаған ғалим хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлай. Үҙе иҫән булһа уға 95 йәш тулған булыр ине. Ғафури районы Сәйетбаба ауылында академик Нияз Ғабдулхаҡ улы иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте.

23 окт, 00:00

Пенсия алды йәшендәгеләр йәнә парта артына ултырасаҡ

Ил хөкүмәте оло йәштәгеләрҙе уҡытыу буйынса проект әҙерләне. Уға ярашлы пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәр эш урынынан ситтә өс ай буйы квалификацияһын камиллаштырасаҡ. 33 мең һумға баһаланған курстарҙың сығыдарын дәүләт үҙ өҫтөнә аласаҡ. Ул ғына түгел, студенттар хатта төбәктең минималь эш хаҡы күләмендә стипендия ла аласаҡ. 2024 йылға тиклем 450 мең кеше һөнәри әҙерлек үтәсәк тип күҙаллана.

20 окт, 23:59

Хәҙер әҙер курс, диплом эштәре, диссертациялар алыу бер ни түгел

Аҡсаң ғына булһын. Һәр ерҙә лә иғландар эленеп тора. Хатта, уҡытыусылар үҙҙәре үк әҙер эштәр һатҡаны бар. Ә һуңынан үҙҙәре үк тикшергән булалар. Хәйер, ғәйеп тимәйем. Һорау бар икән, тимәк, тәҡдим дә оҙаҡ көттөрмәй. Хилафлыҡ студенттар намыҫында. Һатып алынған белем бит аҡылды арттырмай. Ә бына диплом эштәрен тәҡдим итеү хәҙер закондан тыш тип иғлан ителде. Йәғни, уны рекламалау. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

20 окт, 23:58

Балаларҙы уҡыу-уҡытыу алымы үҙенсәлектәре

Бөгөн баш ҡалала педагогтар һәм психологтарҙың беренсе Халыҡ-ара фестивале үтте. Сарала республика район-ҡалаларынан 150-ләп уҡытыусы ҡатнашты. Улар алдында Мәскәү, Астана, Павлодар ҡалалары вәкилдәре сығыш яһаны.

20 окт, 23:01

Өфө студенттары араһында Конституция көнөнә арналған олимпиада уҙғарылды

Быйыл илдең һәм төбәктең төп хоҡуки документына 25 йыл тула. Буласаҡ юристар, полиция хеҙмәткәрҙәре, программистар, ауыл хужалығы белгестәре 14 төркөмгә бүленеп Конституция положениеларын белеү буйынса көс һынашты. Ул имтихан һәм ярыш формаһында үтте.

17 окт, 22:26

Авиацияла фәнни асыштар

Башҡортостандың йәш ғалимдары хәрби һәм граждандар авиацияһында ҡулланыу өсөн ҡеүәтле генератор уйлап сығарған. Инновацион технология шунда уҡ Рәсәй һәм сил ил компанияларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Электр энергияһы менән тәьмин итеүсе ҡоролма үҙенең аналогтарынан еңелерәк булыуы менән айырыла. Әммә был етештереү ҡеүәттәрен юғалтыуға килтермәгән. Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт авиация техник университеты вәкилдәре башҡа фәнни асыштар өҫтөндә лә эшләй.

17 окт, 21:58

Уҡыу йортонда - яңы технологиялар

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университеты колледжы студенттары яңы мөмкинлеккә эйә булды - белем усағына дәүләт тарафынан 30 млн һум субсидия бүленде. Был аҡсаға колледжда геодезия лабораторияһы, музыка залы, информатика кабинеты асылды, бинала косметик ремонт үткәрелде. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

15 окт, 22:06

Һауа торошон Шишмә районында йәшәүселәр хәҙер теүәл белә аласаҡ

Бөгөн төбәктә метеостанция сафҡа инде. Географик майҙансыҡта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары практика үтәсәк. Был турала тулыраҡ беҙҙең сайтта.

10 окт, 21:09

Республика көнөнә бүләк

Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ҡасабаһында урынлашҡан 147-се мәктәптең икенсе сираты сафҡа инде. Урында йәшәүселәр өсөн көн талабы булған белем усағы төҙөлөшөн Республика башлығы үҙе контролдә тотто. Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта.

10 окт, 20:51

Иглиндең ун уҡытыусыһына дәүләт наградалары тапшырылды

Уҡытыусылар көнөндә Иглиндән ун уҡытыусыһына дәүләт наградалары тапшырыла. Миҙал алыусыларҙың береһе- Иглин ҡасабаһының беренсе һанлы урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Фатима Садыҡова. Ул был өлкәгә утыҙ йылдан ашыу ғүмерен бирә. Уның бихисап уҡыусылары үҙ уҡытыусылары юлынан китә.

08 окт, 11:07

Уҡыусының ҡаҙаныштары уҡытыусы уңышы тиһәләр, хәҙер был төшөнсә юғала барған төҫлө

Төрлө конкурстарҙа, һөнәри бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулаған, исемдәр алған уҡытыусы уңышлы һанала. Мөғәлим абруйы хәҙер икенсе төр бизмәндә үлсәнә. Ни хәл итәһең инде, заман башҡа, заң башҡа. Уҡытыу ҙа хәҙер башлыса мәктәп стеналарынан ситтә алып барыла кеүек. Өйҙә, йә булмаһа репетиторҙарҙа. Һәр хәлдә ҡалала шулай тойола. Бәлки тойола ғыналыр? Был турала Аҙна яңылыҡтарында ҡарағыҙ.

06 окт, 23:23

Мәктәп автобустары паркы яңыртыла

Быйылғы уҡыу йылында балаларҙы ташыу өсөн 130 яңы транспорт сараһы алыу ҡаралған. Башҡортостан мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, киләһе йылда яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инә, уға ярашлы йөҙҙән ашыу автобус ҡулланыуҙан алынасаҡ. Шуға проблеманы алдан хәл итә башлау мөһим.

05 окт, 23:20

Өс тиҫтәнән ашыу педагогҡа Рәсәй Хөкүмәте премияһы бирелде

Уны мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова тапшырҙы. 200 мең һумлыҡ премия белем биреүҙә яңы алымдар ҡулланыусы уҡытыусыларға 2006 йылда булдырыла. Быйыл ул Башҡортостанда үҙ һөнәренең оҫтаһы булған 33 уҡытыусыға тапшырылды.

05 окт, 21:53

Башҡортостанда иң яҡшы уҡытыусылар династияһы билдәләнәсәк

Абруйлы дәрәжәгә ирешеү өсөн республиканың төрлө төбәктәренән етмешләп команда килгән. Уҡытыусылар династияһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты стеналарында өс номинацияла көс һынашты.

04 окт, 23:31

Халыҡ уҡытыусылары фекере

Башҡортостандың мәғариф министрлығы менән йәмәғәт палатаһы, тармаҡ профсоюзы вәкилдәре халыҡ уҡытыусыларын түңәрәк өҫтәлгә йыйҙы. Бай педагогик һәм тормош тәжрибәһе булған уҡытыусылар һәләтле балалар менән эшләү системаһы, талантлы йәштәрҙе үҫтереү мәсьәләләре хаҡында фекер алышты.

02 окт, 22:54

Инициативалы йәштәргә бөтә ишектәр асыҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Бугаев бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашты. Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә студенттар билдәле, уңыш ҡаҙанған кешеләр менән әңгәмә ҡора ала.

02 окт, 22:49