Мәғариф һәм фән

Ауылда мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн 186 миллион һум кәрәк

Республика Хөкүмәтендә "Мәғариф сәғәте"ндә ошо мәсьәлә ҡаралды. Һуңғы 9 йылда Башҡортостанда 356 мәктәп ябылған. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар һаны 48 меңгә артҡан.

26 апр, 19:03

Өфөлә ағас орлоҡтарынан клон яһау буйынса биотехнологик лаборатория асылды

Бындай алым ныҡлы һәм сифатлы ағас үҫентеләре етештерергә мөмкинлек бирә.

26 апр, 18:10

Башҡортостан мәктәптәрендә айҙың һәр 4-се шәмбеһе уҡыусылар өсөн файҙалы үтәсәк

Төрлө темаларға арнап саралар уҙғарыла. Мәҫәлән, сентябрҙә спорт шәмбеһен, октябрҙә этношәмбе, ноябрҙә һөнәри йүнәлеш биреү көнөн уҙғарыу тәҡдимдәре бар.

26 апр, 13:22

Мәғариф сәғәтендә Баҡалы һәм Бәләбәй райондарында төҙөлгән мәктәптәрҙе 1 сентябргә сафҡа индерең маҡсаты ҡуйылды

Баҡалы районы үҙәгендәге 825 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамлана, ә Бәләбәй районының Ермолкин ауылында спорт залының ҡыйығы алмаштырыласаҡ. Ике объект та 1 сентябрҙә уҡыусыларҙы ҡабул итергә тейеш. Был бурысты Радий Хәбиров бөгөнгө мәғариф сәғәтендә ҡуйҙы.

25 апр, 23:55

Лира Иғтисамова Башҡортостан балалары өсөн онлайн асыҡ дәрес үткәрҙе

Бөтә Рәсәй финанс грамоталылыҡ көнө уңайынан республика финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова Башҡортостан балалары өсөн он-лайн асыҡ дәрес үткәрҙе. Интернет селтәре аша барған фекер алышыуҙа 20 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

25 апр, 23:13

Өфөлә хирургия буйынса халыҡ-ара олимпиада башланды

Буласаҡ хирургтар көс һынаша. Башҡорт дәүләт медицина университетында хирургия буйынса халыҡ-ара олимпиада башланды. Унда 15 команда ҡатнаша, уларҙың бишәүһе сит илдәрҙән килгән.

25 апр, 23:11

Апрелдә “Мәғариф сәғәте” форматындағы һөйләшеүгә йөҙҙән ашыу һорау ҡабул ителгән

Көнүҙәк мәсьәләләр араһында - мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөү, уларға ремонт үткәреү, балалар баҡсаларына сират . Мәҫәлән, Баҡалы районында мәктәп төҙөлөшө тотҡарлана. Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов белем усағы июль аҙағына файҙаланыуға тапшырыла, тип белдерҙе.

25 апр, 16:40

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса республика олимпиадаһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

"Мин хәтерләйем, мин ғорурланам" тип аталған бәйгелә быйыл йөҙ меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы үҙ көсөн һынап ҡараны, уларҙың биш йөҙө муниципаль этапты уңышлы үтә. Артабан үҫмерҙәр төбәк этабында ҡатнашты. Ҡырҡ бала барлыҡ олимпиада һорауҙарына ла дөрөҫ яуаптар биреп, призлы урындар яулай.

24 апр, 23:44

Әбйәлил районы «Еңеү өсөн 100 балл» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Йыл һайын юғары мәрәй йыйған студенттар берҙәм дәүләт имтиханына һөҙөмтәле әҙерләнеү тәжрибәһе һәм серҙәре менән уртаҡлаша. Был юлы уҡыу алдынғылары Ишҡол мәктәбендә райондың сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.

23 апр, 10:22

Иртәгә көндөҙгө сәғәт 12-лә Өфө дәүләт авиация техник университетында буласаҡ абитуриенттар өсөн асыҡ ишектәр көнө үтә

Сара сиктәрендә химия менән физикаға бәйле тәжрибәләр күрһәтеү, квадрокоптерҙар һәм ракеталар моделдәре осороу күҙаллана. Осрашыуҙа быйылғы ҡабул итеү кампанияһының үҙенсәлектәре, университетта уҡытыу йүнәлештәре һәм киләсәк һөнәрҙәре тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин буласаҡ.

19 апр, 22:36

Тарих фәндәре докторы, профессор Ирек Аҡмановҡа 85 йәш

Башҡорт ихтилалдары тураһында тарихи дөрөҫлөктө асыусы. Тарих фәндәре докторы, профессор Ирек Аҡмановҡа 85 йәш. Билдәле ғалимдың юбилейына бәйле Башҡорт дәүләт университетында ғилми-ғәмәли кәңәшмә үтте.

19 апр, 22:34

Татарстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә бер төркөм педагогтар Өфөнөң 65-се татар гимназияһында булды

Күрше республиканың мәғариф һәм фән министры Рәфис Борғанов етәкселегендәге делегацияны уҡыусылар милли йолалар менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар белем усағы эшмәкәрлеге менән ентекләп танышты. Һәр бүлмә мультимедиялы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, уҡыу әсбәптарына ҡытлыҡ күҙәтелмәй.

18 апр, 23:02

Өфө дәүләт нефть техник университеты Татарстандың алдынғы юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Бөгөн ике республика вуздары араһында ошо туралағы килешеү төҙөлдө. Башҡортостан менән Татарстан нефть сығарыу һәм эшкәртеү өлкәһендә алға киткән төбәктәрҙең береһе. Ике республиканың да иҡтисад нигеҙе тап ошо тармаҡҡа бәйле. Шуға күрә был өлкәлә белгестәр әҙерләү көн талабы.

18 апр, 22:40

Башҡортостанда автономияға нигеҙ һалыусыларҙың мәҡәләләре һәм фәнни хеҙмәттәре йыйынтыҡ булып баҫыла

Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың киң ҡатлам уҡыусыларға билдәле булмаған мәҡәләләре һәм фәнни хеҙмәттәре айырым йыйынтыҡ булып баҫыла. Уны әҙерләү буйынса эшсе төркөмдөң тәүге ултырышы уҙҙы. 20 быуат башында Башҡортостанда баҫма әҙәбиәт ғәрәп графикаһында нәшер ителеүе билдәле.

17 апр, 22:56

Бөгөн Татарстандың бер төркөм яҙыусылары Өфөнөң 84-се татар гимназияһы уҡыусылары менән осрашты

Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә 1987 йылда төҙөлгән белем усағы 17 йыл элек татар гимназияһы итеп үҙгәртелә. Әлеге көндә бында 1 мең 300 бала белем ала, 51 синыфтың яртыһынан күбеһе татар телен туған тел булараҡ өйрәнә.

17 апр, 22:52

Башҡортостанда Татарстан көндәре сиктәрендә фән академиялары президиумы ултырышы үтте

Уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ғалимдар берләшергә тейеш. Бөгөн Башҡортостанда Татарстан көндәре сиктәрендә ике республиканың фән академиялары президиумы ултырышы үтте.

17 апр, 22:51

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан яңы энциклопедия донъя күрҙе

Ике меңгә яҡын мәҡәләне үҙ эсенә алған баҫмала мәғлүмәт рус һәм инглиз телдәрендә бирелгән. Республиканың үткәне, бөгөнгөһө тасуирланған китапта иҡтисад, сәйәсәт, мәҙәниәт, мәғариф, экологияға ҡағылышлы материалдар менән танышырға мөмкин. Энциклопедия фотоһүрәттәр, карта, графика менән байытылған.

16 апр, 22:55

Һынауҙар - күҙәтеүҙә

Республика мәктәптәрендә имтихан ваҡытында йәмәғәт күҙәтеүселәре арта. Быйыл йомғаҡлау аттестацияһында 300-гә яҡын кеше эшләй.

16 апр, 12:03

Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылы мәктәбе 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнә

Илебеҙ өсөн ауыр йылдарҙа, граждандар һуғышы йылдарында барлыҡҡа килә мәктәп. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төбәк халҡын аң-белемгә әйҙәүсе үҙәккә әйләнә. Мәктәптә тәүге мөғәллимдәрҙең исемдәре ҡәҙерләп һаҡлана. Республиканың тиңдәше булған белем усағында махсус музей ойошторолған. Унда мәғариф усағына нигеҙ һалынған һәр шәхестең исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған.

12 апр, 21:47

Башҡортостанда йыл әйләнәһенә һәләтле балаларҙы ҡабул итерлек лагерь асылыуы планлаштырыла

Ул Сочи ҡалаһының билдәле "Сириус" белем биреү үҙәге ише сәнғәт, спорт, тәбиғи фәндәр өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға эйә балаларҙы үҫтереү буйынса эш алып барасаҡ.

12 апр, 21:39