Мәғариф һәм фән

Баймаҡ районы «Ҙур этнографик диктант » Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Күләмле сарала илебеҙ дүртенсе тапҡыр ҡатнашһа, район халҡы иһә икенсе тапҡыр үҙ белемен һынап ҡараны.

02 ноя, 22:16

Сәләмәтлеге сикләнгән балалар олимпиадаһы

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында коррекция мәктәп-интернаттары араһында мәҙәни-спорт фестивале үтте. 14-се тапҡыр ойошторолған сара Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналды.

01 ноя, 22:39

Рәсәйҙә 4-се тапҡыр ҙур этнография диктанты ойошторолдо

Һәр милләт сағыу биҙәк. Күләмле халыҡ-ара сараға Башҡортостан да ҡушылды. Республикала ул 55 майҙансыҡта үтте. Башҡорт дәүләт университеты менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аудиторияларында ла бөгөн этнография диктанты яҙҙылар. Илебеҙ тарихы, унда йәшәүсе халыҡтарҙың үҙенсәлектәре тураһында һорауҙарға студенттар ғына түгел, һәр теләгән кеше яуап бирҙе.

01 ноя, 21:49

Өфөлә “Яңы субъектив мәғариф” халыҡ-ара салоны уҙа

Форумда панель дискуссиялар, түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырылған, абитуриенттарҙың ҡабул итеү комиссиялары белгестәренән консультациялар алыу мөмкинлеге була.

01 ноя, 16:05

Башҡортостан бөгөн этнографик диктант яҙыу акцияһына ҡушылды

Ул илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә үтә. Быйыл этнография буйынса ҙур диктантты 55 майҙансыҡта яҙалар. Рәсәйҙә был акция дүртенсе тапҡыр ойошторола.

01 ноя, 12:05

Өфөнөң «Элемтәсе» ял базаһында урынлашҡан аэрокосмик мәктәпкә йөҙгә яҡын уҡыусы йыйылды

Уҡыусылар йыһан серҙәрен өйрәнә. Көҙгө каникул мәлендә ойошторолған аэрокосмик мәктәп Өфөнөң «Элемтәсе» ял базаһында урынлашҡан. Халыҡ-ара сменаға Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 60-лап бала йыйылған, улар барыһы ла донъяуи кимәлдәге олимпиадалар, конкурстар еңеүселәре.

31 окт, 22:10

Башҡорт дәүләт университетында Мостай Кәримдең 100 йыл юбилейы айҡанлы халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте

Мостай Кәрим феномены. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ойошторған сарала юғары уҡыу йорто уҡытыусылары, саҡырылған ҡунаҡтар, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова сығыш яһаны.

31 окт, 22:09

Башҡортостан вәкилдәре фәнни-белем биреү үҙәген булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты

Федерация Советында ошо мәсьәлә буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Унда беҙҙең республиканан юғары уҡыу йорто ректорҙары ҡатнашты. Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова фәнни-белем биреү үҙәге статусын ҡануниәттә нығытыу кәрәклеге тураһында билдәләп уҙҙы.

31 окт, 18:00

Һарытау һәм Һамар өлкәләренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Башҡортостанда белемен камиллаштыра

Был көндәрҙә Республика мәғарифты үҫтереү институтында улар өсөн курстар бара.

31 окт, 12:20

Башҡортостанда "Ҙур этнография диктанты"н яҙыу өсөн 55 урын билдәләнгән

Акция халыҡ берҙәмлеге көнө уңайынан ойошторола, ул иртәгә үтә.

31 окт, 10:15

Өфө районы Ҡыҙылъяр урта мәктәбе тыуған телдәрҙе һаҡлау буйынса Башҡортостан Башлығы грантын яуланы

Рус теле һәм әҙәбиәтен тыуған тел булараҡ өйрәтеүсе мәктәп «Россиянка» лингвистик лагеры һәм фольклор коллективтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Көҙгө каникул осоронда мәктәп базаһында ике көнлөк лингвистика профилле лагерь сменаһы эшләне. «Тыуған тел белгестәре» семинар барышында рус телен туған тел булараҡ өйрәтеүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен ҡараны.

30 окт, 23:39

Өфөлә мәктәп уҡыусылары араһында ирекмән проекттарын ғәмәлгә ашырған малай-ҡыҙҙарҙы бүләкләү тантанаһы үтте

Бәләкәйҙән – тоғро ярҙамсылар. Торатау конгресс-холлында ойошторолған республика конференцияһында төбәктең төрлө-район-ҡаларынан килгән волонтерҙар бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.

29 окт, 22:25

Ноябрҙә Өфө районында үҙенсәлекле объект асыла

Чесноковка ауылында балалар баҡсаһы һәм мәктәп файҙаланыуға тапшырыла. Улар бер ҡыйыҡ аҫтына берләштерелгән. “Ҡасабалар өсөн был үтә лә уңайлы һәм мөһим бина”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харрасов.

28 окт, 16:10

Республика белем усаҡтарында Халыҡ-ара Берҙәмлек көнөнә арналған асыҡ дәрестәр үтә

Балалар өсөн тарихи фильмдар күрһәтелә, татыулыҡ, дуҫлыҡ төшөнсәләренә бәйле әңгәмәләр ойошторола. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

24 окт, 23:28

Мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан икенсе урында

Өфө һәм Яңауыл ҡалалар араһында 3-сө һәм 9-сы баҫҡыста. Башҡортостан башлығы был яңылыҡҡа социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә үҙ ҡарашын белдерҙе.

24 окт, 23:13

Башҡортостанда киләһе йылда мәғариф өлкәһенә 73 миллиард һум бүленә

Был турала Финанс министрлығынан хәбәр итәләр. Аҡса милли проекта һәм программаларҙа ҡаралған йүнәлешетәргә тотонола. Улар араһында мәктәптәрҙә өҫтәмә урындар булдырыу, бер сменалы уҡыуға күсеү, балалар баҡсаһына сиратты кәметеү күрһәтелгән.

24 окт, 19:00

“Урал батыр” эпосы ҡырғыҙ теленә тәржемә ителде

Был эш менән Бешкәктән филология фәндәре докторы Ибраһим Абдувәлиев шөғөлләнә.

24 окт, 18:15

Өфөлә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һаҡлау, үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде

Бөгөн “Глобалләшеү һәм полиэтник мөхит шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте: тәжрибә һәм перспективалар” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция эшенә йомғаҡ яһалды.

24 окт, 16:00

Республика Мәғарифты үҫтереү институтында “Тере шишмәләр” тасуири уҡыу конкурсы уҙҙы

Ижади бәйге Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.

24 окт, 15:20