Мәғариф һәм фән

Стәрлетамаҡҡа 20 сит ил студенты ҡунаҡҡа килгән

Улар Донъя халыҡтарының мәҙәниәте фестивалендә ҡатнашасаҡ. Сара 31-се мәктәп нигеҙендә ойошторола.

23 мар, 13:12

Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетында робот техникаһы һәм инжиниринг буйынса республика чемпионаты үтте

«РобоЛига Рәсәй-2018» ярыштары сиктәрендә ойошторолған сараға илдең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Тажикстан һәм Абхазия республикалары вәкилдәре лә килде. Ҡатнашыусылар төрлө программаларҙа көслөләрҙе асыҡланы.

24 мар, 21:57

Теүәл һәм тәбиғи фәндәрҙе үҙ итеүселәр

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн асыҡ ишектәр көнө үтте. Физика һәм математика факультетында белем алыусылар буласаҡ абитуриенттарҙы - корпустағы фәнни-тикшеренеү лабораториялары менән таныштырҙы.

24 мар, 19:59

Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары билдәләнәсәк

Өфөлә “Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы” конкурсы уҙғарыла. Конкурстың һайлап алыу турын төрлө муниципалитеттарҙан 141 педагог үткән.

23 мар, 17:42

Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асылыуға 70 йыл тулды

Ошо уңайҙан ике көн дауамында халыҡ-ара вәкилдәр ҡатнашлығында «Мәжит Ғафури - Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры. Күренекле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙә музейҙар эшмәкәрлеге» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

22 мар, 20:31

Кадеттар ярыша

Бөгөн баш ҡалала «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр профиле буйынса иң яҡшы кадеты» республика конкурсы үтте. Ярышта Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Дюртөйлө, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларынан кадет корпустары һәм синыфтары уҡыусылары ҡатнашты. Конкурс бер- нисә этаптан тора.Кадеттар тәүҙә тест һорауҙарына яуап бирҙе. Янғын хәүефһеҙлеге, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса практик белемдәрен күрһәтте.

22 мар, 19:59

Башҡортостанда йәш ғалимдар өсөн Республика Башлығы гранты булдырыла

Конкурста 35 йәшкә тиклемге аспиранттар һәм фән кандидаттары ҡатнаша ала.

22 мар, 16:58

Бөгөн Өфөлә "Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса иң яҡшы кадеты" республика конкурсы бара

Ярышта Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Дюртөйлө, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларының кадет корпустары һәм кадет синыфтары уҡыусылары ҡатнаша.

22 мар, 13:15

Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асылыуға 70 йыл тулды

Ошо уңайҙан бөгөн баш ҡалала халыҡ-ара вәкилдәр ҡатнашлығында "Мәжит Ғафури - Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры. Күренекле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙә музейҙар эшмәкәрлеге" бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.

22 мар, 13:11

Бөгөн илдә Берҙәм дәүләт имтиханын алдан биреү этабы башланды

Республикала ул Өфөнөң Киров һәм Калинин райондарында һәм Ишембай ҡалаһындағы пункттарҙа ойошторолдо. Һынауҙар 11 апрелгә тиклем дауам итә.

21 мар, 21:05

Фермерҙар мәктәбенә ғаризалар ҡабул ителә башланы

“Фермерҙар мәктәбе” Башҡортостандың Йәш депутаттары ассоциацияһы һәм БР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығы берлектә әҙерләгән яңы проект.

21 мар, 17:49

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Мәғариф министрлығы Республика Профсоюздар федерацияһы менән берлектә балалар өсөн турҙар һәм юлламалар йәрминкәһен ойошторҙо

Сарала Башҡортостандың һауыҡтырыу лагерҙары һәм туроператорҙары вәкилдәре ҡатнашты. Улар яҙғы-йәйге миҙгелгә тәҡдимдәр менән таныштырҙы. Йәрминкә сиктәрендә балалар туризмын ойоштороу һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләренә, төбәк-ара әһәмиәттәге программаларҙы үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Быйыл республиканан 390 меңдән ашыу бала йәйге лагерҙарҙа каникулдарын файҙалы итеп уҙғарыр, тип көтөлә.

21 мар, 12:47

Өсөнсө быуын халыҡ университеты бөгөн 5 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Был уҡыу йортонда пенсия йәшенә еткән граждандар 20 төрлө йүнәлеш буйынса белем ала.

21 мар, 12:31

Бөгөн Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2018 төбәк-ара конкурсы асылды

Быйыл 45 педагог көс һынаша. Улар асыҡ дәрестәр бирә, инновацион алымдарын күрһәтә, мастер- кластар үткәрә, төрлө темаларға фекер алыша. Тәжрибә майҙансығы булып торған бәйге еңеүсеһе 31 мартта билдәле була.

20 мар, 22:57

Ғәрәп телен өйрәнеү өсөн яңы мөмкинлектәр

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Ғәрәп теле үҙәге асылды. Ул Рәсәй Хөкүмәте тарафынан Ислам буйынса белгестәр әҙерләү проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә, үҙәктә студенттар өр-яңы ҡорамалдар файҙаланып, махсус уҡыу программалары буйынса ғәрәп телен өйрәнә ала.

19 мар, 22:47

Башҡортостан берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу этабына әҙер

Ваҡытынан алда имтихан тапшырыусы сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн һынауҙар 21 марттан 11 апрелгә тиклем үтәсәк. Был ваҡыт арауығына Башҡортостанда 921 кеше теркәлгән.

19 мар, 17:54

Башҡортостанда “Киләсәк мәғрифәте” Халыҡ-ара Өфө мәғрифәт салонын үткәреү даталары билдәләнде

“Киләсәк мәғрифәте” быйыл 7 - 10 ноябрҙә “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында үтәсәк. Бындай ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сығарҙы.

19 мар, 14:44

Аҙна яңылыҡтары. Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары Рәми Ғарипов тәржемәһендә донъя күрҙе

Китаптың үҙенсәлеге шағирҙың ҡулъяҙмалары формаһында сығыуы. Йәғни, әҙип нисек яҙған шул килеш, күсермә рәүешендә. Рәми Ғарипов дүрт юллыҡтарҙы семәрләп тиерлек матурлап яҙған. Ҡайһы бер биттәрендә тормош күҙәтеүҙәре, эмоциялары сағылыш тапҡан. Ҡулъяҙмаларҙы шағирҙың улы Азамат Ғарипов тапшырған.

17 мар, 20:49

Стәрлетамаҡ «кибер» ҡушылмалы ҡала булды

«Кибер Рәсәй» проекты Башҡорт дәүләт университетының урындағы филиалында старт алды.

17 мар, 18:57

Республикала бөгөн «Остаздар эргәлә түгел, бергә» тигән федераль проекттың төбәк этабы старт алды

Уға ярашлы, яҙмыш һынауына, ауыр хәлгә дусар булған балалар билдәле шәхестәргә беркетелә. Өлкәндәр алты осрашыу эсендә бәләкәй дуҫтарына тормошҡа дөрөҫ йүнәлеш бирергә, кәңәштәре менән ярҙам итергә тейеш. Проектты ойоштороусы һәм методик ярҙам күрһәтеүсе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Остаздарҙың балалар менән осрашыуы ла ошо уҡыу йортонда үтте. Тәүге тәьҫораттар хаҡында хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.

16 мар, 20:01