Мәғариф һәм фән

Өфө ғалимдары нанотитан етештереү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн грант отҡан

Уларҙың ғилми хеҙмәте медицина өсөн, айырыуса стоматология, ортопедия, травматологияла әһәмиәтле. Был үтә ныҡлы материалдан импланттар яһала. Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары металдың сифатын күпкә яҡшыртыуға өлгәшкән. Юғары вольтлы электролиз ҡоролмаһында титан махсус япма менән ҡаплана.

13 мар, 23:42

Өфө балалар тимер юлының уҡыу корпусы яңы тренажер комплекстар һәм 3д ҡорамалдар менән тулыланды

Урында тепловоз менән идара итеү схемаһы, светофор сигнализацияһы системаһы, рельстарҙың етешһеҙлектәренә бәйле макеттар менән танышырға мөмкин. Заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған кластарҙа 350 мәктәп уҡыусыһы "Йәш тимер юлсы" курсын үтә. Уларҙың 65-е быйыл таныҡлыҡ аласаҡ.

28 мар, 22:55

Училищенан - тура университетҡа

Медицина колледжын тамамлаусыларҙы медицина университетының икенсе курсына алыуҙары ихтимал. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөлә Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ултырышында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.

28 мар, 11:53

Химия буйынса Рәсәй олимпиадаһында призлы урын яулаған егеттәрҙе мәғариф министрылығында тәбрикләнеләр

Үҫмерҙәр ведомство етәксеһе Айбулат Хажин менән рәсми булмаған шарттарҙа аралашты. Теүәл фәндәрҙе үҙ иткән егеттәр киләсәккә ҡуйылған маҡсаттары менән уртаҡлашты. Үҙ сиратында, Айбулат Хажин химия - иң ҡатмарлы һәм әһәмиәтле фәндәрҙең береһе тип белдерҙе.

27 мар, 23:47

"5-кә! Биш көндә!"

1 апрелдән Өфөлә 1-4 класс уҡыусылары 5 көнлөк уҡытыуға күсә. Был турала ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә хәбәр ителде.

27 мар, 15:25

Кадрҙарға ҡытлыҡ булмай

Рәсәйҙә айырым һөнәрҙәр буйынса белгестәр етешмәй. Шуға бәйле Мәғариф һәм юғары белем биреү министрлығы уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән.

26 мар, 10:36

Өфөлә «BreakPoint» Бөтә Рәсәй форумы үтте

Йәш лидерҙар Өфөлә! Брикпоинт Бөтә Рәсәй форумына техник белгестәр һәм студенттар илдең төрлө төбәктәренән йыйылды. Форумда 15 спикер-эксперт сығыш яһаны. Бизнес әһелдәре менән танышыуҙан тыш, йәштәр үҙ һөнәрен оҫталыҡ дәрестәрендә лә күрһәтә алды. Һөҙөмтәләрҙән сығып, эшҡыуарҙар һәм компаниялар етәкселәре йәштәрҙе стажировкаға саҡырҙы.

25 мар, 22:41

Өфөлә Бөтә Рәсәй химия буйынса олимпиада еңеүселәре билдәләнде

55-се тапҡыр уҙғарылған интеллектуаль ярышта 200-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашып, үҙ көсөн һынаны. Уларҙы ил президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән республика етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне. Олимпиаданың финал этап еңеүселәре һәм призерҙарына профиль буйынса ил вуздарының береһенә имтиханһыҙ уҡырға инеү хоҡуғы бирелә.

23 мар, 15:38

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде

"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" исеменә Өфөнөң 47-се гимназияһының иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина лайыҡ булды. Ул артабан республика намыҫын Бөтә Рәсәй конкурсында яҡлаясаҡ.

23 мар, 15:38

205 студентҡа Башҡортостан Башлығы стипендияһы бирелә

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, 1 сентябрҙән аспиранттарға — 8050 һумлыҡ 30 стипендия, республиканың дәүләт вуздары студенттарына — 5750 һумлыҡ 50, дәүләт урта махсус уҡыу йорттары студенттарына 2300 һумлыҡ 125 стипендия ҡаралған.

21 мар, 08:31

Сибай студенттары төп профессиянан тыш, халыҡ һөнәрҙәренә өйрәнә

Урал аръяғында киң профилле белгестәр әҙерләнә. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында студенттар төп профессия буйынса диплом алып сығыуҙан тыш, халыҡ һөнәрҙәренә лә өйрәнә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

20 мар, 23:50

Башҡортостан 5-се тапҡыр Химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында йомғаҡлау этабында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә

Был юлы Өфөгә илдең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу уҡыусы килгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, олимпиадалар мөһим әһәмиәткә эйә. Сөнки тап ошо ярыштарҙа иң көслө уҡыусыларға үҙәренең белем кимәлен баһалау мөмкинлеге бирелә, яңы бейеклектәргә этәргес яһала.

19 мар, 23:03

Республикала уҡытыусылар үҙ оҫталыҡтарын һынай

Башҡортостанда педагогик оҫталыҡ конкурстары бара. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” конкурсы төбәк-ара статусҡа эйә, унда башҡорт теле уҡытылған Силәбе, Ырымбур, башҡа төбәктәр педагогтары ла ҡатнаша.

19 мар, 07:28

Өфөнөң Аркадий Гайдар исемендәге 47-се гимназияһында республиканың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

Күргәҙмә "Башҡортостан - минең яратҡан ер” тип атала. Экспозиция уҡыусы балалар ата-әсәләр менән бергә эшләгән ижади эштәрен үҙ эсенә алған. Һәр кем фантазияһына таянып төрлө әйберҙәр һынландырырға тырышҡан. Улар араһында башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, милли йолалары, көнкүреш әйберҙәренә арналғаны күп.

13 мар, 23:43

Республикала йәш биологтарҙың тәүге турниры үтте

Интеллектуаль уйын Өфө мәктәптәре араһында ойошторолдо. Уҡыусылар командаларға бүленеп биология мәсьәләләрен сисеп, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Үҙҙәренең фән өлкәһендәге ҡыҙыныуҙары, тәжрибәләре менән дә уртаҡлашты.

13 мар, 23:41

Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы студенттары КАМАЗ йыйырға өйрәнә

Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында студенттар техник фәндәрҙе практикаға таянып өйрәнә. Үҙ ҡулдары менән автомобилдәр йыя, спорт һәм ижад өсөн дә ваҡыт бүлә. Урал аръяғындағы студент тормошо киләһе материалда.

11 мар, 22:44

Баймаҡ районының Күсей урта мәктәбенә газ тоташтырылды

Бер быуатлыҡ тарихлы белем усағына заман уңайлыҡтары. Баймаҡ районының төпкөл ауылдарының береһе - Күсей мәктәбе зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды. Күсей төп белем биреү мәктәбендә бөгөн 54 уҡыусы белем ала. Бында йыл һайын ата-әсәләр генә түгел, элекке уҡыусылар көсө менән косметик ремонт башҡарыла.

06 мар, 23:41

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2019» конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы

Быйыл ике йөҙгә яҡын талантлы педагог район этаптарын уңышлы үтеп, республика кимәленә сыҡҡан. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ғәҙәттәгесә рус, башҡорт, татар телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында айырым бәйгеләр үтә. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сәхнә түренә саҡырылды, конкурсанттар дөйөм фотоға төштө, үҙ-ара танышты, уҡытыу алымдарына бәйле тәжрибә уртаҡлашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Абсолют еңеүсе лә билдәләнәсәк.

04 мар, 23:58

Гүзәл Ситдикова Башҡортостанда репетиторҙар менән көрәш барышы тураһында ҡыҙыҡһынды

Үткән йылдың декабрендә яңы ғына мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Айбулат Хажин репетиторҙар менән көрәш башланыуы тураһында иғлан иткәйне. Белем биреү менән мәктәптәрҙә шөғөлләнергә тейештәр, тине ведомство етәксеһе.

02 мар, 23:56

Сентябрҙә Туймазыла яңы балалар поликлиникаһы сафҡа инәсәк

Төҙөүселәр республиканың йөҙ йыллығы уңайынан күтәртелгән объектты килешеү буйынса билдәләнгән ваҡыттан ике айға алдараҡ файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Медицина учреждениеһы өс ҡаттан тора, 5 мең ярым квадрат метр майҙанды биләй.

27 фев, 22:37