Мәғариф һәм фән

Башҡортостанда йыл әйләнәһенә һәләтле балаларҙы ҡабул итерлек лагерь асылыуы планлаштырыла

Ул Сочи ҡалаһының билдәле "Сириус" белем биреү үҙәге ише сәнғәт, спорт, тәбиғи фәндәр өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға эйә балаларҙы үҫтереү буйынса эш алып барасаҡ.

12 апр, 21:39

Республикала лингвистик гимназиялар асыла

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем ошондай 12 белем усағын асыу планлаштырыла. Был турала бөгөн Башҡорт теле уҡытыусылары съезында Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе. (а1)

12 апр, 16:08

Башҡорт телен уҡытыу заманса булырға тейеш

Шулай тип белдерҙе Республика етәксеһе Радий Хәбиров. Ул Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезында сығыш яһаны. (а1)

12 апр, 11:15

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1-се Бөтә Рәсәй съезы эш башланы

Сарала республика мәктәптәре педагогтарынан тыш, Санкт-Петербургтан Ханты-Манси автономиялы округына тиклем Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша. Форумға 600-ҙән ашыу делегат килгән. Съезд "Торатау" конгресс-холында асылды. Тантанан һуң делегаттар Өфө мәктәптәрендә оҫталыҡ дәрестәре ҡараны.

12 апр, 00:13

Башҡорт теле уҡытыусылары бер майҙанда

Өфөлә туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы башланды.

11 апр, 15:44

Башҡортостанда мәғариф сәғәте үткәрелде

Был аҙнала тәүге тапҡыр Мәғариф сәғәте ойошторолдо. Һорауҙар ысынлап та күп. Уҡытыу аҙнаһын биш көнлөк итеп ҡалдырыу тураһында ҡарар сығыу менән был өлкәлә һорауҙар тағы артты. Әммә, республика етәкселегенең позицияһы ҡәтғи – бер фәнгә лә хилафлыҡ килтермәй биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү.

07 апр, 01:25

Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ. Был проблема бөгөн тәүге тапҡыр ойошторолған Мәғариф сәғәтендә күтәрелде.

05 апр, 00:01

Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ. Был проблема бөгөн тәүге тапҡыр ойошторолған Мәғариф сәғәтендә күтәрелде.

04 апр, 22:38

Башҡортостанда Милли мәғариф идаралығы булдырыла

Әле ошоға бәйле проект әҙерләнә. "Ведомство ҡарамағындағы яңы идаралыҡта эшләргә тейешле 15 белгескә юғары һөнәри талаптар ҡуйыла”, - ти Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин. (а1) (к1)

04 апр, 14:35

Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезына республика төбәктәрендә әҙерлек саралары башланды

Әбйәлил районында ла делегаттар һайлау буйынса тәүге ултырыш үтте. Сара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын ғына түгел, ғөмүмән, телдең киләсәге өсөн борсолған балалар баҡсалары тәрбиәселәрен дә бергә йыйҙы. Осрашыу сиктәрендә төбәк мөғәллимдәре дәүләт теленә бәйле докладтар менән сығыш яһаны. Милли мәғариф, уҡыу-уҡытыуҙағы мәсьәләләр тикшерелде.

03 апр, 23:46

10-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтәсәк

Республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған сара “Торатау” конгресс-холында уҙа. Съезда Башҡортостанда һәм Рәсәй субъекттарында башҡорт телен өйрәнеү, уны һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Ике көн дауам иткән сараға Саха-Яҡут, Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ республикаларынан һәм Кавказдан ҡунаҡтар килер тип көтөлә.

03 апр, 23:05

Ғафури районы Табын ауылында коррекция мәктәбе асылды

Мәктәп 2000 йылда төҙөкләндерелә башлай. Әммә корпусты файҙаланыуға тапшырыу кисектерелеп килә. Табын халҡы социаль селтәрҙәр аша Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә.

02 апр, 14:05

Педагогтар Өфөгә килә

Киләһе аҙнала Башҡортостанда Беренсе Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы уҙғарыла. Был көндәрҙә район һәм ҡалаларҙа делегаттар һайлана.

02 апр, 11:31

Баймаҡ районы мәктәптәрендә башланғыс синыфтар 1 апрелдән 5 көнлөк уҡыу системаһына күсте

Киләһе уҡыу йылынан да ошо эш режимы һаҡлана. Каникул осоронда уҡытыу пландары төҙөлөп уҡыу графигына төҙәтмәләр индерелде. Бындай ҡарар ата-әсәләрҙең рөхсәте һәм анкета һорауҙарына яуап алынғандан һуң ҡабул ителгән. Һәр бер үҙгәреш,бигерәк тә мәғариф өлкәһендә, ул төплө уйланылған булырға тейеш, ти белгестәр.

01 апр, 23:37

Билдәле ғалим, философия һәм иҡтисад фәндәре докторы Хәлил Барлыбаев 75 йәшен билдәләне

Ошо уңайҙан "Башҡортостан" дәүләт концерт залында юбилей кисәһе үтте. Сарала ғалимдың уҡыусылары, төрлө йылдарҙа бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, яҡындары ҡатнашты. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

01 апр, 23:09

Уҡыу йылының һуңғы сиреген башланғыс синыфтар биш көнлөк уҡыу режимында башлай

1-4 класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был тәҡдимде “Үргә ос” беренсе мәктәп форумында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров индерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, шәмбене балаларҙың ата-әсәләре менән бергә үткәреүе яҡшыраҡ.

01 апр, 23:07

Башланғыс кластар 5 көн уҡый

Бөгөндән 1-4 кластар яңы уҡытыу системаһына күсте. “Мәсьәлә буйынса ата-әсәләр менән фекер алыштыҡ. Тәҡдим хуплау тапты”, - ти Баймаҡ районы мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин. (а1)

01 апр, 15:53

Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары туған телде өйрәнеү мәсьәләһенә иғтибар итте

Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары бер нисә уҡыу йортонда дәүләт теле булараҡ башҡорт теленең бөтөнләй иңҡар ителеүен күреп хоҡуҡтарҙың боҙолоуын билдәләне. Республика етәксеһе лә ил баш ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарҙан был фекерҙе көтмәгәйне. Ғәҙәттә беҙҙе саманан тыш баҫым яһап уҡытаһығыҙ тип шелтәләйҙәр, ә һеҙ, киреһенсә, ныҡышмалыҡ етмәй тип аптыраттығыҙ, тине Радий Хәбиров.

30 мар, 23:33

Ағиҙел ҡалаһында айти-үҫеш үҙәге асылды

Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе балалар һәм үҫмерҙәр роботтар, заманса конструкциялар һәм осоу ҡоролмалары төҙөй башлаясаҡ. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҡалала АЙТИ-үҫеш үҙәге һәм балалар технопаркы асылды. Йәш инженерҙарҙы ҡотларға Мәскәүҙән һәм Өфөнән дә ҡунаҡтар саҡырылды.

30 мар, 22:05

Башҡорт энциклопедияһының етенсе томы донъя күрҙе

Ошо уңайҙан китаптың исем туйы үтте. Яңы том өҫтөндә эш тиҫтә йыл самаһы дауам итә. Үҙенә күрә ҙур күләмле хеҙмәт булып тора. Сөнки энциклопедияны сығарыуҙа төрлө өлкә фән белгестәре ҡатнаша. Материалдар тарихи факттарҙан тыш, төҫлө һүрәттәр менән дә байытылған.

29 мар, 22:29