Мәғариф һәм фән

9-сы синыф уҡыусылары рус теленән дөйөм йомғаҡлау имтиханын тапшырыр алдынан әңгәмәгә саҡырыласаҡ

Зачет ҡуйылғандан һуң ғына уҡыусыға имтихан тапшырыу рөхсәт ителә. 11-се сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн дә үҙгәрештәр көтөлә. Бынан ары ҡыҙҙар-егеттәр инглиз, француз теленән тыш, ҡытай теле буйынса ла белемдәрен һынап ҡарай ала.

29 дек, 21:55

Иглин районы Үктәй ауылында утыҙ урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды

Учреждение мәктәптең элекке бинаһына реконструкция ойошторолғандан һуң барлыҡҡа килә. Төҙөлөш эштәренә республика һәм район бюджетынан яҡынса биш миллион һум ярым аҡса бүленә. Балаларға заманса йыһазландырылған уйын, йоҡо бүлмәләре, тамаша һәм спорт залдары булдырыла. Ауыл халҡы оҙаҡ йылдар буш торған бинаның шат балалар тауышына күмеләсәгенә һөйөнөсөн белдерҙе.

15 ғин, 20:45

Бөгөн күренекле ғалим, академик Раил Кузееевтың тыуыуына 90 йыл

Башҡортостандың тарих һәм этнография фәне үҫешендә тәрән эҙ ҡалдырған шәхесте ғилми йәмәғәтселек иҫкә алды, бюсына сәскә гөлләмәләре һалынды, фәнни мираҫы барланды. Раил Кузеев исемен йөрөткән археология һәм этнография музейында үткән сара менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

10 ғин, 23:27

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәр Федераль исемлеккә индерелде

Был хаҡта илдең Мәғрифәт министры Ольга Васильеваның ҡарары бар. Яңы стандарттар буйынса әсбаптар элеккеһенән нимәһе менән айырыла? Дәреслектәрҙең авторҙары -Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ғалимдары менән әңгәмәне беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

10 ғин, 23:23

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды

Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе республика башҡорт гимназия-интернатына 300-ләп уҡыусы йыйылды. Күрше төбәктәрҙән килгән малай-ҡыҙҙар сәмле ярыштың географияһын тағы ла киңәйтә.

09 ғин, 21:38

Ауырғазы районында мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы китап менән дауалайҙар

Уҡыу төрлө уйындар һәм ижади түңәрәктәр уҙғарыла. Китапхана хеҙмәткәрҙәре уны ил кимәлендәге конкурста еңеп сығып алған грант аҡсаһына ойоштора. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

07 ғин, 20:40

Һөнәрле кеше — ҡораллы

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары өсөн бөгөн дәрестәр ғәҙәти булманы. Баш ҡаланың юғары һәм урта махсус уҡыу йорто студенттары сығыш яһаны. Һәр теләгән уҡыусы үҙен табип, нефтсе, йә ауыл хужалығы эшсеһе ролендә һынап ҡараны. Сара киләсәктә дөрөҫ һөнәр һайлау нескәлектәренә төшөнөүгә ҡайтып ҡалды.

27 дек, 22:17

Йәш архитекторҙар мәктәбе

Өфө дәүләт нефть техник универистеты ойошторолоуға етмеш йыл тулыу уңайынан етмеш яңы объект төҙөлә. Бөгөн уларҙың береһе — йәш архитекторҙар мәктәбе үҙ эшен башланы. Юғары уҡыу йортоноң архитектура һәм төҙөлөш институты белгестәре мәктәп уҡыусыларына махсус курстар ойоштороп, техник һөнәрҙәргә һөйөү тәрбиәләй.

26 дек, 23:13

Быйыл Өсөнсө быуын халыҡ университетында 100 меңгә яҡын кеше белемен камиллаштырған

Сит телдәр, компьютер серҙәренә төшөнөүҙән тыш, оло йәштәгеләр "көмөш" ирекмәндәр хәрәкәтенә йәлеп ителә. Йәштәр менән бер рәттән улар төрлө экологик, мәрхәмәтлек акцияларында әүҙем ҡатнаша. Балалар йорттарына йөрөй, кескәйҙәрҙе ҡул эштәре менән һөйөндөрә.

25 дек, 22:38

Мин донъяны таныйым

Ошо исем аҫтында Нуриман районында ЮНЕСКО-ның ассоциациаланған мәктәптәре ҡатнашлығында ғилми-ғәмәли конференция үтте. Башҡортостан менән ЮНЕСКО-ның 20 йыллыҡ хеҙмәттәшлегенә арналған сараға республиканың 15 ҡалаһынан һәм ете районынан йөҙгә яҡын ҡатнашыусы килде.

24 дек, 21:13

Тәүге фәнни асыштар

Өфө дәүләт авиация техник университетында Александр Можайский исемендәге авиация тарихын өйрәнеү һәм һауалағы осош буйынса 16-сы халыҡ-ара олимпиаданың төбәк этабы үтте. Фәнни конференцияға мәктәп уҡыусыларынан меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Әммә финалға бер нисә этапты уңышлы үткән 70 ҡатнашыусы сыҡты.

18 дек, 21:40

Башҡортостандың балалар йортонда тәрбиәләнеүселәре Мәскәүҙә уҙасаҡ Шыршы байрамында ҡатнашасаҡ

24 декабрҙә Мәскәүҙә уҙасаҡ Шыршы байрамында Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашасаҡ. Яңы йыл шыршыһы байрамын 10 -14 йәшлек етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн Рәсәйҙең мәғариф министрлығы ойоштора.

14 дек, 11:49

Эштәр һәр юҫыҡта ла ғилми асыштар менән үрелеп барырға тейеш

Башҡортостанда был йәһәттән юғары потенциал бар. Республика үҙ фәндәр академияһын һаҡлап алып ҡалған дүрт төбәктең береһе. Радий Хәбиров бөгөн ғалимдар менән осрашты.

13 дек, 21:19

Рәсәйҙә аналогы булмаған уникаль протездар Башҡортостанда эшләнә башланы

Мәскәүҙәге "Cколково" инновацион үҙәк белгестәре пилотлы проектты ғәмәлгә ашырыр өсөн республика менән хеҙмәттәшлек итә. "Моторика" тип аталған программа сиктәрендә төбәктә төрлө сәбәптәр буйынса ҡулһыҙ ҡалған биш балаға яңы протездар ҡуйыла.

11 дек, 21:19

Өфөлә 51-се һанлы мәктәп бинаһы һүтелә

Өфөнөң Калинин районында 51-се һанлы мәктәп бинаһы һүтелә. Уҡыу йорто 1936 йылда төҙөлә. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итә.

10 дек, 14:57

Фән менән производствоның хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү мөһим

Был турала "Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, проблемалар һәм киләсәк" тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияла һүҙ барҙы. Фекер алышыуға нефть һәм нефть химияһы сәнәғәте өлкәһендә Рәсәй һәм донъя кимәлендә абруй ҡаҙанған белгестәр саҡырылды.

06 дек, 21:57

Мәжитов уҡыуҙары

Бөгөн Өфөлә билдәле ғалим Нияз Мәжитовҡа арналған халыҡ-ара симпозиум асылды. Мәртәбәле сараға Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларынан, шулай уҡ Венгрия менән Ҡаҙағстандан күренекле ғалимдар һәм археологтар йыйылды.

06 дек, 21:57

Силәбегә методик ярҙам

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты вәкилдәре Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә методик ярҙам күрһәтте. Делегация ағзалары өлкәнең Ҡоншаҡ районындағы Хәлит, Бүре, Маяҡ, Ҡобағош, Һары һәм Әшир ауылдарында ҡурай һәм халыҡ бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн ғилми-методик семинар, мәктәптәрҙә туған телде уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән осрашыуҙар үткәрҙе.

03 дек, 23:19

Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Был туралағы Указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Айбулат Хажин 1973 йылда Өфөлә тыуған. 1-се медицина училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.

03 дек, 23:08

Өфө дәүләт нефть техник университетына — 70 йыл

Ул Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә иң билдәле һәм көслө вуздарының береһе. Ете тиҫтә йыл эсендә уҡыу йортон 100 меңдән ашыу белгес тамамлай, улар донъяның төрлө ҡитғаларында хеҙмәт итә. Университетты кадрҙар ҡаласығы тип атарға мөмкин. Уҡыу йорто коллективын оло юбилей менән Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡотланы. Башҡортостан нефте тарихы ошо уҡыу йорто менән бәйле, тине Радий Фәрит улы.

30 ноя, 23:02