Мәғариф һәм фән

Батырҙар мәңге хәтерҙә

Бөйөк Ватан һуғышына Максим Горький исемендәге 3-сө гимназиянан 42 һалдат фронтҡа алына. Кисә генә парта артында ултырған үҫмерҙәр яу яланында тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, тыуған ерҙе дошман утынан һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индерә. Бөгөн уларҙың исемдәрен белем усағы ҡәҙерләп һаҡлай. Йыл һайын, гимназияла 9 май байрамы алдынан митинг-концерт, уҡыусылар өсөн батырлыҡ дәрестәре уҙғарыла.

08 май, 22:06

Кем илдең иң көслө студент-программисты?

Өфө илдең иң көслө студент-программистарын ҡабул итте.

11 май, 21:09

Мәғариф өлкәһе лә яңыра

Президиум ултырышында мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу программаһы ла ҡабул ителде. Уға ярашлы, республиканың белем биреү өлкәһен үҫтереүгә бер миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡаралған. Әгәр төбәк ҡаҙнаһынан быға тиклем дәүләт учреждениелары ғына төҙөкләндерелһә, быйыл муниципаль иҫәптәге мәктәптәр ҙә ремонтлана.

03 май, 23:04

Онлайн-энциклопедия яҙыусылары

Башҡорт Википедияһын мәғлүмәт менән байытыусылар Германияла ойошторолған Халыҡ-ара конференциянан ҡайтты.

01 май, 21:45

Еңеү көнөнә арнап

Еңеү көнө алдынан юғары уҡыу йорттары студенттары тарихтан тест һорауҙарына яуап биреп, белем кимәлен тикшерҙе. "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы башланғысы менән ойошторолған мәғариф акцияһында ике йөҙҙән ашыу егет-ҡыҙ ҡатнашты.

27 апр, 20:48

Башҡорт теленән төбәк диктанты һөҙөмтәләре интернет селтәренә ҡуйылды

Быйыл төбәк диктанты дүртенсегә ойошторолдо. Республика һәм Рәсәй ҡалаларынан тыш сараға сит илдәр ҙә ҡушылды.

27 апр, 20:38

Мәскәү педагогтары Башҡортостан тәжрибәһен уртаҡлаша

Республикаға илдең баш ҡалаһынан бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәре килде. Ҡунаҡтар Өфөнөң белем усаҡтарында һәм мәктәпкәсә белем биреү

26 апр, 21:31

Республикала тәүге онлайн магистратура булдырылды

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында хәҙер магистратурала дистанцион уҡыу формаһында белем алырға мөмкин. Йә иһә уҡыусыларға лекция тыңлар өсөн университетҡа килеп йөрөргә тура килмәйәсәк. Был яңылыҡ айырыуса эшләүсе кешеләр өсөн уңайлы.

25 апр, 21:50

Халыҡ уҡытыусыһы

Салауат районы Арҡауыл ауылында йәшәүсе Хәнифә Искәндәрова туҡһан йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, һаман да сафта. Тирә-яҡ ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар менән осрашыуҙарға йөрөй. Тиҫтәнән ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаларын алдыра.

24 апр, 21:24

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында буласаҡ абитуриенттар өсөн асыҡ ишектәр көнө үтте

Унда ҡала мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Һөнәри белем биреүҙән тыш, уҡыу йортонда студенттарҙың ижади һәләтен асыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Күптән түгел колледждың “Ирәндек” фольклор ансамбле Өфөлә үткән республика “Халыҡ ынйылары” конкурсында өсөнсө урын яулаған.

23 апр, 23:04

Дәүләт һине уҡытты, ҡулыңда йүнәлтмә, рәхим ит эшкә

Советтар осоронда тап ошо система менән эшләнеләр. Уҡыу йортон тамамлаған йәштәрҙән ҡайҙа эшкә барырға теләүен һорап тормағандар. Кемдер күрше ауылға эләккән, кемгәлер республикала ҡалыу бәхете тейһә, бәғзеләр хатта, сит төбәктәргә лә ебәрелгән эшкә. Уның ҡарауы, бер нисә социаль мәсьәлә хәл ителгән. Беренсенән, эш таба алмай аҙапланмағандар, икенсенән, төпкөлдәрҙә кадрҙарға ҡытлыҡ булмаған, ә өсөнсөнән ауылдар йәштәр менән тулыланып торған. Бәлки, шуғалыр ҙа был алымды киренән ҡайтарыу тураһында һүҙ ҡуйыртыла. Йәғни, бюджетта уҡығандарҙың барыһы ла кәм тигәндә дүрт йыл йүнәлтмә буйынса эшләргә тейеш.

23 апр, 21:55

Республикала һуңғы ҡыңғырау һәм өлгөргәнлек аттестаттарын тапшырыу көндәре билдәләнде

Мәғариф министрлығы тантаналы сараларҙың үткәрелеү ваҡытының яҡынса көндәрен билдәләне. Туғыҙынсы синыф уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестарын тапшырыу көнөн урындағы муниципалитет үҙе хәл итә.

20 апр, 10:57

Һәр мәктәпкә 100 мегабит

Республика мәктәптәренең 95 проценты яңы уҡыу йылына юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәк. Әле Башҡортостанда ике йөҙҙән ашыу мәктәп интернетҡа бөтөнләй тоташтырылмаған. Йыл аҙағына тиклем барлыҡ белем усаҡтарын да заман коммуникациялары менән йыһазландырыу ҡаралған.

17 апр, 22:59

Бөгөн республика халҡы рус теленән тоталь диктант яҙҙы

Быйыл текст "Зөләйха күҙҙәрен аса" романы менән билдәлелек алған автор Гүзәл Яхинаның ижадынан алынған. Филологтар билдәләүенсә, уның әҫәре рус теленең бар грамматик һәм пунктуацион талаптарына ла яуап бирә.

14 апр, 21:35

Берҙәмлектә көс

Бөгөн Өфөлә ата-әсәләрҙең дөйөм йыйылышы үтте. Сарала ата-әсәләрҙең хоҡуҡтары хаҡында һүҙ барҙы, баш ҡаланың махсус комитетын ойошторорға хәл ителде.

14 апр, 21:23

Робот йыйыусылар мәккәһе

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетемаҡ филиалы тәбиғи фәндәр фәнни-производство базаһында Рәсәйҙә иң беренселәрҙән булып СТАН компанияһы уҡыу компетенциялары үҙәге асылды. Икенсе Республика асыҡ фестивалендә үҫмерҙәр үҙҙәре йыйылған роботтарҙың мөмкинлектәрен барланы.

13 апр, 23:17

Инженерҙар мәктәбе

Нефть етештереү нескәлектәре мәктәп партаһынан өйрәнелә. Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетының йәштәр технопаркында уҡыусылар көнкүреш әйберҙәренән ҙур завод төҙөнө. Уның менән яҡындан танышҡан белгестәр ил кимәлендә үҙенсәлекле тәүге предприятие булыуын билдәләне.

12 апр, 23:43

Рәсәй Геройы, космонавт Сергей Ревин бөгөн "Гагарин-үҙәк"тә балалар менән осрашты

Баш ҡалала " Гагарин-үҙәк" ике йыл эшләп килә. Уҡыу үҙәгенең төп маҡсаты - техник белемле йәштәр үҫтереү.

12 апр, 21:04

Уҡытыусылар баһаланды

Космонавтика көнө уңайынан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙа Гагарин олимпиадаһын ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән уҡытыусылар тәбрикләнде. Мәғариф алдынғыларын республика парламенты рәйесе Константин Толкачев ҡотланы.

12 апр, 20:57

Башҡортостандан йәш ғалимдар ракеталар өсөн яңы төр яғыулыҡ уйлап табыуҙа ҡатнаша

Был өлкәләге эшмәкрлеге өсөн уларға президент стипендияһы түләнәсәк. Федераль кимәлдә республиканан 18 ғалимдың ғилми хеҙмәте юғары баһаланған. Химиктар һәм биологтарҙың фәнни асыштары медицинала сирҙәрҙе заманса диагностикаларға ла ярҙам итәсәк.

11 апр, 23:40