Мәғариф һәм фән

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүсе уҡытыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте

Махсус мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында хеҙмәт иткән педагог-дефектолог, психологтар һәм башҡа белгестәр конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы призлы урындарҙы бүлеште. Артабан беҙҙең сайтта.

20 сен, 22:00

“Рәсәй коррекцион педагогы” һәм “Иң яҡшы инклюзив мәктәп” Бөтә Рәсәй конкурстарының төбәк еңеүселәре билдәләнде

Сара Өфө 59-сы коррекцион мәктәп-интернатында уҙҙы. Еңеүселәргә мәғариф министрлығынан почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Мәктәптә бөгөн шулай уҡ асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләгән етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары кәңәшмәһе үтте.

20 сен, 15:08

Башҡортостанда балалар түңәрәктәре һәм төрлө секциялар өсөн сертификат ярҙамында түләргә мөмкин

Републиканың 36 муниципалитетында, шул иҫәптән, Өфөлә яңы система һынау үтә. Өҫтәмә белем алыуға дәүләт һәр балаға 8 мең 800 һум аҡса бүлә. Был аҡсаны башҡа маҡсатта файҙаланып булмай, шул уҡ ваҡытта дәүләт, муниципаль түңәрәктәрҙән тыш шәхси секцияларға ла йүнәлтергә мөмкин, ти Республика балаларға өҫтәмә белем биреү моделле үҙәк директоры Роберт Төхвәтуллин.

20 сен, 13:37

Мәскәүҙә - "БашПерваш"

Мәскәүгә Башҡортостандан уҡырға ингән студенттар араһында “БашПерваш” тип исемләнгән квест уйыны уҙғарылды. Сараны республиканың Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы ойошторҙо.

19 сен, 13:10

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада федераль исемлеккә индерелде

Рәсәй мәғариф министрлығының ошо турала бойороғо бар. Был Олимпиада еңеүселәренә юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙә яңы мөмкинлектәр аса, тип эксперттар.

19 сен, 11:11

Башҡортостан селекция үҙәгендә ғалимдар борсаҡтың перспективалы сортын сығарыу өҫтөндә эшләй

Яҡын арала ул беҙҙә, Татарстанда һәм Волга-Вятка районында дәүләт һынауы үтергә тейеш. Һөҙөмтәһе уңышлы булһа-яңы сорт Башҡортостанда районлаштырыласаҡ.

18 сен, 18:21

Йәштәргә киләсәктә кәрәкле һөнәрҙәр тураһында һөйләйҙәр

Өфөлә был көндәрҙә һөнәрҙәр фестивале үтә. Төрлө майҙансыҡтар эшләй, оҫталыҡ дәрестәре, экскурсиялар ойошторола. Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.

18 сен, 11:08

Уҡыусылар өсөн сығарылыш иншаларының темалары өсөн йүнәлештәр билдәле булды

"Һуғыш һәм солох" китабының 150 йыллығы, шулай уҡ "Изгелек һәм Яуызлыҡ", "Ышаныс һәм өмөтһөҙлөк" тигәндәре һәм башҡалар бар.

18 сен, 10:19

Өфөлә өлкән кластарҙа уҡыуылар өсөн “Министр менән асыҡ дәрестәр” проекты старт алды

Ул уҡыу йылында аҙна һайын уҙғарыласаҡ. Төп маҡсат-уҡыусыларҙа эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Асыҡ дәрестәрҙә иҡтисад, маркетинг, менеджмент нигеҙҙәре буйынса белем бирелә.

17 сен, 18:09

2020 йылда Өфөлә уҡыусылар һәм мәктәп тамамлаусылар өсөн Һөнәри әҙерлек үҙәге асыла

Был хаҡта мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин “PROFфест” һөнәрҙәр фестивалендә белдерҙе. Һөнәри әҙерлек үҙәге алтынсы-ун беренсе класс уҡыусылары өсөн көндәлек эш форматында эшләйәсәк. Балалар унда ҡыҙыҡлы уйын формаһында ниндәй һәләттәр үҫтерергә кәрәклеген, ниндәй һөнәри мөхиткә ҡарағанын билдәләй алырға, эш биреүсе менән аралашырға өйрәнергә тейеш, тине Айбулат Хажин.

17 сен, 16:00

9-сы һәм 11-се класты тамамлаусылар өсөн дәүләт имтихандары теҙмәһе проекты иғлан ителде

Ул йәмәғәт ҡарауына сығарылды. 2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы өс этапта була Тәүгеһе 20 марттан 13 апрелгә тиклем дауам итә.

17 сен, 10:26

Ҡариҙел районы Абыҙ мәктәбендә асыҡ ишектәр көнө үтте

Башҡортостандың йөҙ йыллығына төҙөлгән белем усағы. Ҡариҙел районы Абыҙ мәктәбендә асыҡ ишектәр көнө үтте. Тантаналы шарттарҙа яңы уҡыу комплексына ингән заманса мәктәп, балалар баҡсаһы рәсми рәүештә асылды. 108 уҡыусылыҡ белем усағы, 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы һәм мәктәп автобусы уңайлыҡтары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова танышты.

16 сен, 21:41

Өҫтәмә белем алыуға дәүләт һәр балаға аҡса бүлә

Башҡортостанда балалар түңәрәктәрен һәм төрлө секцияларын сертификат ярҙамында түләргә мөмкин. Републиканың 36 муниципалитетында, шул иҫәптән, Өфөлә яңы система һынау үтә.

16 сен, 16:15

Красный Ключ ҡасабаһында һәләтле балалар өсөн белем биреү үҙәге булдырыласаҡ

Ул Бөтә Рәсәй "Сириус" үҙәге кеүек эшләйәсәк. Был хаҡта "Берҙәм Рәсәй" партияһының күсмә ултырышында билдәле булды. "Республиканы ас" проекты сиктәрендәге сара Нуриман районында үтте. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова яҙмаһында.

14 сен, 22:15

Баҡалы районы үҙәгендә яңы белем усағы асылды

Республиканың 100 йыллығы сиктәрендә төҙөлгән объект 825 урынға иҫәпләнгән 18 мең квадрат метрҙы биләгән бинала кабинеттар заман талаптарына яраҡлаштырылған.

13 сен, 22:51

Урта һөнәри уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырыу мәсьәләһе ҡарала

Был турала “Мәғариф сәғәте” ултырышында хәбәр ителде. “Колледжарға уҡырға инергә теләүселәр арта, ә финанслау кәмей. Шуға бюджет урындарын күбәйтергә кәрәк”, - ти мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.

13 сен, 19:06

Башҡортостанда ҡайһы бер колледждар 5 миллион һумға тиклем грант аласаҡ

Ул Етем, инвалид, шулай уҡ мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға белем биреүсе уҡыу йорттарына тәғәйенләнә, тип белдерелде "Мәғариф сәғәте"ндә.

13 сен, 11:37

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы еңеү яуланы

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы Бөтә Рәсәй “Абилимпикс” конкурсында икенсе урын яуланы. "Ворлдскиллс" милли чемпионатында ла быйыл республика үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. “Бөгөн эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж бар. Колледжға уҡырға инеүселәр арта”, - ти мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.

13 сен, 10:36

Хөкүмәттә үткән "Мәғариф сәғәте"ндә мөһим мәсьәләләр күтәрелде

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре ҡайһы бер мәктәптәрҙә шәкәр диабеты менән ауырыған, насар ишеткән һәм күргән балаларҙы бушлай ашатыуҙан баш тартыуға зарланған. Балаларҙан медицина комиссияһы үтеү тураһында документ талап иткәндәр. Был мәсьәлә хөкүмәттә "Мәғариф сәғәте" кәңәшмәһендә күтәрелде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ғәйеплеләрҙе асыҡларға, тейешле саралар күрергә ҡушты.

13 сен, 10:00

Республика колледждарына Башҡортостан башлығы грантын булдырырға тәҡдим ителә

Был турала “Мәғариф сәғәте” ултырышында әйтелде. Ул Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжында үтте. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин һөйләй.

12 сен, 18:12