Мәғариф һәм фән

Республика юғары уҡыу йорттарында 2019/2020 уҡыу йылына ҡабул итеү кампанияһы башлана

Киләһе уҡыу йылына Башҡортостан вуздарына 10 мең 800 абитуриент бюджет урындарына дәғүә итә ала, шул иҫәптән магистратура, аспирантура һәм ординатураға инеү мөмкинлеге бар. Былтырғыға ҡарағанда, был һандар күпкә юғары.

05 июн, 23:06

Силәбе ҡалаһында башҡорт теле уҡытыусылары әҙерләнәсәк

Яңы йүнәлеш Башҡорт һәм Силәбе дәүләт университеттары араһында ҡабул ителгән килешеүгә ярашлы ғәмәлгә ашырыласаҡ. Был туралағы документҡа бөгөн уҡыу йорттары ректорҙары Николай Морозкин менән Диана Циринг ҡул ҡуйҙы.

05 июн, 23:04

Сығарылыш класс уҡыусылары имтихан тапшыра

Бөгөн мотлаҡ фәндәрҙең береһе - рус теленән һынау үтә. Быға тиклем Берҙәм дәүләт имтихандары ваҡытында ике кеше тәртип боҙоуҙа тотолған.

03 июн, 10:51

Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте сирләгән балаларҙы имтихандарға ебәрмәҫкә саҡыра

Чебоксарҙа Берҙәм дәүләт имтиханында уҡыусының йөрәге туҡтағандан һуң федераль ведомство ата-әсәләргә ошондай мөрәжәғәт менән сыҡты. Белгестәр фекеренсә, һынауҙар уҡыусыларҙан көсөргәнеш талап итә, ә сәләмәтлеге ҡаҡшаған балаларҙың уны күтәрә алмауы ихтимал. Ата-әсәләр иһә уҡыусыларҙы алдан уҡ әҙерләү, ҡурҡытмау яҡлы. Күңелдә ышаныс тойғоһо булғанда кәртәләрҙе еңеү еңелерәк.

01 июн, 22:03

Бишбүләк районы Дим ауылы мәктәбендә уҡытыу ваҡытлыса туҡтатыла

Ете ауыл балаларын һыйындырған белем усағында быйыл капиталь ремонт көтөлә. Балалар ваҡытлыса Аҙнай ауылына уҡырға йөрөйәсәк. Әммә ата-әсәләр был яңылыҡҡа ҡыуанып түгел, ә киреһенсә, борсолоп ҡарай.

31 май, 23:40

Өфөнөң 1-се лицейында Мостай Кәрим уҡыуҙары үтте

Баш ҡалала Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан саралар дауам итә. Бөгөн Өфөнөң 1-се лицейында халыҡ шағирына арналған уҡыуҙар үтте. Сара Ленин районының төрлө мәғариф учреждениеһы уҡыусыларын бергә йыйҙы.

30 май, 23:03

Молдова Республикаһы Президенты Игорь Додон Башҡорт дәүләт университетының почетлы докторы исеменә лайыҡ булды

Был исем уға студенттар менән осрашыуҙа бирелде. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында Молдова Республикаһы студенттары юҡ тиерлек. Шулай ҙа киләсәктә күрергә теләр инем тине, республика Президенты.

30 май, 22:58

Бөгөн 11-се синыф уҡыусылары тәүге Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы

Ул һайлап алған фәндәр - география һәм рус әҙәбиәтенән. Өфөнөң Киров районы мәктәптәрендә һынау 5-се лицейҙа ойошторолдо. Урында Яңылыҡтар хеҙмәтенең ижади төркөмө лә эшләне. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

27 май, 23:08

«Урал батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрҙе

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән Халыҡ-ара конференцияла яңы китаптың исем туйы үтте. Был ике яҡлы хеҙмәттәшлек. Яҡуттарҙың "Нюргун Боотур" героик эпосы ла башҡортсаға тәржемә ителгән. Донъя халыҡтарының рухи мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән ғилми-ғәмәли конференциянан киләһе репортаж.

24 май, 21:25

Сығарылыш уҡыусылары өсөн имтихандар башланды

Бөгөн 9 кластар сит телдәрҙән һынау тота. Башҡортостанда 63 меңгә яҡын укыусы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына теркәлгән. 11-селәр өсөн тәүге Берҙәм дәүләт имтиханы 27 майҙа була.

24 май, 12:12

Эшсе һөнәрҙәр чемпионаты өлгөһөндә оҫтаханалар булдырыла

"Мәғариф" милли проекты буйынса Башҡортостанда урта уҡыу йорттарында 30 оҫтахана асыла. Улар "Төҙөлөш", "Мәғлүмәт технологиялары", "Дизайн", "Ауыл хужалығы" һәм башҡа йүнәлештәр буйынса эшләйәсәк.

22 май, 12:03

Өфөлә «Башҡортостан өмөтө» исеме аҫтында һәләтле балаларҙың форумы үтте

Сараға Бөтә Рәсәй олимпиада-конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары саҡырылды. Бөтәһе 300-ләп уҡыусы һәм уларҙың педагогтары. Улар араһында математиктар ҙа. физиктар ҙа, биологтар ҙа, химиктар ҙа, технологтар ҙа бар. Башҡортостан мәғарифының йөҙөк ҡашы булған һәләтле уҡыусылар менән хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова осрашты.

21 май, 23:47

"Мәктәптә дәреслектәр менән тәьмин итеүҙә мутлашыуҙар булмаҫҡа тейеш!"

Ил президенты Владимир Путин Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Сочиҙа үткән медиафорумда мәктәптә дәреслектәр менән тәьмин итеүҙә мутлашыуҙар булмаҫҡа тейеш, тип белдерҙе.

21 май, 19:18

Берҙәм дәүләт имтихандарына бер аҙна ваҡыт ҡалды

Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл бер ни тиклем үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, математиканан база кимәлен һайлағандар профилде бирә алмай. Башҡа мәлдәр – кеҫә телефоны, шпаргалкалар өсөн яуаплылыҡ – элеккесә.

21 май, 18:05

Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар федераль грантҡа эйә була ала

"Мәғариф" милли проекты буйынса белем биреү проекттары өсөн аҡса юлларға мөмкин. Улар араһында сит илдәрҙә Рәсәй мәғариф алымдарын таратыу, үҙебеҙҙәге юғары уҡыу йорттарына сит ил студенттарын йәлеп итеү һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу кеүек йүнәлештәр ҡаралған.

21 май, 12:36

Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн яуаплы осор етте

Башҡортостанда 63 меңгә яҡын кеше дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына теркәлгән. 9 кластар өсөн төп дәүләт имтиханы 24 майҙа башлана, ә 11-селәр өсөн тәүге Берҙәм дәүләт имтиханы 27 майҙа була.

21 май, 11:10

Сибай балалары яңы белем йүнәлештәрен үҙләштерә

Ҡалала технопарк эшләй. Бында 600-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Фәнни-техник, мәҙәни-гуманитар йүнәлештәр буйынса дәрестәр алып барыла. Балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай.

21 май, 10:52

Өфөнөң 233-сө балалар баҡсаһында һәм 40-сы белем биреү үҙәгендә аутизмдан яфаланған балалар өсөн Ресурс төркөм һәм синыф асылған

Әле унда 12 бала шөғөлләнә. Проект ҡаланың мәғариф идаралығы, коммерция булмаған ойошма ярҙамында тормошҡа ашырыла. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

20 май, 22:59

Мәктәптәр һуңғы ҡыңғырауға әҙерләнә

Байрам тантанаһы 25 майға тәғәйенләнгән. Артабан 11 һәм 9 кластарҙы тамамлаусылар өсөн етди осор – имтихандар башлана.

20 май, 18:07

Баш ҡалабыҙ “Яҙғы бал”ға әҙерләнә

25 майҙа Өфө ҡала хакимиәте сығарылыш класы уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен “Һуңғы ҡыңғырау” байрамына саҡыра.

20 май, 15:11