Мәғариф һәм фән

Өсөнсө быуын халыҡ университеты бөгөн 5 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Был уҡыу йортонда пенсия йәшенә еткән граждандар 20 төрлө йүнәлеш буйынса белем ала.

21 мар, 12:31

Бөгөн Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2018 төбәк-ара конкурсы асылды

Быйыл 45 педагог көс һынаша. Улар асыҡ дәрестәр бирә, инновацион алымдарын күрһәтә, мастер- кластар үткәрә, төрлө темаларға фекер алыша. Тәжрибә майҙансығы булып торған бәйге еңеүсеһе 31 мартта билдәле була.

20 мар, 22:57

Ғәрәп телен өйрәнеү өсөн яңы мөмкинлектәр

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Ғәрәп теле үҙәге асылды. Ул Рәсәй Хөкүмәте тарафынан Ислам буйынса белгестәр әҙерләү проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә, үҙәктә студенттар өр-яңы ҡорамалдар файҙаланып, махсус уҡыу программалары буйынса ғәрәп телен өйрәнә ала.

19 мар, 22:47

Башҡортостан берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу этабына әҙер

Ваҡытынан алда имтихан тапшырыусы сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн һынауҙар 21 марттан 11 апрелгә тиклем үтәсәк. Был ваҡыт арауығына Башҡортостанда 921 кеше теркәлгән.

19 мар, 17:54

Башҡортостанда “Киләсәк мәғрифәте” Халыҡ-ара Өфө мәғрифәт салонын үткәреү даталары билдәләнде

“Киләсәк мәғрифәте” быйыл 7 - 10 ноябрҙә “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында үтәсәк. Бындай ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сығарҙы.

19 мар, 14:44

Аҙна яңылыҡтары. Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары Рәми Ғарипов тәржемәһендә донъя күрҙе

Китаптың үҙенсәлеге шағирҙың ҡулъяҙмалары формаһында сығыуы. Йәғни, әҙип нисек яҙған шул килеш, күсермә рәүешендә. Рәми Ғарипов дүрт юллыҡтарҙы семәрләп тиерлек матурлап яҙған. Ҡайһы бер биттәрендә тормош күҙәтеүҙәре, эмоциялары сағылыш тапҡан. Ҡулъяҙмаларҙы шағирҙың улы Азамат Ғарипов тапшырған.

17 мар, 20:49

Стәрлетамаҡ «кибер» ҡушылмалы ҡала булды

«Кибер Рәсәй» проекты Башҡорт дәүләт университетының урындағы филиалында старт алды.

17 мар, 18:57

Республикала бөгөн «Остаздар эргәлә түгел, бергә» тигән федераль проекттың төбәк этабы старт алды

Уға ярашлы, яҙмыш һынауына, ауыр хәлгә дусар булған балалар билдәле шәхестәргә беркетелә. Өлкәндәр алты осрашыу эсендә бәләкәй дуҫтарына тормошҡа дөрөҫ йүнәлеш бирергә, кәңәштәре менән ярҙам итергә тейеш. Проектты ойоштороусы һәм методик ярҙам күрһәтеүсе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Остаздарҙың балалар менән осрашыуы ла ошо уҡыу йортонда үтте. Тәүге тәьҫораттар хаҡында хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.

16 мар, 20:01

Республика социаль-иҡтисади үҫеш юлында

Башҡортостан фәндәр академияһының стратегик тикшеренеүҙәр институты башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәренә стратегик сессиялар ойошторҙо.

15 мар, 22:02

Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн уңайлыҡтар

Өфөнөң 94-се лицейында башҡорт теле буйынса курстың икенсе төркөмө эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуар айында һынлы сәнғәт менән шөғөлләнеүсе Айгөл Рәшитова үҙ оҫтаханаһында дәрестәр ойошторғайны. Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәрҙең күп булыуы сәбәпле, белем усағында икенсе төркөм булдырылған.

15 мар, 19:57

Мәскәү дәүләт университеты ректоры В.А. Садовничий М. Аҡмулла ис. БДПУ-ның почетлы профессоры булды

15 мартта физика-математика фәндәре докторы, профессор, Рәсәй фәндәр академияһы академигы, М.В. Ломоносов ис. МДУ ректоры, Рәсәй ректорҙар союзы Президенты Виктор Садовничий М. Аҡмулла ис. БДПУ-ла булды.

15 мар, 18:07

2019 йылда Рәсәй ректорҙары советы Өфөлә үтеүе ихтимал

Был башланғысты Рөстәм Хәмитов Мәскәү дәүләт университеты ректоры, Рәсәй ректорҙар союзы Президенты Виктор Садовничий менән осрашыуҙа тәҡдим итте.

15 мар, 16:41

Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса асыҡ дәрес

Өфөләге Янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусылары менән осрашып, профилактик әңгәмә ҡорҙо.

14 мар, 18:30

Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары башҡорт телендә донъя күрҙе

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың көнсығыш классикаһы тәржемәләре китап булып баҫылып сыҡты. Ижадсы ҡалдырған ҡулъяҙмалар үҙгәртелмәй, сканер аша үткәрелеп, аҡ ҡағыҙ биттәрендә нисек бар шулай нәшер ителде.

13 мар, 21:48

Өфөлә ағалы-ҡустылы бер туған Кәбир һәм Фазыл Туйкиндар иҫтәлегенә хәтер кисәһе үтте

Уҙған быуат башында уларҙың өлкәне Кәбир Туйкин төрки телле халыҡтар араһында билдәле яҙыусы, уның ҡустыһы Фазыл Туйкин фолькорсы булараҡ танылыу алған. Үҙ заманының алдынғы ҡарашлы кешеһе мәктәп-мәҙрәсәләрҙә математика фәнен дә уҡыта. Фазыл Туйкин шулай уҡ ауыл театрҙарын ойоштороу эшендә лә ҡатнаша, шиғри әҫәрҙәр ижад итә. Уның күп кенә әҫәрҙәре ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күрә. 30-сы йылдарҙа ағалы-ҡустылы Туйкиндар «халыҡ дошманы» булыуҙа ғәйепләнеп, репрессия ҡорбандарына әйләнә.

13 мар, 12:15

Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы арта

Эш биреүселәр машинист-тракторист, автомеханик, иретеп-йәбештереүсе, төҙөлөш һәм биҙәү эштәре мастерҙарына мохтаж. Иглин ҡасабаһындағы агросәнәғәт колледжы ярты быуат буйына эшсе һөнәр эйәләре әҙерләй. Уҡыу йортон 16 меңдән ашыу белгес тамамлаған.

12 мар, 19:14

Спорт залһыҙ мәктәп

Дыуан районы Озеро ауылы уҡыусылары физкультура дәресен йыл әйләнәһенә тышта уҙғарырға мәжбүр. 1965 йылда төҙөлгән мәктәп бинаһы күптән иҫкергән, спорт залы ун йыл элек авария хәлендә тип танылһа, йыл һайын кабинеттар капиталь ремонтҡа ябыла. Тик һөҙөмтә генә юҡ. 61 уҡыусы көн һайын хәүефле мәктәпкә йөрөүен дауам итә.

08 мар, 20:42

Төбәктең иң көслө ике гимназияһы эшмәкәрлеген туҡтатыуы ихтимал

Матбуғат саралары һәм интернет киңлектәрендә был турала таралған хәбәр йәмәғәтселекте борсоуға һалды. Рәми Ғарипов һәм Ҡасим Дәүләткилдиев исемдәрен йөрөткән республика белем усаҡтары милли статустарын юғалтып, ябыласаҡ тигән мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап киләме,юҡмы?

07 мар, 22:45

Благовещен ҡалаһында 320 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлә

Ул юбилей обьекты. Төҙөүселәр билдәләүенсә, белем усағының проекты ҡатмарлы.

06 мар, 10:17

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Бөгөн белем усағының төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән тантанаға йыйылды. Белем биреү учреждениеһы 1943 йылда Совет Армияһы тынлы оркестрҙары өсөн хәрби музыкант тәрбиәләнеүселәр әҙерләү маҡсатында асылған.

05 мар, 19:59