Мәғариф һәм фән

Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыларын атанылар

Баш ҡалала “Йыл уҡытыусыһы”, шулай уҡ “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” конкурстарына йомғаҡ яһалып, еңеүселәр тәбрикләнде. Ике бәйгелә барлығы 60 педагог ҡатнашты.

15 фев, 13:43

Учалы уҡыусыларына яңы автобус бүләк иттеләр

Учалы районы хәкимиәте билдәләүенсә, был транспорт Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы булдырған мәктәптәрҙе автобус менән тәьмин итеү программаһы сиктәрендә бүләк ителде.

19 фев, 15:30

Өфөлә тыуған яҡты өйрәнеү лекторийы үҙ эшен башланы

Ай һайын һәр өсөнсө шәмбе Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт өлкәһе белгестәре менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Бөгөн тәүге лекция менән тарих фәндәре докторы Михаил Роднов сығыш яһаны.

17 фев, 11:47

Йәш урмансылар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы менән осрашты

Урман хужалығы техникумында ойошторолған сара халыҡ-ара урман көнөнә арналды. Әҙәби осрашыуға Ноғоман Мусиндың саҡырылыуы осраҡлы түгел. Халыҡ яҙыусыһы ижадының ҙур өлөшө тап урманға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһенә бағышланған.

16 фев, 19:48

Туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләре бөгөн Башҡорт дәүләт университетында уҙған кәңәшмәлә тикшерелде

3-сө Бөтә Рәсәй фәнни-методик конференцияла ҡатнашыусылар милли телдәрҙе уҡытыу сифатын күтәреү буйынса фекер алышты. Этник йолаларҙың, халыҡ педагогикаһының роле билдәләнде. Мәктәп уҡыусыларын әҙәбиәт, мәҙәниәт аша тәрбиәләү мәсьәләләре лә ҡаралды. Конференцияла Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Татарстан, Ҡырым республикаһы, Ырымбур, Һамар өлкәләренән һәм Белоруссиянан килгән ғалимдар, методистар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты.

15 фев, 21:35

Башҡортостанда уҡыусыларҙың 87 проценттан ашыуы туған телен өйрәнә

Күрһәткес 2016-2017 йылғы уҡыу йылы менән сағыштырғанда, 28 процентҡа күберәк. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан мәғариф министрлығының коллегия ултырышында билдәләнде. Кәңәшмәлә йәш быуындың һәләтен үҫтереүгә иғтибар бүлеү һәм ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барыу юлдары ла барланды. Был йәһәттән республика моно ҡалаларҙа асылған «Кванториум» технопарктарын миҫалға килтерергә мөмкин. Проект Благовещен, Күмертау, Нефтекама, Учалыла уңышлы эшләй. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән берлектә талантлы балаларҙың белемен камиллаштырыу, уларҙы төрлө конкурстарға әҙерләүҙе ойоштороу тәжрибәһе ҡарала. Һөнәри белем биреүгә килгәндә, былтыр Өфө дәүләт нефть техник университеты республиканың инновацион, технологик һәм социаль үҫеш үҙәге булараҡ конкурста еңеү яулаған. Вуз шулай уҡ донъяның иң яҡшы университеттары исемлегенә ингән, исемлектә Өфө дәүләт авиация техник университеты ла бар.

15 фев, 21:30

Башҡортостанда предуниверсарийҙар селтәрен булдырасаҡтар

Башҡортостанда предуниверсарийҙар – вуз янындағы һәләтле балаларға тәғәйенләнгән махсус мәктәптәр – селтәрен булдырасаҡтар. Был турала Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы коллегияһы ултырышында хәбәр иттеләр.

15 фев, 12:22

Башҡортостанда уҡыусыларҙың 87 проценттан ашыуы туған телен өйрәнә

Күрһәткес 2016-2017 йылғы уҡыу йылы менән сағыштырғанда, 28 процентҡа күберәк. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан мәғариф министрлығының коллегия ултырышында билдәләнде. Кәңәшмәлә йәш быуындың һәләтен үҫтереүгә иғтибар бүлеү һәм ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барыу юлдары ла барланды. Был йәһәттән республика моно ҡалаларҙа асылған «Кванториум» технопарктарын миҫалға килтерергә мөмкин. Проект Благовещен, Күмертау, Нефтекама, Учалыла уңышлы эшләй. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән берлектә талантлы балаларҙың белемен камиллаштырыу, уларҙы төрлө конкурстарға әҙерләүҙе ойоштороу тәжрибәһе ҡарала. Һөнәри белем биреүгә килгәндә, былтыр Өфө дәүләт нефть техник университеты республиканың инновацион, технологик һәм социаль үҫеш үҙәге булараҡ конкурста еңеү яулаған. Вуз шулай уҡ донъяның иң яҡшы университеттары исемлегенә ингән, исемлектә Өфө дәүләт авиация техник университеты ла бар.

15 фев, 10:47

Өфөлә билдәле ғалим Әхмәт Баҡыев иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды

Церемония Блюхер урамындағы ғалим йәшәгән йорт янында үтте. Исеме бар донъяға билдәле белгес нефть институты студентынан Фәндәр академияһының республика бүлексәһе академик-секретарына тиклем юл үткән.

14 фев, 15:04

Бөгөн Өфөлә билдәле ғалим, техник фәндәр докторы, профессор Әхмәт Баҡыевтың исеме мәңгеләштерелде

Уның иҫтәлегенә Блюхер урамында академик йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.

13 фев, 20:00

Башҡортостан уҡыусылары Рәсәй Мәғариф һәм фән министрына һорау бирә ала

Бөгөн, 13 февралдә, Башҡортостан уҡыусылары Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы башлығы Ольга Васильеваға үҙенең һорауын бирә ала. Мәскәү ваҡыты буйынса 18.30 сәғәттә министр #VKLIVE ҡушымтаһында тура эфирға сығасаҡ.

13 фев, 16:58