Мәғариф һәм фән

Башҡортостан "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә федераль конкурста еңде

Федераль тармаҡ министрлығы 2020-2022 йылдарҙа милли проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса грантҡа асыҡ конкурс иғлан иткәйне. Республика субсидия алыуға өлгәшкән төбәктәр араһында. Башҡортостанда һанлы һәм гуманитар йүнәлеш буйынса белем биргән 100-ҙән ашыу белем биреү үҙәге ойошторола. Балалар өсөн Ай-ти клуб һәм Квантариумдар асыу күҙаллана.

23 июл, 13:03

Балалар баҡсаһына урынлашыу еңеләйә

Башҡортостанда электрон сиратҡа тороу буйынса система эшләй. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, сайтта етешһеҙлектәр юҡ ителгән, балалар баҡсаһына сират барышын онлайн күҙәтеп барырға мөмкин.

23 июл, 10:49

Уҡытыусыларҙың 600 мең һумлыҡ грант конкурсына эштәр килә башланы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, республикала 1 июлдән уҡытыусыларға аҡсалата конкурс иғлан ителде.

23 июл, 00:22

Башҡортостанда һәләтле балаларҙы асыҡлау, улар үҫешенә булышлыҡ итеү үҙәге асыла

Ул Республика инженер лицейында булдырыла. "Мәғариф" милли проектына ярашлы, Башҡортостанға грант бүленгән.

22 июл, 18:05

Ауылға ҡайтҡан йәш уҡытыусыларға грант бирелә

Документтар 1 авгусҡаса ҡабул ителә. Башҡортостан Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста 35 йәше тулмаған ауыл мәктәбендә ике йылдан ашыу эшләгән уҡытыусылар ҡатнаша ала. Кандидаттарҙы мәктәп һәм район мәғариф бүлектәре тәҡдим итә.

22 июл, 12:19

Быйыл Башҡортостанда бер нисә мәктәп һәм күп функциялы белем биреү үҙәге асыла

Был турала Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин белдерҙе.

22 июл, 11:00

«Ҡарағай» торлаҡ комплексында балалар баҡсаһы буласаҡ

Ул 160 урынға иҫәпләнгән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәте менән Мәғариф министрлығына мөһим социаль объектты төҙөүҙе яйға һалырға һәм был объект өсөн яуаплы «Өсөнсө трест»ы йәлеп итергә ҡушты.

19 июл, 22:29

Баймаҡта яңы мәктәп асыла

Ҡаланың көньяҡ биҫтәһендә 120 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы һәм 240 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин әйтеүенсә, төҙөлөш йылдам бара.

19 июл, 15:05

Уҡытыусылыҡҡа уҡығандар йүнәлтмә буйынса эшләйәсәк

Башҡортостанда маҡсатлы уҡытыу системаһы ярҙамында педагогик кадрҙар адреслы әҙерләнә башлаясаҡ. Маҡсатлы йүнәлтмәнән айырмалы бында студент, юғары уҡыу йорто һәм эш тәҡдим итеүсе мәғариф учреждениеһы араһында өс яҡлы килешеү төҙөләсәк.

18 июл, 22:30

Башланғыс класс уҡыусыларын мәктәптә бушлай ашатыу мәсьәләһе ҡарала

Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров Нефтекамала үткән туҡланыу буйынса төбәк операторҙары форумында белдерҙе. Радий Хәбиров бөтә мәктәптәрҙә берҙәм меню булдырырға тәҡдим итте. Шулай уҡ туҡланыу буйынса төбәк операторҙары эше етди контролгә алыныуы тураһында әйтте.

17 июл, 13:04

Башҡортостандың өс юғары уҡыу йорто миллион һумлыҡ грант аласаҡ

Был турала үҙәк сығанаҡтар хәбәр итә. Белем биреү ойошмалары араһында уҙғарылған йәштәр проекттары буйынса Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалған.

16 июл, 23:35

Владимир Путин Өфөнөң йәш ғалимдарын грант менән бүләкләне

Бөгөн ил президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендәге тантанала йәштәр үҙ проекттарына лайыҡлы баһа алды. Камил Рамаҙановҡа бер миллион һум техник һәм инженер фәндәр өлкәһендәге уңышы өсөн тапшырылды. Ул авиация өлкәһенә материалдар етештереү өсөн ныҡлы ҡорамал уйлап тапҡан. Йәш ғалим һүҙҙәренә ҡарағанда, ул сәс бөртөгөнән нәҙегерәк, алмаздан нығыраҡ.

16 июл, 22:53

Ҡыйғы районынының Ләүйылға ауылында мәктәп һәм балалар баҡсаһын берләштергән социаль объект төҙөлә

Бинаның стеналары күтәрелгән, ҡыйығы, тәҙрәләре ҡуйылған. Фасады йылытылған, облицовка эшләнгән. Әле бинаның эсен биҙәкләү эштәре бара.

16 июл, 22:50

Республикала ғилми эшмәкәрлек үҫешә

Башҡортостан буйынса Баш Федераль инспектор Михаил Закомалдин Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына лайыҡ булған йәш ғалимдар менән осрашты. Сара барышында фән кандидаттарына 600 мең, ә фән докторҙарына 1 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Хәбәрсебеҙ Алмаз Бәширов репортажы.

16 июл, 16:05

Нефтекамала татар полилингвистик мәктәп-интернат асыла

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре барышында белдерҙе. Ул 2013 йылдың октябрендә ябылған мәктәп-интернаты базаһында төҙөкләндерелә. Республика мәғариф министры вазифаһын үтәүсе Айбулат Хажин әйтеүенсә, биналарға тикшереү үткәрелгән. Йылылыҡ булдырыу өсөн социаль программалар фонды аша 30 миллион һум аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта документтар әҙерләнә, ремонт эштәренә смета төҙөлә.

16 июл, 16:00

Башҡортостанда ике йыл эсендә 53 яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 29 объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Тағы 24 балалар баҡсаһы киләһе йылда асылырға тейеш.

16 июл, 09:03

Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйған буласаҡ студенттарға 100 мең һум түләнә

Өфө дәүләт нефть-техник университеты ошондай программа әҙерләгән. Өс имтихан һөҙөмтәләре буйынса 250 балл йыйған уҡыусылар аҡсалата премияға өмөт итә ала.

15 июл, 18:09

Яңы уҡыу йылы алдынан мәктәптәр именлек талаптарына тикшерелә

Белем көнөнә бер ай ярым ваҡыт булһа ла, янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары мәктәптәр буйлап йөрөп етешһеҙлектәрҙе алдан асыҡлай. Белоретта ла балалар именлегенә ҙур иғтибар бирелә. Район хакимиәте белгесе Эльза Мөхәмәҙиева ошо хаҡта һөйләй.

15 июл, 18:04

Дим биҫтәһендә яңы мәктәп асыласаҡ

Белем биреү комплексы «Республиканың 100 йыллығына - 100 объект» программаһы сиктәрендә төҙөлә. Мәғариф усағы мең балаға иҫәпләнгән. Проектҡа ярашлы, яңы мәктәптә белем алыу өсөн уңайлы шарттар ҡаралған.Ҡыҙыу эш мәлен БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

13 июл, 22:12

Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү башланды

11 класты тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса уҡырға инә. Колледж һәм училище студенттары һынау тота, ти Башҡорт дәүләт университеты ҡабул итеү комиссияһы яуаплы секретары Ринат Төлкөбаев.

12 июл, 15:10