Мәғариф һәм фән
Республика көнөнә Саҡмағош балалары бүләкле булды
Бөгөн райондың Йомаш ауылында мәктәпкәсә учреждение асылды. Төҙөлөш эштәре "Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект" программаһы нигеҙендә башҡарылған. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Мәнзүрә Нәбиева һөйләй.
Башҡортостанда балалар баҡсаһына урынлаша алмаған 3 йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн сертификаттар бирелә башлай
Стәрлетамаҡта ошондай проект һынала. Сертификат суммаһы ай һайын 6 мең һум. Ул шәхси балалар баҡсаһына түләү өсөн тәғәйенләнә.
Республика мәктәптәрендә «Ҡанатлан» мәғариф проекты тормошҡа ашырыла башланы
Башҡортостан мәктәптәрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән «Ҡанатлан» яңы мәғариф проекты тормошҡа ашырыла. Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында был проект сиктәрендә унынсыларҙа дүрт модуль, ә ун беренсе сығарылыш класында өс модуль буйынса өҫтәмә белем бирелә. Яңы мәғариф проектының өҫтөнлөктәрен БСТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.
Быйыл «Мостай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли төбәк-ара конференцияға 700-ҙән ашыу кеше видеороликтар ебәргән
Конкурсанттарҙың алтмышы финалға сыҡҡан, еңеүселәр бөгөн «Торатау» Когресс-холында бүләкләнде.
Өфөнөң 59-сы коррекция мәктәбе 4 миллион һум грантҡа лайыҡ булды
«Заман мәктәбе» федераль проекты сиктәрендә бүленгән сығымдар мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар уҡыған белем усағын техник йыһазландырыу сараларына йүнәлтелә. Тулыраҡ БСТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Балаларға - уңайлы шарттар
Илеш районының Иштирәк дөйөм белем биреү мәктәбе базаһында капиталь ремонттан һуң балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөм асылды. Обьектта төҙөкләндереү эштәре июль айында башланған. 4 ай эсендә “Экомир” подрядсы ойошмаһы көсө менән пластик тәҙрәләр, яңы ишектәр ҡуйылған, буяу-ағартыу эштәре башҡарылған.
Республикала “Шахмат уйнарға өйрән” мәғариф модуле ғәмәлгә ашырыла
Башҡортостанда яңы уҡыу йылынан “Ҡанатлан” проекты сиктәрендә “Шахмат уйнарға өйрән” мәғариф модуле ғәмәлгә ашырыла. Әле был проект 71 мәктәптә эшләй. Проект башланғысы менән Республика мәғариф үҫтереү институты һәм “Толпар” шахмат клубы сығыш яһаны. Тап ошо ойошмалар нигеҙендә уҡытыусылар әҙерләнә. Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Гөлназ Шафикова.
Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөләгә 44-се полилингваль мәктәпте башҡа мәктәптәргә өлгө итеп ҡуйҙы
21-се быуат мәктәптәре тап шундай булырға тейеш тине ул. 44-се полилингваль мәктәп директоры Азат Батыршин.
Бөгөн Өфөлә «Мин илһөйәр» төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәргән конкурсҡа йомғаҡ яһалды
«Минең ғаиләм ҡомартҡыһы» һәм «Ветеранға хат» ижади конкурстары еңеүселәренә грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды. Ижади эштәрҙең иң яҡшылары федераль кимәлдәге бәйгегә ебәрелгән. Бер уҡыусының яҙма эше милли премияға лайыҡ булған. Осрашыуҙа Илеш районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Риза Хәкимов ҡатнашты һәм илһөйәрлек тураһында фекерҙәрен еткерҙе.
Талантлы йәштәрҙе хуплау фондына 10 йәш
Юбилей кисәһе Баҡалының беренсе урта мәктәбендә үтте. Йыл һайын был фонд «Һәләтлеләр йондоҙлоғо» сараһын ойоштора.
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусына 20 йыл
Байрам тантанаһы был уҡыу йортон оҙаҡ йылдар буйы етәкләгән полковник Салауат Яҡуповтың бюстына сәскәләр һалыу менән башланды.
Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге яр буйын өс йыл эсендә төҙөкләндереү ҡарала
Был турала бөгөн башҡала буйлап эш сәфәре мәлендә Республика башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров парктарҙы, ихаталарҙы ремонтлау барышын тикшерҙе, Өфөлә яңы уҡыу йылында ишектәрен асҡан 44-се полилингваль мәктәптә булды. Эш сәфәрендә күтәрелгән проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Бөгөн уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй
Ошо уңайҙан мәғариф хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
Бөгөн - Уҡытыусылар көнө
Ер шарының 100-ҙән ашыу илендә был байрам дәүләт кимәлендә үтә. Республиканың мәғариф учреждениеларында 11 мең 700-ләп уҡытыусы эшләй, улар башлыса - мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәре.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла заманса математик тикшеренеүҙәр үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал
Уҡыу йорто бөгөн фәнни-мәғариф проекты менән Башҡортостан башлығын да таныштырҙы. Радий Хәбиров хужаларҙы мәғариф сәғәтенә лә саҡырҙы. Белем биреү системаһының киләсәге хаҡында фекер алышыу бөгөн уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһында ла барҙы. Башҡортостан мәғарифын көткән үҙгәрештәр хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостандың студент отрядтары хеҙмәт семестрын япты
Ошо уңайҙан ойошторолған Өфөләге бишенсе слетҡа республиканың төрлө төбәктәренән өс меңгә яҡын кеше йыйылды. Мәғлүм булыуынса, отрядтың урындағы төбәк бүлексәһе 2015 йылдан эшләп килә.
Башҡортостан мәктәптәрендә ашатыу йәмәғәтселек контроленә алына
Күптәр мәктәптәрҙә яңыса тәҡдим ителгән ашһыу менән ҡәнәғәт түгел. Туҡланыу буйынса ата-әсәләр советы булдырыу тәҡдим ителә. Республика Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев һөйләй.
Өфөлә уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы алдынан мөһим ултырышы үтә
Мәғариф тармағындағы көнүҙәк мәсьәләләр Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың иғтибар үҙәгендә: мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса дәүләт комитеты Шамонин урта мәктәбе базаһында Өфө районы уҡытыусылары менән ҡор йыйҙы. Ауыл мәктәптәре алдында торған мәсьәләләрҙе БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.
Өфөлә «Ҡояшлы баҡсасы» лагерын ябыу тантанаһы үтте
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Сәлих» социаль-мәғариф һауыҡтырыу базаһы нигеҙендә «Ҡояшлы баҡсасы» лагерын ябыу тантанаһы үтте.
Өфөлә киләһе йылда яңы студенттар ҡаласығы булдырыуы ихтимал
"Фән" милли проектына ярашлы, республикала донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәген асыу планлаштырыла. Ошо темаға эксперттар кәңәшмәһе уҙғарылды. Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.