Йәмғиәт

Батыр яҡташыбыҙға бүләк

Рәсәй геройы генерал-полковник Анатолий Романовҡа Бәләбәй ҡалаһының почетлы гражданины исеме бирелде. Йәмәғәтселек иғтибарына уның хөрмәтенә баҫылған китап тәҡдим ителде. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

16 окт, 23:33

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы сираттағы ултырышҡа йыйылды

Унда ҡатнашыусылар халыҡ-ара "Өфө" аэропортына исем биреү мәсьәләһен ҡараны. Исемлектә тиҫтәнән ашыу шәхес. "Өфө" халыҡ-ара аэропорты генераль директоры үҙ сығышында һайланасаҡ шәхестең бөтә донъяға билдәле кеше булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

16 окт, 23:31

Өфөнөң 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында ит консервалау цехы асылды

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә булдырылған производство айына 110 тонна продукция сығарыу ҡеүәтенә эйә. Ассортимент та бай, быҡтырылған иттән тыш, һыйыр ите ҡушылған ҡарабойҙай, дөгө бутҡалары ла консервалана. Хөкөм итеүселәрҙең хеҙмәт урындары менән тәьмин ителеүе хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

16 окт, 23:27

Урал энергетикаһы

Өфөлә ошондай исем аҫтында илдең иң ҙур энергетика форумдарының береһе үтә. Энергетика форумы 23 октябрҙә башлана һәм дүрт көн буйы дауам итә. Уның сиктәрендә пленар ултырыш, күргәҙмә, төрлө түңәрәк өҫтәлдәр, секциялар ойоштороу ҡаралған.

16 окт, 23:17

Республикала тәүге тапҡыр "Башҡорт килене" этнотуры ойошторолдо

Гүзәл Хәйбуллина менән Алина Иманғолова башланғысында сара уҙған ял көндәрендә Ишембай һәм Мәләүез райондарында үтте. Этнотурҙа ҡатнашыусы ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан танышты. Аҫалы балаҫ һуғыу, милли аш-һыу бешереү серҙәренә төшөндө.

16 окт, 21:42

Республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштыра

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының телерадио сәнғәт мәктәбе "Педагогика һәм психология нигеҙҙәре" курстарын үтеүселәргә таныҡлыҡ тапшырҙы. Киң мәғлүмәт коммуникациялары яңы кимәлгә күтәрелгән һайын хеҙмәткәрҙәрҙән дә тейешле белем, тәжрибә талап ителә. Өҫтәүенә, киләһе йылдан һөнәри оҫталыҡ тураһындағы ҡануниәт тә ҡатылана.

16 окт, 21:26

Иртәгә республика халҡын ямғырлы һауа торошо көтә

Республикала шаршамбы, 17 октябрҙә, ямғырлы һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ + 12 градусҡаса йылытасаҡ. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

16 окт, 17:21

Башҡалала авария хәлендәге йорттар тикшерелә

Авария хәлендәге буш торған йорттар ҙур хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә, ошо көндәрҙә Совет районында ошондай йорттар буйлап тикшереү үтә. Барлығы ун ете йорт ҡарала.

16 окт, 14:53

Өфөлә йәшәүсе лотореяла биш миллион һумдан ашыу аҡса ота

Өфөлә миллионерҙар һаны тағы ла бер кешегә артты. Уҙған аҙнала урында йәшәүсе лотореяла суперприз– 5 222 196 һум ота. Бәхетле билетты ир 150 һумға һатып ала.

16 окт, 11:40

Өфөлә бурыслыларҙың мөлкәттәрен сауҙаға сығаралар

22 октябрҙә бурыслыларҙың торлаҡ йорттары, шулай уҡ, сауҙа павильондары һатыуға сығарыла. Унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.

16 окт, 11:33

Өфөлә ҡышҡы осорға техникалар торошо тикшерелә

15 октябрҙән йыл да уҙғарылып килгән техникаларҙың әҙерлеген тикшереүсе смотр старт алды.

16 окт, 10:20

Өфө урамдарында "Гангрена" мотоциклы

Блогер Артем Болдырев япондарҙың проекты буйынса "Boss Hoss" йыя башлаған. Ҙур тәгәрмәстәр, "Лексус"тың һигеҙ цилиндрлы двигателе, "Харлей Дэвидсон" мотоциклының фарҙары, автомат коробка - техника юғары тиҙлек менән барғанда ла, бензинды экономиялай. Байктың ауырлығы 600 килограмдан ашыу.

15 окт, 23:20

Ҡарағусҡыл ҡыҙыл берет тик лайыҡлыларға ғына

Ҡырмыҫҡалы районында Рәсәй гвардия хеҙмәткәрҙәре ҡарағусҡыл ҡыҙыл берет йөрөтөү хоҡуғын алыу өсөн һынау үтте. Хәрбиҙәр сыҙамлығын һәм батырлығын күрһәтте. Теләк белдереүсе 100 кешенең тик 57-е генә ҡатнашты. Көсһөҙөрәктәр сафтан тәүге минуттарҙа уҡ төшөп ҡалды.

15 окт, 22:18

Өйөрҙән айырылған ат "ҡапҡан"ға эләккән

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре соҡорға төшкән атты ҡотҡарыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бейә әле үҙен яҡшы тоя. Осраҡ хаҡында тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

15 окт, 22:14

Шаран районы Баҙғыя ауылында сауҙа майҙансығы асылды

Тәүге көндә ауыл йүнселдәре ит-һөт продукцияһы, йәшелсә, емеш-еләк тәҡдим итте. Шулай уҡ ҡул эштәре оҫталары ла төрлө уйынсыҡтар, бәйләмдәр менән һатыу итеүселәр ҙә байтаҡ ине. Хәҙер кәсепселәргә район үҙәгендә ойошторолған йәрминкәне үҙ ауылдарындағы баҙар алыштыра.

15 окт, 22:12

Хәтер мәңгелек

Көйөргәҙе районы үҙәгендә Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡов менән өсөнсө дәрәжә "Дан ордены"ның тулы кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновты хөрмәтләп иҫкә алыу танталары үтте. Ошо уңайҙан төбәктә бюст асылды. Геройҙарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр 2015 йылда башлана.

15 окт, 22:10

Иҫке Балтастан Мишкә ауылына тиклем 19 саҡрымлыҡ юл участкаһы төҙөлөшө тамамланды

Республика өсөн күләмле объекттың тәүге этабын файҙаланыуға тапшырыуға 850 миллион һум аҡса бүленгән. Ике һыҙатлы асфальт юл барлыҡ инженер инфраструктура менән тәьмин ителгән, юл билдәләре ҡуйылған, һыу ағыҙыусы ун биш улаҡ һалынған. Проект сиктәрендә Яңы Ямур һәм Иштирәк ауылдарына тиклем дә юл төҙөкләндерелә.

15 окт, 22:01

1 декабргә тиклем сара күрергә

Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы властарына рөхсәтһеҙ юлға сыҡҡан автобустар тураһында һорау бирҙе. Ҡасан баш ҡала юлдарын законһыҙ эшләгән йәмәғәт транспортынан таҙартырға уйлайһығыҙ тигән һорауҙы ул хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуса Салауат Хөсәйеновҡа йүнәлтте.

15 окт, 21:49

Дүртөйлө ҡалаһы йорттарының береһе бер нисә йыл һыу менән тәьмин ителмәгән

Дүртөйлө ҡалаһында прокуратура урында йәшәүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлап сыға. Граждандарҙың ялыуы буйынса тикшереү үтә. Улар йәшәгән йортта һыу булмай.

15 окт, 15:24

Өфө спортсыһына «Башҡортостан Республикаһы алдындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» ордены менән бүләкләнә

Олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Семен Елистратов орден менән бүләкләнә. Ул-спорт мастеры, шорт-трек буйынса Олимпия уйынының еңеүсеһе.

15 окт, 15:06