Йәмғиәт

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам саралары дауам итә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мөҡсинов урамында хәрби парадта ҡатнашты, уның төп геройы 112-се башҡорт атлылары дивизияһы яугире Мөғин Нагаевҡа Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Әлеге минуттарҙа Өфө хәрби госпиталендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделхәй Зар...

23 фев, 13:00

Беренсе «Генерал Шайморатов» ордены тапшырылды

Бөгөн Өфөлә Мөғин Кәрим улы Нагаевҡа беренсе “Генерал Шайморатов” ордены тапшырылды.

23 фев, 13:00

Өфөнөң 161-се лицейында кадеттар араһында башланғыс хәрби әҙерлек буйынса Беренсе ҡала конкурсы үтә

Бында республиканың район-ҡалаларынан 300-ҙән ашыу кадет ҡатнаша. Конкурстың Ватан һаҡлаусылар көнөндә үтеүе осраҡлы түгел, тип белдерҙеРадий Хәбиров асыу тантанаһында.

23 фев, 12:29

22 февралдә бихисап ғаиләләр никахлашҡан

2020 йыл матур даталарға бай. Шуларҙың береһе – 22 февраль. Йәштәрҙең матур датала туй үткәреүҙәре ғәҙәти күренеш, ти ЗАГС хеҙмәткәрҙәре. Ғаилә ҡороусылар үҙенсәлекле датаны һайлар өсөн ғаризаларҙы бер нисә ай алдан яҙа. Уларҙың күбеһе Дәүләт порталы аша теркәлгән.

22 фев, 22:39

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, Рус география йәмғиәте ағзалары ҡатнашлығындағы экспедицияға юлланды

Өфөнән сыҡҡан колоннаның ҡаргиҙәрҙәге сәфәре өс көн дауам итә, ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллғына арнала. Экспедицияла ҡатнашыусылар был сәйәхәтте «Геройҙан -геройға» тип атаған. Сара үҙ кәүҙәһе менән амбразураны ҡаплаған ҡаһарман яугир Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың Өфөләге һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланып, батыр яҡташыбыҙҙың тыуған төйәге – Миәкә районында тамамлана. Экспедицияла ҡатнашыусылар Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй райондары аша үтәсәк.

22 фев, 22:36

Өфө районында Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә мемориал асылды

Ауыл уртаһында танк. Һәйкәл Волков ауылында ҡуйылды. Уны рәсми асыу тантанаһын БСТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте.

22 фев, 22:33

Башҡорт журналистикаһы, яҙыусылар донъяһы ауыр юғалтыу кисерҙе

55-се йәшендә шағир, журналист, тәржемәсе Дамир Шәрәфетдинов арабыҙҙан китте. Дамир Молҡаман улы 1965 йылда Белорет районы Көмбә ауылында тыуған. Ул «Урал» гәзитендә, «Йәшлек» республика йәштәр гәзитендә, «Шоңҡар», «Тамаша», «Аманат, «Ағиҙел» журналдарында эшләне. Студент йылдарынан шиғырҙар яҙа башлай. 1993 йылда - «Икеләнеү» тигән тәүге шиғырҙар китабы, 2004 йылда «Йөрәктәге ташыу-ҡайтыуҙар» йыйынтығы донъя күрә. Тиҫтәләрсә китап авторы.

22 фев, 09:14

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ипотека процентын кәметергә тәҡдим итә

Был «Әсәлек капиталы»н һөҙөмтәлерәк ҡулланырға булышлыҡ итәсәк. Мәғлүм булыуынса, быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә «Әсәлек капиталы»н беренсе бала тыуғанда ла бирергә лә тәҡдим итте. Әле уның күләме 466 мең һум. Ә инде икенсе бала тыуһа, дәүләт ярҙамы 616 мең 617 һум тәшкил итәсәк.

22 фев, 09:10

Бөгөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы күләмле рейдҡа сыҡты

Тикшереүҙәр үткәреү юлдарҙа тәртип тотоу һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн мөһим. Бынан тыш, водителдәрҙең документтары тикшерелә. Рейд үткәреү өсөн юл фажиғәһе күп теркәлгән участок һайлана. Профилактик сара тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

22 фев, 08:58

Янғын иҫкәртеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәле булырға тейеш

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов республикала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү эшмәкәрлеген тәнҡитләне.

22 фев, 08:57

Быйыл Өфөлә 260 янғын осрағы теркәлгән

Уларҙың егермеһе Ленин районына тура килә. Күңелһеҙ осраҡтарҙы булдырмау маҡсатында янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре менән берлектә профилактик саралар уҙғара. Имен булмаған, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр йәшәгән адрестар буйынса ай һайын рейдтар ойошторола.

22 фев, 08:57

Бөгөн Башҡортостан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте

Унда 2019 йыл һөҙөмтәләре барланды. Урындан хәбәрсебеҙ Айбулат Сәсәнбаев яҙмаһы.

21 фев, 20:03

Әбйәлил районында һыйырҙарҙы әле үк астронавтар һауа башланы

"Красная Башкирия" хужалығында роботлаштырылған һөтсөлөк фермаһының тәүге корпусы файҙаланыуға тапшырылды. Һыйырҙарҙы "Астронавт" маркалы роботтар ҡарай. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәлим Солтанов һөйләй.

21 фев, 19:02

Башҡортостанда өс йыл эсендә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте менән идара итеү буйынса яһалма интеллект эшләй башлай

Бынан һуң республиканың ауыл хужалығы комплексы тулыһынса цифрлаштырыуға күсә. Был турала хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов белдерҙе.

21 фев, 19:00

Билдәле шағир, республиканың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Дамир Шәрәфетдинов вафат булды

Ул 1965 йылдың 29 майында Белорет районы Көнбә ауылында тыуған. “Урал”, “Йәшлек” газеталарында, “Шоңҡар”, “Тамаша” һәм “Аманат” журналдарында эшләне. Һуңғы йылдарҙа “Ағиҙел” журналын редакцияһында яуаплы секретарь булды. Тәүге шиғырҙары студент йылдарында донъя күрә. Ун китап авторы.

21 фев, 18:05

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ир-егеттәргә бүләк эҙләй

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан улар нимә бүләк итәсәк һуң? Беҙҙең хәбәрсе фекер белеште.

21 фев, 18:04

2019 йылда bash.news сайтын 40 миллиондан ашыу кеше ҡараған

Был турала Республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында белдерелде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының эфир сеткаһы әле лә яңы тапшырыуҙар менән тулылана. Бөгөн, БСТ каналында “Вәссәләм” исемле яңы шоу премьераһы була.

21 фев, 18:02

Февраль аҙағында һауа торошо үҙгәрә

Киләһе дүшәмбе республика биләмәһенә циклон килә. Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең бүлек етәксеһе Гөлназ Заһитова.

21 фев, 16:44

Башҡортостанда байрамға арнап төрлө саралар уҙа

Бөгөн Ҡырмаҫҡалы районында ла тантаналар үтте, ти хакимиәт эштәре менән идарасы Фәрүәт Ҡотлобаев.

21 фев, 16:43

Башҡорт матбуғаты интернетты яулай

Бөгөн республика киң мәғлүмәт сараларының 2019 йыл эш һөҙөмтәләре барланды. Был ваҡыт арауығында уҡыусыларҙың интернет киңлегенә күпләп күсеүе һиҙелә, ти Башҡортостан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов.

21 фев, 16:41