Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатыла

Шуға ла халыҡҡа телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк. Аналог телевидениеһы һүрәт һәм тауыш йәһәтенән һанлынан күпкә ҡалыша, ҙур йышлыҡ ресурсын талап итә. Һанлы сигнал тораҡ пункттың алыҫлығына һәм ҙурлығына ҡарамай.

14 окт, 20:49

Республикала 2020 йыл ауыл-ҡалаларҙың йөҙөн зауыҡлыраҡ итеү девизы аҫтында үтә

Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә киләһе йылды тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип атарға тәҡдим итте.

14 окт, 20:48

15 октябрҙә ботә доньяла Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө билдәләнә

Башҡортостанда был датаға арнап “Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы:перспективалар һәм үҫеш юлдары” тигән форум уҙғарыла. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө тураһында тәҡдим 1995 йылда Пекинда уҙған Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы конференцияһында индерелә.

14 окт, 18:09

Бөгөн Бөтә донъя стандартлаштырыу көнө

1946 йылда Лондонда стандартлаштырыу буйынса милли ойошмаларҙың тәүге конференцияһы уҙа. Уның барышында үҙ-ара сауҙа һәм тауар әйләнешендә берҙәм стандарттар нигеҙендә эш итергә ҡарар ителә - Стандартлаштырыу буйынса яңы Халыҡ-ара ойошма төҙөлә.

14 окт, 16:14

Башҡортостанда халыҡҡа Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре берҙәм порталында эшләргә өйрәтәләр

Өфө, Күмертау һәм Ишембайҙағы Күп функциялы үҙәктәрҙә ошондай мөмкинлек булдырылған. Ул “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

14 окт, 16:08

Республикала техник культураларҙы урып-йыйыу дауам итә

Хужалыҡтар шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш туплай. "Татлы тамыр" гектарынан 364 центнер уңыш бирә. Көнбағыштың 40 проценты һуғып алынған. Төшөм былтырғынан яҡшы – гектарынан 15 центнер. Ғафури хужалыҡтарында ла быйыл уңыш күрһәткестәре юғары. Райондың мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге белгесе Фирҙәүес Әсфәндиярова.

14 окт, 15:14

Башҡортостанда һөт кухнялары тергеҙелә

Быйыл Нефтекама, Октябрьский, Сибай һәм Белорет ҡалаларында һөт кухняһы асыла. Был турала бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Гусев белдерҙе.

14 окт, 12:19

Бөгөндән аналог телевидениеһы һүндерелә

Һанлы дәүергә күсәбеҙ. Республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

14 окт, 12:00

Башҡортостанда балалар баҡсаһына түләүҙе арттырырға ниәтләйҙәр

Мәғариф министрлығында ошо турала документ проекты әҙерләнгән.

14 окт, 11:10

Киләһе йылда Башҡортостанда тирә-яҡты матурлауға ҙур иғтибар биреләсәк

2020 йыл Республикала Эстетика йылы тип иғлан ителә.

14 окт, 11:00

Башҡортостанда ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә

Санкт-Петербургта күптән түгел Башҡортостан мәҙәниәт һәм мәғарифы көндәре үтте.

14 окт, 10:15

Башҡортостан хөкүмәте торлаҡҡа хаҡтар билдәләне

Был һандар баҙар хаҡынан күпкә айырыла, әммә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидияларҙы билдәләү өсөн кәрәк.

14 окт, 10:05

Бөгөн Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамамланды

Милли кейем,биҙәүестәр күргәҙмәләре эшләне, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде һәм ҙур концерт ойошторолдо. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төнъяҡ баш ҡалаһына Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы барҙы. Бөгөн үткән саралар тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

12 окт, 23:49

Республика көнөндә Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫтәренә мансылды

Алыҫ Канадала Башҡортостан әләме. Республика көнөндә Төнъяҡ Америкала йәшәүсе миләттәштәребеҙ Ниагара шарлауығын Башҡортостан флагы төҫтәренә мансыны. Был мөғжизә яҡташтарыбыҙ өсөн генә түгел, барлыҡ туристар өсөн дә оло байрамға әйләнде.

12 окт, 23:34

Республика көнөнә арнап төбәктә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолдо

Ҡала халҡына аҙыҡ-түлекте ташлама менән һатып алырға мөмкин булды. Йәрминкә үткән майҙандарҙа мәҙәни программа ла тәҡдим ителде. Республика төбәктәрендә үткән йәрминкәләренән БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы..

12 окт, 23:28

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика менән етәкселек итеүенә бер йыл

Тыуған яғын күтәрергә ҡайтты. Теүәл бер йыл элек ил президенты ҡарары менән Радий Хәбировҡа яуаплы бурыс – Башҡортостанды етәкләү тапшырылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республикала күптән көтөп алынған үҙгәрештәр башланды, төбәк башлығы ҡул менән идара итеү режимында чиновниктарҙың эшкә яуаплылығын арттырҙы, һөҙөмтәлә юғары темпта эшләргә өйрәнмәгән түрәләр эш урындарын бушатырға мәжбүр булды. Төбәктең сәйәси, социаль-иҡтисади тормошондағы көтөлмәгән боролоштар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина

12 окт, 23:27

Башҡортостанда барлыҡ муниципалитеттарҙың да үҙәк урамдары төҙөкләндерелеүе мөмкин

Бының өсөн яңы программа иғлан ителәсәк. Ошо турала Радий Хәбиров ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашыуҙа белдерҙе. Төбәк етәкселәре Өфөнөң «Бейеүсе торналар» фонтаны һәм «Беренсе май» паркында ойошторолған күсмә экскурсияла ҡатнашты. Әлеге ваҡытта төҙөкләндереүсе бындай объекттар заманса ял итеү урындарының комплекслы өлгөһө, тине Башҡортостан башлығы.

12 окт, 23:26

Республика көнө айҡанлы төбәктең барлыҡ район-ҡалаларында флешмоб ойошторолдо

Дан, һиңә тыуған ерем! Башҡортостандың 100 йыллыҡ тарихи юбилейы айҡанлы республиканың барлыҡ район-ҡалаларында флешмоб ойошторолдо. Мәҙәниәт йорттарында, парктарҙа һәм башҡа майҙандарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа Башҡортостандың дәүләт гимнын башҡарҙы. Артабан киләһе яҙмала.

11 окт, 22:27

Радий Хәбиров мәктәп уҡыусылары менән осрашты

Балалар ауыҙынан өлкәндәр проблемалары. Радий Хәбиров бөгөн лицей уҡыусылары менән осрашты. Республика көнөндә был сара айырыуса мөһим. Сөнки Башҡортостан киләсәге тап йәш быуын ҡулында.

11 окт, 22:11

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Башҡортостан гимнын күмәкләп башҡарырға саҡырҙы

Гимндың 25 йыллығына арналған флешмоб бөгөн киске сәғәт 6-сы яртыла «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа үтә. Гимнды Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, «Карауанһарай», «Премьер» төркөмдәре, Үҙәк хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамбле һәм башҡа ҡатнашыусылар башҡара.

11 окт, 22:09