Йәмғиәт

Төбәктә легаль булмаған пассажирҙар ташыусылар эшмәкәрлеге туҡтатылды

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала легаль булмаған ташыусылар эшмәкәрлеге туҡтатылыуы тураһында хәбәр итте. Төбәк Башлығы был йүнәлештә эште дауам итеүҙе һорап , Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновҡа мөрәжәғәт итте.

04 фев, 16:55

Өфөлә берҙәм транспорт картаһын индереү проектын тормошҡа ашырыу буйынса мәғлүмәт бирҙеләр

Өфөлә берҙәм транспорт картаһы булдырыласаҡ.Республика Хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов проектты тормошҡа ашырыу буйынса мәғлүмәт бирҙе.

04 фев, 16:26

Радий Хәбиров һәләк булған шахтер ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә бойорҙо

Дүшәмбе, 4 февралдә, оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәләк булған шахтер ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашты. Республика Башлығы тейешле хеҙмәттәргә ғаиләгә ярҙам күрһәтергә бойорҙо.

04 фев, 15:51

Башҡортостан юлдарында бер аҙна эсендә 62 кеше зыян күрә

Республика Хөкүмәтендә барған оператив кәңәшмә барышында уҙған аҙнаға юл-транспорт ваҡиғалары һаны килтерелә. Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе мәғлүмәттәре буйынса, 28 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем, республикала 51 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

04 фев, 15:34

Төбәктә балалар баҡсаһы төҙөлөшө эшендә етешһеҙлектәр асыҡлана

Стәрлетамаҡ районында 139 урынға тәғәйенләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө эшендә етешһеҙлектәр асыҡлана. Тикшереү республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты тарафынан ойошторола. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

04 фев, 14:23

Республикала балыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса акция старт алды

Республиканың Ауырғазы районында ҡышҡы осорҙа балыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса акция старт алды. Сараға тәү башлап мәкеләр уйыу проекты менән мәктәп уҡыусылары ҡушылды. Был хаҡта район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итә.

04 фев, 11:00

Ағымдағы йылдан диспансеризация үтеү өсөн өҫтәлмә ял көнө бирелә

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы белдереүенсә, ағымдағы йыл башынан алып илдә йәшәүселәргә өҫтәлмә рәүештә ял алыу мөмкинлеге бар. Был көндө хеҙмәткәр диспансериция үтергә бурыслы. Эш биреүсе, үҙ сиратында, белешмә талап итергә хоҡуҡлы.

04 фев, 10:50

Республикала «Урал легендаһы» туристик поездының хәрәкәт итеү ваҡыты үҙгәрә

Өфө-Яңы Абҙаҡ йүнәлешендәге «Урал легендаһы» туристик поезды 1 февралдән алып 31 мартҡа тиклем хәрәкәт итеү ваҡытын үҙгәртә. Хәрәкәт итеү ваҡыты пассажирҙар һорауы буйынса үҙгәртелә. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

04 фев, 10:11

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ваҡытлыса сит ил паспорттарын юллауҙы туҡтатты

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының Миграция һорауҙары буйынса идаралығында биш йылға иҫәпләнгән сит ил паспорттарын юллау һәм биреү эше ваҡытлыса туҡтатыла. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

04 фев, 09:43

Мәскәүҙән килгән эксперт «Торатау» геопаркына юғары баһа бирҙе

Торатауҙы бөтә донъяға билдәле Фудзияма менән тиңләне. Мәскәү дәүләт университеты белгесе Сергей Капков әйтеүенсә, Торатау - Рәсәй һәм тотош донъяла уникаль урын, көс-ҡеүәт үҙәге. Япониялағы Фудзияма вулканы атамаһына бәйле төрлө фараздар бар. Фудзи һүҙен тиңе булмаған, үлемһеҙ, һалдат шикелле тура баҫып тороусы тип тә аңлаталар. Ә бына Торатауҙың атамаһы аныҡ. Миллиондарса йыл элек барлыҡҡа килгән тау мәңге ғорур торасаҡ тигәнде лә аңлата.

02 фев, 23:51

Рәсәйҙә руль артында тәмәке тартыуҙы тыйыу буйынса законопроект әҙерләнә

Ҡаптан тәмәке сығарыу һәм шырпы алып тоҡандырғанда бер секундҡа булһа ла юл иғтибарҙан ысҡына. Бер секунд. Был ваҡытта бер ни ҙә үҙгәрмәҫ төҫлө. Әммә руль артында китеп барғанда был секунд та мәңгелеккә тиң. Күҙ асып йомғансы ғына төҙәтә алмаҫлыҡ хаталар яһалыуы, кешенең яҙмышы селпәрәмә килеүе ихтимал.

02 фев, 23:35

Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә яңы үҫмерҙәр клубы асылды

Дәүләт учреждениеһында балалар, үҫмерҙәр өсөн бушлай ижади түңәрәктәр һәм спорт дәрестәре эшләй. Малай-ҡыҙҙар бөгөндән үк ҡул эштәренә, һүрәт төшөрөргә өйрәнеп үҫә. Еҙемдә футбол, теннис, хоккей уйындарына өйрәтеү дәрестәре лә индереләсәк.

02 фев, 21:06

Хәйбулла районы оҫтаһы ағас тамырынан һауыт-һаба эшләй

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында йәшәүсе Юныс Иштановты яҡташтары алтын ҡуллы оҫта тип атай. Ауылда төҙөлгән йорттарҙың яртыһын тиерлек ул бураған, мейес сығарыу, һауыт-һаба эшләү буйынса уға етеүсе юҡ. Яратҡан шөғөләнә Юныс Иштанов бары тик хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ныҡлап тотона.

02 фев, 21:01

Стәрлетамаҡ ҡалаһында өсөнсө «РобоПром-2019» робототехника фестивале бара

Конкурста республика төбәктәренән 600-гә яҡын уҡыусы ҡатнаша. Фестиваль өс турҙан тора, уҡыусылар үҙ проекттарын яҡлай. Ойоштороусылар билдәләүенсә, иң ауыр тур – Микромаус. Робот лабиринт аша үтеп сығырға тейеш. Әммә был мәсьәләне күбеһе үтәй алмай. Ярышыусы роботтар ике төргә бүленә.

02 фев, 20:56

Мамай ҡурғанында Сталинград алышында фашистарҙы еңеүгә 76 йыл тулыу айҡанлы тантаны саралар үтте

2 февраль Рәсәйҙә Хәрби дан көнө. 1943 йылдың был көнөндә Совет ғәскәрҙәре Сталинград һуғышында фашистарҙы тар-мар итә. Ҡаланы азат итеүҙең 76 йыллығына арналған тантаналар Мамай ҡурғанында үтте. 200 көнлөк оборонала тап ошо бейеклек өсөн һуғыш 135 көн бара.

02 фев, 20:54

Мәҙәни мираҫ объектын һүткән эшҡыуарҙың енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал

Осраҡ буйынса тикшереү башланған. Асыҡланыуынса, объект тәүҙә православ сиркәүе булараҡ, һуңынан сәнәғәт тармағында файҙаланылған. Халыҡта ул Симонов тирмәне булараҡ билдәле. Ошоға оҡшаш бина Стәрлетамаҡта икәү булған. Береһе 2004 йылда ер менән тигеҙләнгән. Был юлы сираттағыһы.

02 фев, 20:52

Өфөлә Рәсәй милли гвардия етәкселек составының уҡытыу-методик йыйындары тамамланды

Күләмле сара 30 ғинуар старт алғайны. Йыйындың һуңғы көнөндә махсус тәғәйенләнештәге көстәр хеҙмәткәрҙәренә һәм хәрбиҙәргә наградалар тапшырылды. Бүләкләү тантанаһында республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул барыһына ла мөһим дәүләт бурыстарын үтәгәндә юғары һөнәри оҫталыҡ һәм фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

02 фев, 20:28

Башҡортостанда ҡаргиҙәр техникаһын тикшереү дауам итә

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, иғлан ителгән сарала мотосаналарҙың техник төҙөклөгө, документтар теүәллеге тикшерелә, ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү буйынса саралар күрелә.

01 фев, 22:31

Хәйбулла районы Уфимский ауылында урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһы буйынса балалар майҙансығы төҙөлгән

Урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһы республикала бишенсе йыл тормошҡа ашырыла. Уның нигеҙендә халыҡ үҙ проблемаларын хәл итә. Хәйбулла районында ла проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

01 фев, 22:29

Башҡортостанда яңы һөт фабрикаһы асыласаҡ

Стәрлетамаҡ ҡалаһында тиҙҙән һөт фабрикаһы эш башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта проект тамамланыу алдында. Яңы предприятие төбәктең Башҡорт ҡунаҡсыллығы һәм сауҙа колледжы базаһының элекке ашханаһында урынлашҡан. Төбәктә асыласаҡ кухня Стәрлетамаҡ ҡалаһын һәм уға яҡын райондарҙы хеҙмәтләндерә ала.

01 фев, 22:28