Йәмғиәт

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын.

01 фев, 15:35

Башҡортостанға пенсия алды йәшендәге граждандарҙы уҡытыуға 650 млн һум күләмендә аҡса бүленәсәк

Оло йәштәге граждандарҙы уҡытыу маҡсатында 650 миллион һум аҡса бүленәсәк. Пенсия алды йәшендәгеләрҙе уҡытыу буйынса милли проект сиктәрендә, республикаға федераль ҡаҙнанан ярҙам йүнәлтеләсәк.

01 фев, 11:41

Өфөлә 4 февралдә мәшғүллек тармағына арналған форум

Башҡалала 4 февралдә мәшғүллек тармағы проблемаларына арналған форум үтә. Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы хәбәр итте.

01 фев, 10:59

Республикала уҙған йылда 4383 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә

Башҡортостанда уҙған йылда 4383 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Ававриялар һөҙөмтәһендә, 549 кешенең ғүмере өҙөлә һәм 5494 кеше тән йәрәхәттәре ала. Был хаҡта республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәбәр итә.

01 фев, 10:17

Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан Башҡортостанда тантаналы саралар үтәсәк

Бөгөн Хөкүмәт йортонда уҙғарылған ултырышта күләмле датаға әҙерлек эштәре барланды.12 февралдә "Торатау конгресс-холл"ында "Тере хәтер" тип исемләнгән йыйылыш ойошторолһа, 15-дә "Ҡайғырыусы әсә" мемориалына сәскә гөлләмәләре һалынасаҡ.

31 ғин, 22:07

1 февралдән Мостай Кәрим ижады буйынса конкурсҡа эштәр ҡабул ителә башлай

Бөгөн һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитациялау үҙәгендә сараны ойоштороу комитетының беренсе ултырышы үтте. Унда шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән Каринэ Хәбирова ҡатнашты. Ҡунаҡтар реабилитациялау үҙәгендә дауаланған балалар менән дә аралашты.

31 ғин, 22:06

Нефтекама ҡалаһында сауҙа-күңел асыу үҙәге ябылған, арендасылар бинаға үтеп инә алмай

Суд приставтары ун дүрт ҡатлы күп функциялы "Урал" комплексын бикләгән. Һатыусылар эшһеҙ ҡалған, ә эшҡыуарҙар бурысҡа батҡан. 200 кеше бергә тупланып сауҙа-күңел асыу үҙәге алдындағы майҙанға йыйылған. Бина бикле. Унда инеү ҡәтғи тыйылған. Кешеләр эш урындарына сыға алмай.

31 ғин, 22:05

Иглин районында 500 урынға иҫәпләнгән Тәфтиш изоляторы барлыҡҡа киләсәк

Ул "Рәсәйҙә енәйәт-башҡарыу системаһы" федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөләсәк. Әлегә Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы объекттың проект-смета документацияһын әҙерләй. Бынан тыш, былтыр махсус контингенттың йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында биналарға 40 миллион һумға капиталь ремонт үткәрелгән.

31 ғин, 22:02

Башҡортостан юлдарына 663 фото һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыласаҡ

Юлдарҙа үлем осраҡтарын иҫкәртеү дәүләт автоинспекцияһы алдында торған төп бурыстарҙың береһе. Был турала бөгөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов баҫма һәм электрон матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу барышында белдерҙе.

31 ғин, 22:02

Радий Хәбиров Рәсәй гвардияһы ғәскәрҙәренең йыр һәм бейеү ансамбле концертында булды

Республикала Рәсәй гвардияһы ғәскәрҙәренең йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһай. Билдәле коллектив концертына Радий Хәбиров та тамаша ҡыла.

31 ғин, 17:20

Республикала ойошманың коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы йыйыла

Октябрьск ҡалаһында суд приставтары кафе хужаһынан коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылған бурысты ҡайтарыуға өлгәшә. Уның күләме 200 000 һум тәшкил итә.

31 ғин, 16:17

Башҡалала йәйәүлеләр үткәүелдәрендә фотовидеокүҙәтеү камералары урынлаштырылды

Башҡалала,йәйәүлеләр өсөн тәғәйен урындарға, водителдәрҙең юл ҡағиҙәләре боҙоу осраҡтарын теркәйәсәк 16 фотовидеокүҙәтеү камералары урынлаштырылды.

31 ғин, 14:57

Башгидрометүҙәк 1 февралгә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Йома, беренсе февраль көнөнә, болотло һауа торошо вәғәҙәләнә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә. Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, йома көндө ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

31 ғин, 14:33

Стәрлетамаҡ районында балыҡ тотоусылар араһында фестиваль үтә

Стәрлетамаҡ районында балыҡсылар бер урынға йыйыласаҡ. Сара Үрге Уҫылы ауылы янында үтә.

31 ғин, 14:26

Рәсәйҙә 1 февралдән социаль түләүҙәр күләме арта

Рәсәйҙә 1 февралдән бар социаль түләүҙәр күләме арта. Әлеге ваҡытҡа республикала йәшәүсе 318 мең кеше өсөн пособиелар ҡайтанан иҫәпләнә.

31 ғин, 13:56

Өфөнөң «Яркий» биҫтәһендә мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Дим районында мәктәп төҙөлөшө дауам итә. Билдәләргә кәрәк, төҙөлөш эштәре «Башҡортостандың 100 йыллығына- 100 объект» проекты сиктәрендә башҡарыла.

31 ғин, 10:15

Өфөлә ЮХХДИ хеҙмәткәре рейд ойошторасаҡ

Башҡалала 31 ғинуарҙар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙрәе водителдәрҙе тикшерәсәк. Профилактик сара юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау маҡсатында үтә. Был хаҡта республика буйынса ЮХХДИ хәбәр итә.

31 ғин, 09:19

Санитар нормаларға ярашлы Өфөнөң Дим биҫтәһендә тағы ун балалар баҡсаһы һәм дүрт мәктәп етмәй

Биҫтә һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешә. Әле "Яркий" биҫтәһендә мәктәп Дим-6 районында балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған. Уларҙы йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.

30 ғин, 23:39

Спиртлы эсемлектәргә ҡаршы көсәйтелгән закон бер йылда 834 законһыҙ сауҙа нөктәһен асыҡлай

Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров 2018 йылда ҡабул ителгән закон проекттарына йомғаҡ яһап, быйылғы эшмәкәрлек һәм алға ҡуйылған бурыстар менән таныштырҙы. Билдәле булыуынса, 1 ғинуарҙан Рәсәй Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Граждандар бынан ары ерҙә ятҡан ағас-ботаҡтарҙы үҙҙәренең ихтыяжында файҙалана ала.

30 ғин, 23:38

Башҡортостанда боҙ майҙансыҡтары тирелә башланы

Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы ҡушыуы буйынса бөгөн яңы йыл майҙансыҡтарында боҙ ҡаласыҡтары һүтелә башланы. Боҙ майҙандары ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына ике ай дауамында яңы йыл кәйефе бирҙе.

30 ғин, 22:38