Йәмғиәт

Экстремизмға ҡаршы көрәш

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Йәштәр араһында экстремизм, уға ҡаршылыҡ" тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы бара. Сарала дәүләт хеҙмәте, йәмәғәт ойошмалары, дини конфессиялар вәкилдәре ҡатнаша.

26 апр, 22:20

Хәрби военкоматтарға -100 йыл

Һәр дәүләттең оло таянысы - хәрби көстәр. Ҡорал һәм уны модернизациялау махсус институттар иңендә ятһа, әрме сафын йәш көстәр менән тәьмин итеү комиссариаттар иңендә. Быйыл военкоматтар ойошторолоуҙың 100 йыллығы билдәләнә.

26 апр, 22:13

Чернобыль һәләкәтенә - 32 йыл

Бөгөн кешелек радиация һәләкәтендә һәләк булыусыларҙы иҫкә ала. Тап ошо көндө 1986 йылда Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында шартлау яңғырай. Радиоактив зарарланыу Украина, Белоруссия һәм, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән тыш, бөтә Европа илдәренә лә тарала. Шуға күрә лә һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә Советтар Союзынан меңәрләгән кеше йәлеп ителә. Улар араһында Башҡортостан халҡы ла ҡатнаша.

26 апр, 22:06

Республикала энцефалит вируслы талпандан зарарланыу осрағы теркәлгән

Ике аҙна эсендә медицина учреждниеларына талпан ҡаҙалып 118 кеше, шул иҫәптән 40 бала мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте.

26 апр, 21:50

Өфөлә бөгөн өр-яңы троллейбус һынау үтте

Йәмәғәт транспорты Башҡортостан заводында етештерелгән. Тәжрибә өлгөһө булараҡ сығарылған троллейбус видеокүҙәтеү, Глонасс, Вайфай кеүек системалар менән йыһазландырылған. 28 урынлыҡ электр автобусы 100 пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала. Ул шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн махсуслашҡан.

26 апр, 21:46

Тәбиғәтте һаҡлаусы мәктәп уҡыусыларына наградалар

Өфөнөң Ботаника баҡсаһында үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлаусы һәм экология өлкәһендә ғилми эҙләнеүҙәр алып барыусы балалар тәбрикләнде. Уларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

26 апр, 21:24

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәр мәктәп директорын яҡлап сыҡҡан

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 апрелдә белем усағында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгәйне. 9-сы синыф уҡыусыһы бысаҡ менән уҡытыусыға һәм ике балаға ташланып, уҡыу бүлмәһенә ут төртә. Ваҡиғанан һуң мәктәп директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

26 апр, 21:17

Өфөлә экологик акция сиктәрендә ағас ултыртасаҡтар

Совет районында экологик өмә үтәсәк. 5 май көнө урында йәшәүселәргә «Муйыл баҡсаһын» ултыртыуҙа үҙ өлөшөн индерергә форсат буласаҡ. Сара «Аркада» сауҙа үҙәге янында үтәсәк.

26 апр, 17:47

Өфөлә тантаналы шарттарҙа «Ҡурайға һәйкәл» фонтаны ебәреләсәк

Шәмбе көнө сәғәт ун икелә «Искра» кинокомплексы янында урынлашҡан «Ҡурайға һәйкәл» фонтаны тантаналы шарттарҙа ебәреләсәк. Сара сиктәрендә флешмоб ойоштороласаҡ. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итә.

26 апр, 16:46

Республикала талпан энцефалитын профилактикалау буйынса ҡыҙыу линия ойошторола

Башҡортостанда Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте талпан энцефалитын профилактикалау буйынса ҡыҙыу линия ойоштора. 1 майҙан 15 майға ҡәҙәр сәғәт ундан дүрткә тиклем ҡыҙыу линияға шылтыратып, кәңәш алырға мөмкин буласаҡ.

26 апр, 14:40

Республикала талпан энцефалиты менән зарарланыуҙың тәүге осрағы теркәлде

Республикала был миҙгелдә энцефалитлы талпандан тешләнеп, зыян күреүсе теркәлде. Зарарланыусыға апрель айында талпан ҡаҙалған була. Был хаҡта Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте хәбәр итә.

26 апр, 14:21

Республикала юл инспекторҙары суд приставтары менән берлектә рейдтар ойоштора

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфө урамдарында бурыслыларҙы билдәләне. Юл инспекторҙары водителдәрҙе туҡтатып, уларҙы түләнмәгән бурыстар базаһы буйынса тикшереп, суд приставтарына тапшыра.

26 апр, 11:22

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең килеме түбәнәйгән

Башҡортостанда халыҡтың килеме тураһында мәғлүмәт баҫылып сыға. Ағымдағы йылдың ғинуар һәм февраль айҙарына бер кешенең уртаса айлыҡ килеме 25 104 һум тәшкил итә. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, төбәктә йәшәүселәр әҙерәк хеҙмәт хаҡы ала башлаған.

26 апр, 10:49

Төбәккә торналар осоп ҡайтты

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө матур тәбиғәт күренешен күҙәтә. Хәбәрселәргә Архангель районы юл трассаһы буйында утыҙға яҡын торна осрай.

26 апр, 10:16

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителдәрҙе иҫерек тип танырға рөхсәт ителде

Конституция суды ҡағиҙәләрҙе яңыртырға ҡушты. Был үҙ йәһәтендә иҫерек водителдәрҙең авария урынын ҡалдырып китмәүенә мөмкинлек бирәсәк. Билдәләп үтергә кәрәк, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырыу өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.

26 апр, 09:20

Торналар ҡайтты

Бөгөн беҙҙең ижади төркөм баҫыуға төшкән торналарҙы видеояҙмаға төшөрөп алды. Торналар тубында утыҙға яҡын ҡош иҫәпләнә. Улар юл буйындағы транспорт тауышынан да ҡурҡмай, баҫыуҙа ем сүпләй. Халыҡ һынамыштары буйынса, торналар ҡайтҡас көндәр йылына.

25 апр, 23:19

Фотоһүрәттәрҙә - һуғыш тарихы

Бөгөн "Тере еңеү" тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһына фотоһүрәттәр ҡабул итеү тамамлана. Алдан хәбәр ителеүенсә, проектҡа ҡушылыу өсөн ғаилә альбомынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һаҡланған һәм яугирҙың вариҫтарының хәҙерге фотоларын һайлап алырға кәрәк ине. Артабан гармошка фотоаппараты ярҙамында уларҙың теүәл күсермәһе төшөрөләсәк.

25 апр, 23:09

Ғаилә тормошо сере

Өфөнөң Октябрь районы ЗАГС бүлегендә илле, алтмыш йыл бергә тормош юлын үткән парҙар тәбрикләнде.

25 апр, 22:07

Башҡорт һылыуы “Рәсәй студенты”нда

Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты, Бишбүләк районы ҡыҙы республика намыҫын "Рәсәй студенты" матурлыҡ конкурсында яҡлаясаҡ. Эльвина Ғәзизуллина дауалау факультетының 3-сө курсында белем ала.

25 апр, 21:55

Матурлыҡ булдырыусылар

Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы оранжереялары һәм теплицаларында ҡыҙыу эш ҡайнай. Бер йыллыҡ үҫентеләр күптән тамыр нығытҡан. Улар көндәр йылыныу менән ҡаланың үҙәк майҙандарына күсереп ултыртыласаҡ.

25 апр, 21:46