Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәре Рәсәйҙең ҡораллы көстәр сафын тулыландырҙы

Бөгөн тәүге эшелон Санкт-Петербургҡа юлланды. Быйыл яҙғы саҡырылышта республиканан 5 меңдән ашыу һалдат Ватан һағына баҫыр, тип көтөлә.

25 апр, 21:37

Эҙәрмәндәр билдәһеҙ һалдаттың һөйәктәрендә юлыҡҡан

Һалдат Ростов өлкәһе Обливская районында барған төбәк-ара Хәтер вахтаһы барышында табылды.

25 апр, 21:31

Салауат районының "Хәмиҙуллин" крәҫтиән-фермер хужалығы кооперацияға берләшмәксе

Башлыса игенселек, йылҡысылыҡ йүнәлеше буйынса үҫешкән фермала ауылдың тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәре эшләй.

25 апр, 21:26

Өфөнөң Калинин районында юлдар төҙөкләндерелә башланы

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" проекты сиктәрендә юлдар ремонтлана башланы. Ағымдағы йылда юл селтәренең 16 участкаһын төҙөкләндерәсәктәр.

25 апр, 17:48

Прокуратура әсәлек капиталына алынған йортҡа ҡарата балаларҙың хоҡуғын яҡланы

Сибайҙа балаларҙың торлаҡ йортҡа ҡарата хоҡуҡтарын яҡланылар. Балиғ булмағандарҙы йортҡа теркәмәгән булғандар.

25 апр, 17:18

Өфө урамдарының береһендә өс йәшлек юғалған бала табыла

Бөгөн, 25 апрель, Өфөнөң Ю.Гагарин урамында бер малай табыла. Баланың янында ата-әсәһе булмай сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре баланың ата-әсәһенең кем булыуын билдәләй.

25 апр, 15:18

Иртәгә республикала һауа торошоноң йылыныуы көтөлә

Иртән республикаға йылы һауа торошо килә. Термометр баҫҡыстары ун өс градусҡаса күтәреләсәк. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

25 апр, 15:07

Өфө йәштәренә форумда ҡатнашып, Грант оторға мөмкинлек бар

Апрель айында «iВолга-2018» йәштәр форумына ҡатнашыусыларҙы теркәү эше башланды. Сара Һамар өлкәһендә алтынсы тапҡыр уҙғарыла.

25 апр, 11:48

Өфө балалар баҡсаһының береһендә етди етешһеҙлектәр асыҡланған

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте 228-се балалар баҡсаһында тикшереү ойоштора. Белгестәр ҡайһы бер хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡлай. Балалар баҡсаһы хәүефле тип таныла.

25 апр, 11:09

Республикала мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашлығында социаль акция уҙасаҡ

28 апрель Стәрлетамаҡта социаль акция ойоштороласаҡ. Был сара ҡалала тәүге тапҡыр уҙасаҡ. Акцияның маҡсаты- мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам күрһәтеү.

25 апр, 10:30

Өфөлә «Яҙғы бал» сараһы ваҡытында юлдарҙа хәрәкәт итеү сикләнәсәк

Өфөлә 25 май көнө киске сәғәт ундан 26 май көнө киске сәғәт туғыҙға тиклем юлдарҙа хәрәкәт итеү сикләнә.

25 апр, 09:51

Өфөлә законһыҙ эшләгән шиномонтаждар ябыла

Бөгөн Менделеев урамында суд приставтары ярҙамында бер шиномонтаж оҫтаханаһының эше туҡтатылды.

24 апр, 23:04

100 йыллыҡҡа яңы китап

Баймак районы Башҡортостандың 100 йыллығына “Ауыл хужалығы тармағының 100 шәхесе”, тигән китап сығарҙы. Урындағы журналистика ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тармак хеҙмәткәрҙәре ярҙамында төҙөлгән был баҫма үткән быуаттың коллективлашыу осоронан алып бөгөнгө көндәргә тиклем арауыкты үҙ эсенә алған. Ошо көндәрҙә районда китаптың исем туйы үтте.

24 апр, 21:14

Ростов өлкәһендә 112-се башҡорт атлы дивизияһының яу юлы буйлап автосәйәхәт дауам итә

Бөгөн сарала ҡатнашыусылар өлкәнең Тацинск ҡалаһында туҡтылды. Урындағы мемориалға сәскәләр һалынды, яугирҙәрҙы иҫкә алыу митингы үтте.

24 апр, 21:04

Өфөлә йәшәүселәр ер һатып алған саҡта, мутлашыусынан алданған

Өфөлә йәшәүсе 46 йәшлек ҡатын ире менән мутлашыусылар ҡорбанына әүерелә. Ғаиләне Интернет селтәрендә ҙур майҙанлы ер участкаһының һатылыуы хаҡындағы иғлан йәлеп итә.

24 апр, 17:48

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәрен эткән өсөн, Чечен Республикаһы гражданины штраф ала

Өфөлә Чечен Республикаһы гражданины иҫерек килеш полиция хеҙмәткәрҙәрен эткән.

24 апр, 16:44

Республикала яман шеш сиренән дауаланған пенсионерҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итмәгәндәр

Прокуратура Салауат ҡалаһында йәшәүсе хаҡлы ялдағы инәйҙе бушлай дарыуҙар менән тәьмин итергә ҡушты. 76 йәшлек ҡатында яман шеш сирен табалар һәм уға ҡыйбатлы дарыуҙар яҙалар.

24 апр, 16:14

Иртәгә республикала ҡарлы ямғыр яуасаҡ

Шаршамбы, 25 апрель, республика биләмәһендә ҡарлы ямғыр яуыуы көтөлә.

24 апр, 15:35

Башҡалала йыл башынан 200-гә яҡын законһыҙ урынлаштырылған гараждарҙы һүткәндәр

Металл бокстарҙы һүтеү буйынса эш дауам итә. Гараждар йә штрафстоянкаға оҙатыла, йә хужалары тарафынан алына.

24 апр, 14:48

Өфө мәктәптәрендә макулатура йыйыу буйынса акция уҙа

Йыл һайын мәктәптәрҙә яҙғы һәм көҙгө миҙгелдәрҙә «Ҡағыҙ бумы» акцияһы ойошторола. Макулатураны йыйыу буйынса сараны «Таҙа ҡала» компанияһы ойоштора.

24 апр, 14:12