Йәмғиәт

Башҡортостанда Рәил Ишғаринды эҙләү тамамланды

22 февралдә хәбәрһеҙ юғалған Рәил Ишғарин Өфө дауаханаһында ята, был турала уның туғандары хәбәр итә.

07 мар, 10:39

Өфө урамдары тәртипкә килтерелә

2017 йылда ҡала урамдарын тәртипкә килтереү буйынса пилот проект бойомға ашырылды. Программа сиктәрендә ҡырҡтан ашыу урамда капиталь төҙөкләндереү үтте.

07 мар, 09:38

Башҡортостанда күп балалы әсәйҙәрҙе тәбрикләнеләр

Етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы, Хөкүмәт Йортонда күп балалы әсәләрҙе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеләр.

06 мар, 17:29

Башҡортостанда һауа температураһы -27 градусҡа тиклем төшәсәк

Башҡортостанда иртәгә төнөн -27 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.

06 мар, 14:10

“Ирәмәл” тәбиғәт паркында ҡаргиҙәрҙә йөрөү тыйыла

Бындай тыйыуҙы прокурор талап иткән. Махсус һаҡлау режимының боҙолоуы асыҡланған.

06 мар, 12:28

Өфөлә бынан бер йыл элек юғалған Максим Швецовты эҙләйҙәр

42 йәшлек Максим өйөнән 2016 йылдың декабрендә сығып киткән һәм шунан бирле уның хәбәре юҡ.

06 мар, 11:28

Стәрлетамаҡта ҡатын үҙ автомобилен балта менән емергән

Ваҡиға кисә, 5 мартта, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ибраһимов урамында була. Видеояҙма интернет киңлектәренә эләккән.

06 мар, 09:51

Өфө ҡалаһының Совет районында законһыҙ рәүештә урынлаштырылған 2 меңдән ашыу гараж һүтелде

Гараждарҙы тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыусылар һирәк. Башлыса унда иҫке һәм кәрәкмәгән әйберҙәр һаҡлайҙар.

06 мар, 08:56

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

Бөгөн Республика Профсоюздар йортонда республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Икенсе тапҡыр ойошторолған сарала бер төркөм гүзәл заттар туғыҙ номинацияла билдәләнде. Улар араһында өс баланан күберәк өлгөлө бала тәрбиәләгән, фән, иҡтисад өлкәһендә уңыш ҡаҙанған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан әсәләр билдәләнде.

05 мар, 20:36

2017 йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың иң яҡшы судтары билдәләнде

Район, район-ара һәм ҡала судтары рәйестәренең йыллыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостандың иң яҡшы суд һәм судьялары билдәләнде. Был турала БР-ҙың Юғары суд матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

05 мар, 17:32

Башҡортостанда ғаилә йылы нисек башланды?

Федераль дәүләт статистика хеҙмәте белгестәре 2018 йылдың ғинуарында теркәлгән һәм тарҡалған ғаиләләр иҫәбен иғлан итте.

05 мар, 15:06

Бөгөн Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 113 йыл тула

Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған.

05 мар, 14:42

Өфөлә төҙөлөш өлкәһендә вакансия йәрминкәһе уҙғарыласаҡ

Өфө ҡалаһының эшмәкәрлек үҙәге 15 мартта төҙөлөш өлкәһендә вакансия йәрминкәһен уҙғара.

05 мар, 14:41

Мәскәүҙән килгән ҡар Өфөлә күп ятмаҫ

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән яуым-төшөмгә ҡаршы махсус әҙерлек тураһында хәбәр иттеләр.

05 мар, 14:39

Башҡортостанда үҙенең тыуған көнөндә 17 йәшлек ҡыҙ юғалған

Бөрйән районыны Ғәлиәкбәр ауылынан 17 йәшлек Айгөл Ишморатова хәбәрһеҙ юғалған. Ҡыҙ, 22 февралдә - тыуған көнөндә өйөнән сығып киткән. Туғандары әйтеүенсә, Айгөл Өфөлә, Стәрлетамаҡта, йә иһә Баймаҡ районында булыуы ихтимал.

05 мар, 14:04

Өфөлә Греция тундарына арест һалынды

Таможня хеҙмәткәрҙәре Өфөләге сауҙа үҙәктәренең береһен тикшергәндән һуң, идентификация номеры менән билдәләнмәгән тундар партияһын тапҡан.

05 мар, 14:02

Байрамдарҙан һуң Башҡортостанда алкоголь эсемлектәрен һатыуға бәйле яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инә

8 март байрамдарынан һуң спиртлы эсемлектәр һатыуға бәйле үҙгәрештәр көтөлә. Яңы ҡағиҙәләр йәмәғәт туҡландырыу урындарына ҡағыла.

05 мар, 11:44

Бөгөн Өфө районында 180 килограмдан ашыу балыҡ юҡ ителде

Улар республика йылға-күлдәрендә тотолған.

05 мар, 11:44

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда ҡар яуыуы, буран һәм көслө ел көтөлә

Бөгөн Башҡортостан биләмәләрендә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар, көньяҡта епшек ҡар яуып ағастарға һәм тимер сымдарына һырыуы көтөлә.

05 мар, 11:16

Башҡортостанда ике аҙна элек 32 йәшлек Рәил Ишғарин хәбәрһеҙ юғалған

Мәләүез районыны йәшәүсеһен туғандары һәм ирекмәндәр эҙләй.

05 мар, 10:28