Йәмғиәт

Башҡортостанда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тишереүҙәр үткәрәсәк

Киләһе ике көндә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан юлдарында күләмле тикшереүҙәр үткәрә. Профилактика сараһының төп маҡсаты - водителдәрҙе юл хәүефлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырыу һәм иҫерек килеш руль артына ултырыусыларға ҡаршы көрәш алып барыу.

02 мар, 15:54

Аҙна яңылыҡтары. Урманыбыҙҙы кем һаҡлар?

Һуңғы арала Кроношпан исемле дошман уйлап сығарҙыҡ та, шуның менән булашып, көрәшеп тик ятабыҙ. Йәнәһе лә улар тик серегән, йығылған ағастарҙы, бысҡы онтаҡтарын, ҡалдыҡтарҙы ғына ҡабул итергә тейеш ине, ә ысынбарлыҡта урмандың затлыһын ғына эшкәртеп ситкә оҙаталар. Дөрөҫ, ҡабул итә, ә алып килгәстәр нишләһендәр? Ә кем алып килә һуң, затлы ағастарҙы? Шул уҡ үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар бит. Йәғни үҙ ҡулыбыҙ менән үҙ байлығыбыҙҙы алып барып тапшырабыҙ. Сөнки, урманды эшкәртеүгә ҡарағанда шул килеш олаҡтырып еңел аҡса эшләү юлын өйрәнеп алдыҡ. Хәҙер бит ағастың эшлеклеһен генә түгел, сүп-сарын, сереген дә ҡабул итәләр бит. Хатта ботаҡтар ҙа китеп ултыра. Һәм иң әсендергәне - еңел аҡса артынан ҡыуып үҙ йүнселдәребеҙ һирәк, ҡурсалауға мохтаж ағастарҙы ла ҡыралар. Кем ғәйепле һуң был осраҡта? Предприятиемы әллә үҙебеҙме? Киләсәкте беҙҙең урынға ситтән килгән капиталистар уйларға тейеш түгелдер бит инде? Юҡ, барыбыҙ ҙа улай ғәмһеҙ тимәйем. Бар ул яңы барлыҡҡа килгән предприятиены үҙ файҙаһына ҡулланып, урмандарҙы сүп-сарҙан таҙартып аҡса эшләүселәр.

04 мар, 22:59

Аҙна яңылыҡтары. Беренсе март башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнде

Ил үҫешенең төп йүнәлешен Владимир Путин ғаиләләрҙең етешлегендә һәм именлегендә күрә. Һәм был тик матди байлыҡҡа ғына ҡағылмай. Тәү сиратта әхлаҡи нигеҙҙәр ҙә нығынырға тейеш. Сөнки тулы булмаған ғаиләләргә шул уҡ ипотеканы ла биреп бармайҙар. Ә ундайҙар байтаҡ. Үткән аҙнала республика етәксеһе Башҡортостанда һәр икенсе ғаилә тулы түгел ,тип белдергәйне. Көнбайыш йәмғиәте булып ҡыланыу, үҙ асылыбыҙҙы онотоу шулай килтереп терәне. Хәҙер, елкәне тырнай-тырнай хатаны төҙәтер кәрәктер.

04 мар, 21:59

Донъя яңылыҡтары - 04.03.2018

Беренсе марттан «капитал амнистияһы» ла оҙайтылды. Киләһе йылдың беренсе февраленә тиклем сит илдәрҙә банк иҫәптәре һәм күсемһеҙ милеге булғандар бер ниндәй эҙәрлекләүһеҙ уны Рәсәйҙә теркәй ала. Мартта тамамланасаҡ баҡса йорто амнистияһы ла 2020 йылға тиклем кисектерелде. Йәғни, тағы өс йыл ер участкаларын кадастр паспортһыҙ теркәп йортто ла рөхсәтһеҙ төҙөү мөмкин.

04 мар, 19:59

Башҡортостанда былтыр юғалған ҡатын табылды

Бижбүләк районының Ҡушйылға ауылынан Светлана Мөлдрәкованы эҙләү уңышлы тамамлана.

02 мар, 14:51

Ял көнөндәрендә һауа торошо менән хәлдәр нисек була?

Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

02 мар, 14:45

ХЕҘМӘТ КЕШЕЛӘРЕ ҠУЛ ҠАУШЫРЫП УЛТЫРЫРҒА КҮНЕКМӘГӘН

Дүртөйлө районында мәҫәлән Яҙғы-сәсеү кампанияһына әҙерлек октябрҙә үк старт ала. Төбәктә урып-йыйыу эштәре тамамланыу менән техниканы төҙөкләндереү башлана. Дүртөйлө ҡалаһында урынлашҡан ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау оҫтаханаһында ҡышҡы миҙгелдә 20-ләп комбайн төҙөкләндерелә. Улар араһында тармаҡтың башҡа техникаһы ла бар.

02 мар, 14:00

Быйыл респулика урмандарында янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү эшен пилотһыҙ осоу аппараттары алып барасаҡ

2017 йылдағы тәжрибә был алымдың һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған. Был турала Республика башлығы бөгөн Өфөлә, Волга буйы федераль округвнда урман ресурстарын файҙаланыуған арналған кәңәшмәлә белдерҙе.

02 мар, 13:55

Салауат районында яңы геопарк барлыҡҡа киләсәк

Бөгөн төбәккә фәнни экспедиция юлланды.

01 мар, 20:30

Әбйәлилдә йәштәр форумы

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәштәр араһында төрлө осрашыуҙар йыш ойошторола. Улар өсөн универсаль майҙанда төрлө идея һәм проекттар яҙыла.

01 мар, 20:02

Республиканың төп телеканалында яңы фотоконкурс

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан коллегаларыбыҙ, «Сәләм» тапшырыуы хеҙмәткәрҙәре «Йоматау» шифаханаһына ете көнгә ике кешелек путевка уйната.

01 мар, 19:02

Башҡортостанда -30° тиклем һыуыҡ дауам итә

Иртәгә республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

01 мар, 15:35

Башҡортостанда 23 йәшлек егет юғалған

Салауат ҡалаһында хәбәрһеҙ юғалған Евгений Галушевты эҙләйҙәр. Был турала социаль селтәрҙәрҙәрҙә хәбәр ителә.

01 мар, 14:47

Яҙҙың тәүге көнөндә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған десантсыларҙы иҫкә алабыҙ

Өфөлә, Затон биҫтәһендә урынлашҡан "Тулҡын"скверында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған десантсылар һәйкәленә тантаналы шарттарҙа сәскә гөлләмәләре һадынды.

01 мар, 14:28

Башҡортостанда яҙҙың тәүге көнөндә һауа температураһы -46° тиклем барып еткән

Март ҡаты һыуыҡтар менән башланды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы билдәләүенсә, республикала төнөн һауа торошо иң түбән билдәгә барып еткән. Ғафури районының Үзбәк ауылында -46° һалҡын теркәлгән. Һыуыҡтар әле генә китергә уйламай.

01 мар, 12:07

Балалар баҡсаһында урындар күбәйәсәк

“Мәғарифты үҫтереү” федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостанға балалар баҡсаларында өҫтәлмә урындар булдырыу өсөн 1,3 миллиард һум бүленәсәк.

01 мар, 11:57

Ҡасан уҡырға бармаҫҡа була?

Һауа температураһының түбәнәйеүе сәбәпле уҡыусыларҙың мәктәпкә йөрөү-йөрөмәү һорауына аныҡлыҡ индерәйек. Беренсенән, урта белем биреү учреждениеларында уҡыуҙар ғәҙәти режимда дауам итә.

01 мар, 11:42

Пенсия йәше оҙайтыла

Хәҙер дәүләт хеҙмәтендә эшләүсе ирҙәр хаҡлы ялға 61 йәштән, ә ҡатындар 56 йәштән сығасаҡ. Әйткәндәй, артабан был йәш йыл һайын 6 айға арттырыла барасаҡ.

01 мар, 10:48

Шифалы үләндәр заводын кире төҙөүгә миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды

3 ғинуарҙан 4 ғинуарға ҡарата төнөн “Гардеев фитоүҙәге” ойошмаһының шифалы үләндәре һаҡланған бинала янғын сыҡҡайны.

28 фев, 16:04

24 мартта Башҡортостан “Ер сәғәте” акцияһына ҡушыла

Донъялағы иң ҙур акцияларының береһе быйыл 24 март урындағы ваҡыт буйынса киске туғыҙынсы яртынан унынсы яртыға тиклем дауам итә.

28 фев, 15:50