Йәмғиәт

Апрелдә Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләүҙәре буласаҡ

1 апрельдән 30 апрельға тиклем Башҡортостандың төбәк һәм муниципаль-ара кимәлендәге юлдарҙа ваҡытлыса билдәләнгән ауырлыҡтан артҡан ҙур йөклө машиналарҙың хәрәкәте сикләнә.

28 фев, 15:07

Яҙҙың беренсе көнөндә -30 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, атмосфера баҫымының үҫеүе менән яуым-төшөмдең кәмеүе һәм һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.

28 фев, 12:34

Өфө аэропортынан Сочиға тура авиарейс асыла

Йәйге теҙмәгә ярашлы, баш ҡалабыҙҙан Сочиға 28 майҙан 26 сентябргә тиклем даими рейстар ойоштороласаҡ.

28 фев, 12:15

Рәсәй тимер юлдары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына поездарҙа бушлай йөрөү мөмкинлеге бирә

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 73 йыл тулыу айҡанлы, май айында һуғыш ҡатнашыусылары һәм инвалидтары поезда бушлай үтеү хоҡуғына эйә буласаҡ.

28 фев, 11:46

Тәүлек буйына яуған ҡар һөҙөмтәһендә Өфө юлдарында ун баллы тығындар күҙәтелде

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, тәүлек дауамында баш ҡалала айлыҡ норманан 50 процентҡа күберәк ҡар яуған. Салауат Юлаев һәм Октябрь проспекттарында, Менделеев, Жуков, Галле ҡалаһы урамдарында автомобиль тығындары барлыҡҡа килде.Электрон видеокамералар уларҙың айырыуса иртәнге сәғәттәрҙә күп булыуын теркәгән. Руль артына ултырыусылар эш урындарына барып етеү өсөн бер-нисә сәғәт буйына тығындар кәмегәнен көтөргә мәжбүр булды.

27 фев, 21:02

Яңы двигатель ижад иттем

Йылайыр районында йәшәүсе Рифҡәт Вәхитов шундай фекерҙә.

27 фев, 20:09

Бәндәбикә иҫтәлегенә автосәйәхәт

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте республикабыҙҙың ауыл-ҡалалары буйлап сәфәргә әҙерләнә.

27 фев, 19:45

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған ғаилә табылды

Башҡортостандың эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, юғалған ғаилә табылған һәм улар менән барыһы ла яҡшы.

27 фев, 16:45

Кеҫә телефон операторҙары Рәсәй буйлап роумингты һүндерәләр

2017 йылдың йәйендә үк Рәсәй эсендә төбәк-ара аралашыу өсөн күп аҡса сарыф ителеүе хаҡында һүҙ сыҡҡайны.

27 фев, 16:08

Өфөлә 59 әсә үҙ балаларынан баш тартырға ниәтләгән

Үткән йылды 59 әсә яңы тыуған сабыйҙарын дәүләт ҡарамағына тапшырырға булған. Әммә хеҙмәт эшмәкәрлеге арҡаһында 39 ҡатын үҙ балаһынан баш тартмаған. Бының хаҡта опека һәм бағымсылыҡ идаралығы етәксеһе Татьяна Квасникова хәбәр итте.

27 фев, 13:37

Бөгөнгө көнгә бәйле тарихи даталар

27 февраль йылдың 58-се көнө. Бөгөн Халыҡ-ара аҡ айыу һәм Халыҡ-ара хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар көнө. Рәсәйҙә Махсус операциялар көстәре көнө билдәләнә.

27 фев, 12:51

Ҡыш һуңғы көндәрендә яуҙырып өлгөрмәгән ҡарын ауҙарыра булды

Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы дауам итә. Республикабыҙ аша үткән федераль трассаларҙы таҙартыр өсөн 130 махсус техника сығарылған. 3120 тоннанан ашыу ҡом һәм тоҙ һибелгән.

27 фев, 12:23

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән иң яҡын кешене махсус акцияла ҡатнашып ҡотларға мөмкин

8 март алдынан Өфө ҡала хәкимиәте әсәләргә бағышланған акция иғлан ите.

27 фев, 12:20

Аҡман-тоҡман яңы кимәлгә сыға

Астрономдар фаразлауынса, 18 март ер йөҙөн көслө магнит бураны ҡаплаясаҡ. Тыныс булмаған геомагнит мөхите 14, 16, 17 март көтөлә.

27 фев, 12:05

Башҡортостан ауыл хужалыҡтары топ-10 исемлегендә

“Агроинвест” журналы иң мул уңышҡа өлгәшкән төбәктәрҙе билдәләне. Башҡортостан һигеҙенсе урында.

27 фев, 09:42

Өфө коммуналь хеҙмәттәре көслө яуым-төшөм менән көрәшә

Бөгөн төнөн бик күп ҡар яуҙы. Уны ваҡытында көрәр өсөн 300 берәмек техника һәм 200 эшсе сыҡты.

27 фев, 09:05

«Башҡортостан ҡыҙы»на 50 йәш

Республиканың төп ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. 1968 йылда нәшер ителә башлаған журнал бөгөн гүзәл заттарҙың яҡын кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, рухи таянысы. Уның биттәрендә ижад емештәре менән танышырға ла, бәйләү, тегеү, сигеү, аш-һыу серҙәре менән уртаҡлашырға ла, психолог, табип, юрист кәңәштәре алырға ла мөмкин. Йәғни, ҡатын-ҡыҙға ғына түгел, тотош ғаилә өсөн өҫтәл китабы.

26 фев, 20:04

Ҡыш дауам итә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе тәүлектәрҙә республиканың күп кенә райондарында урыны менән ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарға еңелсә боҙлауыҡ ятыуы, ҡайһы бер өлөштәрен көрт баҫыуы ихтимал. Елдең тиҙлеге секундына 17 метрғаса көсәйеүсән. Киләһе көндәрҙә республикала һауа температураһының түбәнәйеүе күҙәтеләсәк.

26 фев, 19:47

Ауыл таҙа, урамда тәртип

Йылайыр районы үҙәгендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын туплау өсөн махсус машина йөрөй башланы.

26 фев, 19:00