Йәмғиәт

Шүлгәнташта ҡортсолоҡ үҫеше буйынса ултырыш үтә

Бөгөн “Йәшелдәр” партияһының төбәк бүлекәсеһе ағзалары умартасылар, ғалимдар менән берлектә бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалыу буйынса фекер алыша. "Йәшелдәр" Рәсәй экологик партияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Руфина Шаһапова һөйләй.

18 июл, 10:01

Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеге асыла

Был турала “Экспортлау ваҡыты” II халыҡ-ара форумында хәбәр ителде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров башҡа илдәрҙә вәкиллектәр булдырыу киләсәктә ошо юҫыҡтағы бәйләнеште үҫтереү, республикала етештерелгән продукцияны экспортҡа әүҙем оҙатыуға булышлыҡ итәсәк тине.

18 июл, 10:00

Республика кибеттәрендә банк картаһынан ҡулаҡса сисеп була

Әле бындай мөмкинлек республиканың Өфө, Кушнаренко, Ғафури, Белорет, Учалы һәм башҡа райондарындағы ҡасаба, ауылдарҙа булдырылған. Процедураның нескәлектәре хаҡында БСТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

17 июл, 23:53

Ғәйепһеҙ хөкөм ителгән Өфө пенсионеры 60 йыл буйы аҡланыуға ирешә алмай

Башҡортостан юғары судында 82 йәшлек Фәтҡулла Исҡаҡовтың эше ҡаралды. Өфөлә йәшәгән хаҡлы ялдағы ир ярты быуаттан ашыу, үҙенең башҡа кеше ҡылған енәйәт өсөн иркенән мәрхүм ителеүен иҫбатлай алмай суд юлын тапай. Әммә бөгөн дә был эшкә нөктә ҡуйылманы.

17 июл, 23:51

Туймазы районынан Үмәровтар сәскә һатып бар илгә танылған

Ғаилә һирәк раузалар, петуниялар һәм хатта, гранат менән инжир ҙа үҫтерә. Баҡсасылыҡ менән Үмәровтар ғаиләһе 16 йылдан ашыу шөғөлләнә. Һуңғы биш йылда яратҡан шөғөл табыш килтерә башлаған. Һатып алыусыларҙа айырыуса Англия раузалары менән петуния сорттарына һорау ҙур.

17 июл, 23:20

Өфөнөң Яҡутов исемендәге ял паркында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн байрам үтте

Хыялды тормошҡа ашырып. Өфөнөң Яҡутов исемендәге ял паркында инклюзив балалар байрамы ойошторолдо.

17 июл, 23:19

2021 йылға һәр социаль объект донъя селтәренә тоташтырыласаҡ

Төпкөл ауылдарға интернет. 2021 йылға тиклем «Һанлы иҡтисад» милли проектына ярашлы, һәр социаль объект донъя селтәренә тоташтырыласаҡ. Атап әйткәндә, медицина, мәғариф, административ биналар, полиция, һайлау участкалары кәмендә секундына ун мегабитлыҡ интернет менән тәьмин ителәсәк.

17 июл, 23:15

Төркиә отелдәре рәсәйҙәр өсөн хаҡтарҙы төшөрҙө

Төркиә отелдәре Рәсәй туристары өсөн июль-август айҙарына хаҡтарҙы 10-15 процентҡа кәметкән. Яңылыҡ тураһында хәбәр итеүсе «Известия» гәзите быны йәшәү хаҡтарын күпкә күтәргән ҡунаҡханаларҙа ял итеүселәр һиҙелеп әҙәйеүе менән аңлата. Төркиәнең профессиональ отель менеджерҙары ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл августа Анталья отелдәре 90-92 процентҡа ғына туласаҡ.

17 июл, 23:14

Урман янғындарын һүндереүгә федераль аҡса йәлеп итергә саҡыралар

Башҡортостан парламенты депутаты Руфина Шаһапова ошондай башланғыс менән сыҡты. Ул “Экология” милли проектында ҡаралған аҡсаны урманда янғындарҙы һүндереүгә тотонорға тәҡдим итә. Руфина Шаһапова фекеренсә, тәү сиратта профилактика булырға тейеш.

17 июл, 18:09

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Волга буйы федераль округы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Транспорт идаралығы башлығы Александр Бережной менән осрашты

Унда төрлө саралар ваҡытында Башҡортостанда именлекте тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Александр Бережной әйтеүенсә, беҙҙең республикала юғары кимәлдәге халыҡ-ара форумдар йыш үткәрелә.

17 июл, 18:04

Өфөлә юл аша сығыу урындарында балалар һыны ҡуйыла

Баш ҡалала яңы проект тормошҡа ашырыла. Ул балалар ҡатнашлығындағы аварияларҙы иҫкәртеү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Мәктәп уҡыусылары макеты ҡасан һәм ҡайҙа ҡуйыла? Был турала “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Арина Рәхимҡолова һөйләй.

17 июл, 16:25

Электрон дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү сифаты баһалана

"Һанлы иҡтисад" милли проекты буйынса Башҡортостанда ошондай эш алып барыла. Яңы система 2021 йылда эшләй башлай.

17 июл, 16:04

Мостай Кәрим ижадында сағылдырылған ҡиммәттәр мәңгелек

Улар барлыҡ халыҡтар өсөн көнүҙәк. Был турала ҡәрҙәш дәүләт - Ҡырғыҙстандың ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Аликбек Джекшенкулов Өфөгә сәфәре барышында белдерҙе. Ул халыҡ шағирының һәйкәленә сәскәләр һалды. Хөрмәт һәм ихтирамын белдерҙе. Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Ҡырғыҙстанда ла саралар үтә.

17 июл, 15:05

Был минуттарҙа “Торатау” конгресс холында Халыҡ-ара экспорт форумының пленар өлөшө башланып тора

Унда 10-дан ашыу илдән белгестәр ҡатнаша. Йыйында агросәнәғәт комплексында экспорт үҫеше, электрон коммерция мәсьәләләре ҡарала. Сит ил вәкилдәре экспортҡа сығарылған Рәсәй тауарҙарының етешһеҙлеге тураһында һөйләй.

17 июл, 15:00

Рәсәй мәғариф министрлығы төбәктәрҙе тикшерә башлаған

Улар Төп дәүләт һәм Берҙәм Дәүләт имтиханы ваҡытында эшләгән педагогтарға хеҙмәт хаҡы нисек түләнеүен ҡарай. Ошо йүнәлештә министрлыҡҡа ялыуҙар күп килгән. Быйылдан дәүләт имтиханында эшләгән уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡы түләнергә тейеш. Үткән йылдарҙа был хеҙмәт бушлай башҡарылды.

17 июл, 13:05

Нефтекама ҡалаһының Яҡты күл биләмәһен төҙөкләндереүгә 47 миллион һум аҡса йүнәлтелә

Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Бында юл-һуҡмаҡ селтәре барлыҡҡа килә, яҡтыртҡыстар ҡуйыла, парк урындары йыһазландырыла. “Интеллектуаль туҡталыш” була, унда ашығыс саҡырыу төймәһе, автобустарҙың расписаниеһы яҙылған сенсорлы табло ҡуйыла. Туҡталыш павильонына мобиль телефондарға, гаджеттарға көс йыйыу өсөн usb-каналлы алты “аҡыллы эскәмйә” ултыртыла.

17 июл, 13:00

Автоинспекторҙар бурыслы водителдәрҙе туҡтата

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Өфөлә профилактик сара башланы. Өлкән автоинспекторы Ленар Зиннуров һөйләй.

17 июл, 11:05

Республика ҡотҡарыусылары 6 айға йомғаҡ яһаны

Быйыл 19 кеше, шул иҫәптән 6 бала батып үлгән. Июндә генә 16 кеше һыуҙа һәләк булған. Фажиғәләр һыу инергә рөхсәт ителмәгән урындарҙа булған. Ғүмере ҡыйылған балалар ҡараусыһыҙ ҡалдырылған. Ял итеү өсөн рәсми ҡомлоҡтарҙы ғына һайлағыҙ, ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡоростан идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Алик Шәрәфетдинов.

17 июл, 10:04

2021 йылға тиклем Башҡортостандағы бөтә социаль объекттарҙа Интернет буласаҡ

“Мәғлүмәти инфраструктура” программаһы “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” Милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла. Мәғариф һәм медицина учреждениелары, полиция бүлектәре, янғын һүндереү частаре, хәрби комиссариаттар, һайлау комиссиялары һәм үҙидара органдары глобаль селтәргә тоташтырыла. Башҡортостандан Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ростислав Мырҙағолов һөйләй.

17 июл, 10:00

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособие күләме артҡан

Июндә ул 7 мең һум булған. Май айында республикала эшһеҙҙәр уртаса 6 мең 400 һум алған. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 89 мең эшһеҙ иҫәпләнә. Уларҙың 21 меңе рәсми теркәлгән. Мәшғүллеге булмағандар Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттары буйынса һаналған.

16 июл, 23:39