Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә герой балалар тәбрикләнде

«Кескәй геройҙар форумы»на республика төбәктәренән 28 үҫмер йыйылды. Улар бөтәһе лә бәләгә тарыусыларға ярҙам ҡулы һуҙыусылар, янғында, һыуҙа һәм башҡа хәүефле мәлдәрҙә үҙ-үҙҙәрен батырҙарса күрһәтеүселәр. Сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе герой балалар тураһында документаль фильм күрһәтелде һәм кескәйҙәргә бүләктәр тапшырылды. Проекттың маҡсаты - йәш быуында кешелеклек, патриотлыҡ тойғоһо уятыу.

21 фев, 22:18

Республиканың төп телеканалында «Алып барыусылар» курсы дауам итә

Уҙған аҙнала курс тыңлаусылары интенсив психолог менән эшләһә, бөгөн улар үҙҙәрен актерлыҡ оҫталығында һынап ҡараны. Дәресте был юлы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Шакирова алып барҙы. Актерлыҡ оҫталығын үҙләштереү буласаҡ алып барыусылар өсөн мөһим. Ул фекерләү ҡеүәһен арттырыуға һәм ижади һәләтте үҫтереүгә мөмкинлек бирә. Дәрестәр ял көндәре иртәнән кискә тиклем уҙа. Аҙна уртаһында курс тыңлаусылары каналда стажировка үтә ала.

24 фев, 20:05

Силәбелә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған мәҙәни саралар ойошторола

Силәбеләге Башҡортостандың рәсми вәкиллеге башланғысы менән Магнитогорск металлургия комбинатының балалар һауыҡтырыу лагерында этносменалар асыласаҡ. Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу өсөн комбинат лагеры биләмәһендә бөтә шарттар бар. Китаптар, Башҡортостан тураһында фильмдар һаҡлана. Махсус төркөмдә милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, уҡтан атыу һәм милли көрәш буйынса спорт ярыштары уҙғарыу ҡаралған. Шулай уҡ «Уралым» гәзитендә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған махсус рубрика асылған. Матбуғат битендә республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан башҡорттар тураһында мәҡәләләр урын аласаҡ.

24 фев, 19:47

Бөгөн илебеҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй

Изге йолаға ярашлы, байрам тантаналары Өфөнөң «Еңеү паркы»нда башланды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы «Мәңгелек ут»ҡа сәскә гөлләмәләре һалды.

23 фев, 23:47

Архангел районы Ҡурғаш ауылы халҡы яугир яҡташтарының исемен мәңгеләштерҙе

Тантана Ватанды һаҡлаусылар көнө, шулай уҡ Ҡыҙыл Армияның 100 йыллығына арналды. Мемориалда 24 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының исеме яҙылған. Әйткәндәй, Архангел районынан фронтҡа 9 меңдән ашыу кеше алына һәм уларҙың яртыһы тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай.

23 фев, 21:40

Тыуған ил һағында тороусы һалдаттарға сәләм хаттары тапшырылды

«Йәш гвардия» ойошмаһы ағзалары уларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Өфөнөң ике сауҙа нөктәһендә йыйҙы. Акцияла ҡатнашыусылар хәрби бурысын үтәп йөрөүсе егеттәрҙе байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

23 фев, 20:45

Борисов мейестәре тергеҙеләсәк

Белорет районы Айғыр ауылы ергәһендә бер быуат элек төҙөлгән Борисов мейестәренең былтыр урман эшкәртеүселәр һүтеп, юлға түшәүе тураһында яҙма күрһәткәйнек инде. Өфөнөң «Сик» үҫмерҙәр клубына йөрөүсе уҡыусы уларҙы терегеҙеү маҡсатында проект төҙөгән һәм был эш өсөн грант алыуға ирешкән.

23 фев, 20:00

Ғаиләләр ял итә

Өфөлә Ватанды һаҡлауылар көнөн ғаилә менан бергә үткәреү матур йолаға әүерелеп бара.

23 фев, 14:10

Һалдат һуғышты һайламай

Әбйәлил районында хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә арнап хәтер кисәһе ойошторолдо. Сараға абхаз һәм чечен һуғышы ветерандары, йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлгән егеттәрҙең ата-әсәләре саҡырылды.

23 фев, 12:47

23 февраль Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм эшсе-крәҫтиән армияһының 100 йыллығы айҡанлы ҡала музейҙарында үҙенсәлекле акция

Баш ҡала музейҙарында хәрби хеҙмәт үтеүсе һалдаттар, офицерҙар, һуғыш ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре өсөн бушлай экскурсиялар ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышына арналған залдар хәрбиҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

23 фев, 12:19

Илһөйәрлек тойғоһон бала саҡтан һалыу мөһим

Был турала бөгөн Республика башлығы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы ултырышта белдерҙе. Сара Өфөнөң Конгресс Холл бинаһында үтте. Байрамға Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби бәрелештәр ветерандары, курсанттар, кадеттар, эҙәрмәндәр отрядтары, хәрби-патиротик клубтар, йәш армия хәрәкәте ағзалары саҡырылған. Бер нисә быуын вәкилдәре, уларҙың бөтәһен дә Ватанға һөйөү тигән изге тойғо бәйләй.

22 фев, 23:59

«Шүлгәнташ» йәнә иғтибар үҙәгендә

Былтыр ноябрҙә билдәле мәмерйәлә табылған дөйә һүрәте донъя ғалимдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тарихи ҡомартҡыға 14 мең йылдан да кәм түгел. Ул донъяла берҙән-бер булыуы менән үҙенсәлекле. Әлегәсә бындай өлгө табылғаны булмаған. Әйткәндәй, «Шүлгәнташ» мәмерйәһенең хәҙер 3Д моделе лә бар.

22 фев, 21:17

Дәүләт учреждениеларының йәмәғәт менән бәйләнеш бүлектәре тейешенсә мәғлүмәт биреп еткермәй

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер -министры Рөстәм Мәрҙәнов матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡтың коллегия ултырышында белдерҙе.

22 фев, 20:45

Һалдатҡа- сәләм

«Йәш гвардия» ойошмаһы ағзалары бөгөн Өфөнөң ике сауҙа нөктәһендә әрмелә хәрби бурысын үтәүсе һалдаттарға ҡотлау сәләмдәре йыйҙы. Махсус открыткаларға яҙылған хаттар иртәгә Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Алкинолағы хәрби частә хеҙмәт итеүсе һалдаттарға тапшырыласаҡ. «Егеттәргә» Бөтә Рәсәй акцияһы илдең 40-тан ашыу төбәгендә үтә.

22 фев, 19:19

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш бара

Әле әрме сафтарында 9 мең яҡташыбыҙ хеҙмәт итә.

22 фев, 16:25

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк

Һатыу нөктәләре 24 февраль 10:00 – 16:00 тиклем эшләйәсәк.

22 фев, 15:32

Дәүләкән ҡалаһы йәшәүсеһенә йәшерен мигрантҡа ҡуртымға фатир биргәне өсөн администратиф штраф һалынды

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Дәүләкәндә законһыҙ рәүештә йәшәп һәм эшләп йәрәгән Үзбәкстан Республикаһы гражданына ҡуртымға фатир биргән ирҙе яуаплылыҡҡа тарттырҙы.

22 фев, 15:21

Башҡортостан ирҙәре ҡайҙа эшләргә теләй?

Ватанды һауҡлаусылар көнөнә арнап, HeadHunter белгестәре республикабыҙ ир-аттары араһында иң популяр һөнәр төрҙәрен асыҡланы.

22 фев, 13:38

2017 йылда дөйөм криминаль көсөргәнешлектең кәметеүе өлгәшелгән

Был турала, бөгөн, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың йыллыҡ эш һөҙөмтәләренә арналған телмәрендә Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Роман Деев белдерҙе.

22 фев, 10:27

Батырҙарға - миҙалдар

Бөгөн Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡаһарманлыҡ ҡылыусыларға миҙалдар тапшырылды. Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусылар араһында Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр бар. Сарала шулай уҡ локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан 25 кеше «Хәрби хәрәкәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнде.

21 фев, 20:00