Йәмғиәт

Өфөлә балалар күп ҡатлы йорт ҡыйығында уйнай

Ғүмер өсөн хәүефле уйынды Өфө ҡалаһында йәшәүсе кеҫә телефонына төшөрөп интернетҡа һалған.

16 мар, 11:00

Ярҙарынан сығыу хәүефе булған йылғаларҙа гидропостар урынлаштырыласаҡ

Автоматлаштырылған ҡоролмалар һыу кимәлен билдәләп ташҡын хәүефе тураһында иҫкәртәсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдә халыҡты иҫкәртеү ҡоролмалары менән берлектә эшләүсе постар бәләнән аралаясаҡ, ти белгестәр.

15 мар, 22:47

Иманға ҡайтырға бер ваҡытта ла һуң түгел

Бөгөн Өфөләге 9-сы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында намаҙ уҡыу урыны асылды. Әлеге тиклем хөкөмгә тарттырылыусы мосолмандар дини ғәмәлдәрҙе тейешле шарттар булмаған бәләкәй генә бүләмәлә үтәгән. Тәүбәгә килергә теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып учреждение етәкселеге яңы иман йорто төҙөргә ҡарар иткән. Тимер рәшәткә артында яңғыраған тәүге аҙан тауышына беҙҙең ижади төркөм дә шаһит булды.

15 мар, 21:57

Башҡортостанда яғыулыҡ ярҙамында осҡан тәүге пилотһыҙ аппарат уйлап табылды

Өфө блогерҙары етештергән яңы ҡоролмаға ил кимәлендә тиңдәр юҡ. Тиҙлеге сәғәтенә 130 саҡрымға тиклем етә. Тәүге һынауҙы ул баш ҡаланан Стәрлетамаҡҡа тиклемге юлды сәғәт ярым эсендә үткән. Бөгөн Кушнаренко районының «Первушин» аэродромында дрондың сираттағы үҙенсәлеге һыналды.

15 мар, 21:04

Бөгөн бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтары көнө

Быйыл ул заманса баҙарҙы асыҡ һәм ғәҙел итәйек тигән девиз аҫтында үтә.

15 мар, 21:01

Башҡортостанда яҙғы ташҡындар буйынса тәүге ултырыш үтте

15 мартта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Марат Мәһәҙиев ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ултырыш үткәрҙе.

15 мар, 18:19

Дәүләт Думаһы депутаттары осрашыуҙарға көтә

18 мартта Кушнаренко, Баймаҡ, Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында Дәүләт Думаһы депутаттары халыҡ менән осрашыу үткәрә.

15 мар, 18:04

«Халыҡ контроле» партия проекты ағзалары Урал аръяғы райондары буйлап рейдҡа сығасаҡ

Эш барышында урындағы йәмәғәт туҡланыу урындары, сауҙа нөктәләре эшмәкәрлеге тикшереләсәк. Ойошмаларҙың хеҙмәтләндереү сифатына айырым иғтибар бүленәсәк.

15 мар, 16:59

Өфөлә суд приставтары фатирҙан 11 бесәй ҡыуған

Бындай ҡарар күршеләрҙең ялыуынан һуң сығарылған. Ун бер бесәй йәшәгән фатирҙан еҫ бер-нисә ҡатҡа таралған.

15 мар, 16:55

Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр диктор Әхәт Мотаһар улы Мортазинды һуңғы юлға оҙатты

Күренекле замандашыбыҙ менән хушлашыу Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында үтте. Әхәт Мотаһар улы 35 йыл ғүмерен Башҡортостандың телевидение һәм радио сәнғәтен үҫтереүгә арнаны. Уның бәрхәт тауышын ишетергә күнеккән тыңлаусылары бөйөк шәхес менән бәхилләшеүҙәренә һаман да ышанып бөтә алмай. Йәмәғәт панихидаһы барышында күптәр уға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Телгә хөрмәте, халҡына, тыңлаусыһына ихтирамы өсөн.

15 мар, 16:52

Башҡортостанда һауа торошоноң +1 градусҡа тиклем йылыныуы көтөлә

Йылы циклон республикаға ял көндәрендә килеп етәсәк.

15 мар, 12:38

Башҡортостанда 19 йәшлек егет хәбәрһеҙ юғалған

Белорет ҡалаһы егете юғалыуы тураһындағы мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә барлыҡҡа килде.

15 мар, 10:13

Өфөләге иң ҡиммәт фатир хаҡы 65 млн һум

Баш ҡалабыҙҙа премиум-класындағы фатир 65 миллион һум тирәһендә билдәләнә.

15 мар, 00:06

Башҡортостан мәҙәниәте һәм йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе

Күренекле диктор, радио һәм телевидение алып барыусыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мотаһар улы Мортазин 60-сы йәшендә арабыҙҙан китте. Әхәт Мортазин 1959 йылда Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Әхәт Мотаһар улы ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем радио һәм телевидениела эшләне. Уның сағыу, бәрхәт тауышы яңылыҡтарҙа, көнүҙәк репортаждарҙа яңғырап торҙо. Диктор төрлө сараларҙан тура трансляциялар, концерттар алып барҙы. Мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҙә уртаҡлашты.

14 мар, 21:01

ЗАГС бүлегендә үҙенсәлекле тамаша

Мәләүез районы ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүсе Раиса Бурчина менән Михаил Столяров оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең һөйөүен закон менән нығытты.

14 мар, 19:41

Конституция - балалар күҙлегенән

Ошо исем аҫтында донъя күргән яңы баҫмала ҡыҙыҡлы, сағыу, фәлсәфәүи һүрәттәр урын алған. Ул йыл дауамында ҡыҙҙар-малайҙар араһында барған республика һүрәттәр конкурсына тәҡдим ителгән эштәрҙән тупланған.

14 мар, 18:57

Ҡыш үтте, боҙҙар ҡалды

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: ҡараңғыла, томан төшкәндә, ҡар йәки ямғыр яуғанда йылға, күл өҫтөндәге боҙға сығыу тыйыла. “Боҙға сығыу ярамай”, тигән күрһәткестәрҙе лә иңҡар итеү хәүефле.

14 мар, 18:11

Өфөлә эшһеҙҙәр һаны күбәйгән

Быйыл рәсми рәүештә эшһеҙ тип теркәлгән кешеләр һаны 5,3 меңгә еткән. Ғөмүмән мәшғүллек үҙәгендә әле 5,8 мең кеше иҫәптә тора.

14 мар, 17:47

Кем крокодил юғалтты?

Сибай – Моҡас юлында туңған крокодил табылған.

14 мар, 17:02

Өфө халҡын ат ҡотҡарырға саҡыралар

Ҡаты һыуыҡтар ваҡытында өшөгән Полет исемле атҡа ярҙам кәрәк. Уның һаулығы ауыр хәлдә.

14 мар, 16:48