Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт юлбарыҫ тыуған

Әлеге ваҡытта Туймазы ҡалаһында урынлашҡан “Барс” күсмә зоопаркында бер ыңғайы дүрт юлбарыҫ тыуған.

14 мар, 14:36

Өфөлә ташландыҡ урын матур скверға әйләнде

Ғөбәйҙуллин һәм Баҡалы урамдары йәшәүселәренә шатлыҡ: 94-се лицей һәм 27-се балалар-спорт мәктәбе артындағы бушлыҡ йәмле скверға әүрелде.

14 мар, 14:07

Һауа торошо

Иртәгә республикала көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан, талғын.

14 мар, 12:04

Башҡортостанда бик үҙенсәлекле туй үткән

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы 79 йәшлек ҡатын менән 62 йәшлек ир өйләнешкән. Улар Мәләүез ҡалаһының ололар өсөн тәғәйенләнгән социаль станционарында йәшәй.

14 мар, 11:10

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында йәшәүсе Юлай Бикбов өс баланы дөрләп янған йорттан сығарып, ҡазанан ҡотҡара

Ут сыҡҡанда кескәйҙәрҙең ата-әсәһе өйҙә булмай, бәхеттәренә, уларҙың йортонда «ҡыҙыл әтәс» уйнауын ауылдаштары күреп ҡала. Тиҙ арала янғын һүндереүселәрҙе саҡырталар. Иң мөһиме - ут ҡапҡанына эләккән кескәйҙәр имен ҡала, уларҙың сәләмәтлегенә бер ни ҙә янамай. Ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелгән. Исҡужиндар ғаиләһенең йорто урынында хәҙер көл-күмер генә. Фаразланыуынса, ут сығыуға электр сымдарындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булған.

13 мар, 21:45

Башҡортостандан 118 меңдән ашыу һайлаусы йәшәү урынынан ситтә тауыш бирәсәк

Бының өсөн улар 12 мартҡа тиклем күп функциялы үҙәктәргә, дәүләт хеҙмәттәре порталына ғариза яҙҙы.

13 мар, 21:44

Ауыл мәктәбендә ҡул эштәре музейы

Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылында төрлө быуын-ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолған. Сигелгән, бәйләнгән, туҡылған әйберҙәрҙән тыш, заманса ысулдар менән эшләнгәндәре лә бихисап. Тарҡаҙы ауылында йәшәгән ҡул оҫталары менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.

13 мар, 19:04

Һаҡланғанды һаҡлармын

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көндәгесә үткән тәүлеккә һығымта яһаны.

13 мар, 17:05

Өфөлә Көньяҡ автовокзал ҡала ситенә, Рубежный урамына күсенеүе ихтимал

Был турала “КоммерсантЪ-Башҡортостан” үткәргән матбуғат конференцияһы ваҡытында ҡала транспорты идаралығы етәксеһе Альберт Сафаров хәбәр итте, ти “Башинформ” мәғлүмәт-агентлығы.

13 мар, 17:01

Башҡортостанда сүп-сар эшкәртеү комплексы төҙөлә

Ул Өфө районының Жуков ауылында урынлашасаҡ. Төҙөлөш эштәре менән “Геотерра” компанияһы шөғөлләнә.

13 мар, 16:53

Бөгөн Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге файҙаланыуға тапшырыла

Яңы электр станцияһы 440 мегават электр энергияһы һәм сәғәтенә 290 гкал йылылыҡ бүлеп сығарыуға иҫәпләнгән.

13 мар, 13:46

Башҡортостанда прокурор урынбаҫары халыҡты ҡабул итәсәк

Ейәнсура районында граждандар ҡабул итеүойошторола. Был юлы граждандар менән Руслан Зөбәйеров аралаша.

13 мар, 11:12

Бөгөн Өфөнөң "ВДНХ-Экспо" комплексында "АгроКомплекс-2018" халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә асылды

Сарала Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Чехия, Австрия һәм Германиянан килгән делегациялар ҡатнаша.

13 мар, 10:57

Башҡортостан халҡының 32% ғына үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша

Бындай тикшеренеүҙәрҙе HeadHunter хеҙмәте үткәргән.

13 мар, 10:57

Башҡортостанда төҙөкләндереү конкурсында 109 проект ҡатнаша

Йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекттарын һайлау 18 мартта үтә. Тауыш биреү 24 муниципаль берәмектә ойошторола. Был исемлеккә 20 000 кешенән күберәк халҡы булған ҡалалар инә.

13 мар, 09:44

Өфөнөң бер биҫтәһе һыуһыҙ ҡаласаҡ

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 14 мартта Киров районында ваҡытлыса һыу һүндерелә.

13 мар, 09:29

Өфөлә йәшәүсе Камилә Йосопова 105 йәшлек юбилейын туйлаған

Камилә Мөьмин ҡыҙы 38 йыл ғүмерен фельдшер-акушер хеҙмәтенә бағышлаған. Уның шифалы ҡулдары ярҙамында меңәрләп бала донъяға килгән.

12 мар, 19:48

Тропик күбәләктәр Өфөлә

Баш ҡаланың Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында һирәк осрай торған күбәләктәр күргәҙмәһе асылды. Ошонда уҡ күбәләк ҡанаттарынан эшләнгән фито картиналар менән танышырға ла мөмкин.

12 мар, 19:01

Кинотеатрға бушлай билет һәм матурлыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың әсәләренә хәйриә акцияһы ойошторолдо.

12 мар, 18:44

Рәсәйҙең хәүефһеҙ ҡалалары араһында Өфө 12-се урында

Хәүеф-хәтәрһеҙ ҡалалар исемлеген “Zoom Market” белгестәре төҙөгән. Улар үткәргән һораулама һөҙөмтәһендә рейтинг яһалған.

12 мар, 18:13