Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа температураһы -32 градусҡа тиклем төшәсәк

Алдағы тәүлектәрҙә республикала ҡояшлы һәм һалҡын көндәр көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа ҡар яуыуы, иртәнсәк томан төшөүе күҙаллана.

12 мар, 10:10

Ә тәбиғәт һаман февраль ти

Иртәгә, 13 мартта, республикала көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

12 мар, 16:40

Поезда йөрөү үҙенсәлектәре

Өфө ҡалаһының Совет районы суды “зацепер”ҙарға арналған сайтты тыйылған тип таныны.

12 мар, 16:09

Бензинда йөрөргәме, газдамы?

Илдең Энергетика министрлығы Рәсәйҙә газ яғыулығы ҡойоу станцияларын арттырыу тураһында хәбәр итте. Быйыл яғыулыҡ-энергетика компаниялары 76 яңы объект төҙөргә йыйына.

12 мар, 15:55

Хөкөм язаһын үтәү хеҙмәте һөнәри байрамын билдәләй

Башҡортостанда иректән мәхрүм итеү урындарында дүрт мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Тантаналы ултырышта һөнәри бурысын намыҫлы үтәгән хеҙмәткәрҙәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм грамоталар менән бүләкләнде. Әле хөкөм язаһын үтәү хеҙмәте үҙгәртеп ҡороу осорон кисерә. Идаралыҡ эшен һөҙөмтәләштереү, матди-техник базаны һәм кадрҙар составын нығытыу саралары бара.

12 мар, 13:47

Яҙ килергә ашыҡмай

Синоптиктар йылы кейемдәрҙе төпкә йәшермәй торорға кәңәш итә. Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы төндә республикала һауа температураһы урыны менән 30 градусҡаса түбәнәйә.

12 мар, 12:59

Өфөлә башҡорт телендә китаптар йыйыу буйынса акция башланды

Акцияны “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары” берлеге ойоштора. Китаптар Силәбе өлкәһенә тапшырыласаҡ.

12 мар, 09:15

Аҙна яңылыҡтары. Ирәмәлгә хәҙер йәйәүләп кенә артылырға мөмкин

Ирәмәл бәғзеләрҙе мендермәй. Мистика түгел, ә прокуратура. Хоҡуҡ һаҡсылары тәбиғәт паркы биләмәһенә техника менән үтеүҙе бөтөнләй тыйҙы, шул иҫәптән ҡаргиҙәрҙәргә лә. Тауға хәҙер йәйәүләп кенә артылырға мөмкин. Тәү ҡарашҡа экосистеманы һаҡлауға йүнәлтелгән сара, башҡа йәһәттән ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Мәҫәлән, хәҙер мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм оло йәштәгеләр өсөн тауға күтәрелеү тормошҡа ашмаҫ хыялға әйләнде. Төбәктә туризм үҫешенә лә сик ҡуйылды. Учалының Байһаҡал һәм Белореттың Николаевка ауылдары яғынан туристар ҡышын Ирәмәлгә бөтөнләй күтәрелмәй. Юл алыҫ, маршрутты быға тиклем ҡаргиҙәрҙә генә үткәндәр. Уның ҡарауы Силәбе өлкәһе Төлөк ауылынан тауға күтәрелергә теләүселәр ишәйгән генә. Был йүнәлеш буйынса тауға күтәрелеү еңелерәк. Шуға ҡаргиҙәр хәрәкәтен тыйған район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуроры кемдең тирмәненә һыу ҡоя икән, тигән һорау ҙа тыуа.

11 мар, 23:58

Аҙна яңылыҡтары. Гүзәл заттар нисә мең хеҙмәт хаҡына ризалаша һәм ниндәй өлкәлә эшләргә теләй?

Ир-егеттәргә, хатта һүлпәнерәк эшләһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк түләйҙәр, тигән фекер йөрөй. Бәлки сәбәп ирҙәрҙең эш биреүселәргә юғары талап ҡуйыуындалыр. Халыҡтан һорау алыу һөҙөмтәләре лә бит шуны иҫбатлай. Ә гүзәл заттар нисә мең хеҙмәт хаҡына ризалаша һәм ниндәй өлкәлә эшләргә теләй? Ирҙәр уртаса 35 меңгә эш урыны эҙләһә, ҡатын-ҡыҙҙар 25 меңгә лә риза икән. Шулай уҡ тулы булмаған эш көнө буйынса эшләргә теләүселәр ҙә байтаҡ. Респонденттарҙың һәр алтынсыһы сауҙа үҙәгендә мәшғүл булырға теләй. Һәр һигеҙенсе нәфис зат үҙен бухгалтер итеп күрә. Банк, идарасы һөнәре лә һорау менән файҙалана. Сеймал табыу өлкәһендә эшләргә теләк белдереүселәр бөтөнләй булмай сыҡты. Был аңлашыла нимәлер табыу тәбиғәт тарафынан көслө заттарға йөкмәтелгән. Шулай ҙа , 1857 йылда уҡ башланған хәрәкәт ышаныслы алға бара. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, иҡтисадта йәлеп ителгән эшсе көстәрҙең 47 проценты ҡатын-ҡыҙҙар һәм был сик түгел.

11 мар, 21:44

Аҙна яңылыҡтары. Уҡыусы үлеме өсөн ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде

Ишембай ҡалаһында Нөгөш һыуһаҡлағысында ике йыл элек батып үлгән Булат Алтынсуриндың синыф етәксеһе Миләүшә Ҡантимероваға ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Суд ултырышы айырыуса ауыр үткән. Сөнки залда ике ҡатын-ҡыҙ илай. Береһе сабыйын юғалтҡан әсә, ә икенсеһе уйламағанда ошондай хәлгә ҡалған уҡытыусы. Әсәне лә , мөғәлимде лә аңларға мөмкин. Балаһы үлемен ғәфү итә алмаған әсә лә йәл. Шул уҡ ваҡытта бер ни уйламай балаларҙы һыу буйына алып төшкән йәш уҡытыусы ла. Бер ни уйламай. Ә кемебеҙ уйлай һуң? Ниндәй уҡытыусы балалар артынан барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә теүәл үтәп күҙәтеп йөрөй? Берәй хәл тыумайынса хәүефһеҙлек тураһында беребеҙ ҙә уйламайбыҙ, килешәһегеҙме? Бәләнән һуң ғына ниндәйҙер ҡағиҙәләр уйлап сығарабыҙ, ғәйеплеләрҙе эҙләйбеҙ. Хәйер улары ла кәрәк. Башҡаса фажиғәле хәл ҡабатланмаһын өсөн.

11 мар, 20:55

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы Шишмә районы ауылдарында ла уңышлы тормошҡа ашырыла

Быйыл төбәктең Ҡара Яҡуп, Ибраһим ауылы биләмәһендә йәшәүселәр киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең көнүҙәклеген билдәләй. Мәктәпкә капиталь ремонт, һыу башняһы алыштырыу һәм башҡалар талап ителә.

09 мар, 21:00

Ғаилә йылы бәпестәре

Бишбүләк районында йыл башынан өс ғаиләлә игеҙәктәр донъяға килгән. Айырыуса иң ҡыҫҡа февраль айы ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булған.

09 мар, 20:54

Өфөлә тропик емештәр бешә

Баш ҡалала лимондарҙың ҡайһылары хуш еҫле сәскәгә төрөнһә, икенселәрендә емеш өлгөрә. Ошо көндәрҙә хеҙмәткәрҙәр папайя йыя, тиҙҙән бананға ла сират етәсәк. Магазин кәштәләре ситтән килтерелгәне менән тулһа ла, Өфөлә үҫкән көньяҡ емештәренә ихтыяж юғалмай. Йылына лимондан ғына 20 тонна уңыш алына.

09 мар, 20:08

Яҙ һәм наҙ байрамында ҡояштай балҡып!

Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә тәүге тапҡыр «Үҙгәреү» проектын тормошҡа ашарҙы.

09 мар, 19:59

Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә

Көндәр йылыныуға табан барыуға бәйле, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы белгестәренең махсус рейдҡа сығыуы йышая. Балыҡсылар менән әңгәмәләшеү ул профилактик сараларҙың бер өлөшө.

09 мар, 18:47

Республика ҡатын-ҡыҙҙарын Башҡортостан Башлығы ла ҡотланы

«Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Ысын күңелдән һеҙҙе 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләйем! Бөгөнгө яҙ байрамы күнелдәребеҙҙе йылылыҡ, шатлыҡ һәм яҡшы тойғолар менән тултыра. Һеҙ был донъяны мөхәббәт, матурлыҡ, гармония менән биҙәйһегеҙ».

08 мар, 22:05

Полковник булырға ынтылған гүзәл зат

Рәсәй гвардияһының махсус тәғәйәнләнештәге мобиль отрядында берҙән-бер гүзәл зат хеҙмәт итә. Кесе сержант Адель 25 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, ОМОН-да үҙен көслө һәм ҡурҡыу белмәҫ хеҙмәткәр итеп танытҡан. Шул уҡ ваҡытта ул ижади яҡтан да һәләтле.

08 мар, 21:58

Бөгөн - Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө

Әлеге ваҡытта 8 март Рәсәйҙә һәм элекке союздаш республикаларҙа ғына байрам ителә. Әммә уның тарихы Европа менән Америкала ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе активистарҙың эшмәкәрлегенә бәйле. 1910 йылда Копенгаген ҡалаһында Клара Цеткин халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар теләктәшлеге көнө уҙғарыу кәрәклеген билдәләп сығыш яһай.

08 мар, 21:47

Хуш еҫле гөлләмәләрҙән, алтын-көмөш алҡаларға тиклем

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө быйыл да республикала киң билдәләнде. Берәүҙәр сәскәләргә өҫтөнлөк бирһә, икенселәр бүләккә үҙенсәлекле тәм-том һайланы.

08 мар, 21:42

Йәрмәкәй районының Исламбахты ауылы Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш нөктәһе

Ауыл Ырымбур өлкәһенә сиктәш. Исламбахтыла Ғаилә йылы һәм Халыҡ-ара ҡатын- ҡыҙҙар байрамына арналған сара ойошторолдо. Бөтә ауыл халҡы йыйылған тантанала илле йыл бергә ғүмер итеүсе парҙар һәм күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр тәбрикләнде.

08 мар, 20:44