Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан халҡы ай тотолоуын күҙәтә ала

Был юлы ул Ер күләгәһенә тулыһынса инмәй, ә өлөшләтә генә ҡаплана, тип хәбәр итә Өфө планетарийы белгестәре. Күренеште Европа, Африка һәм Көньяҡ Азияла күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Ай Өфө ваҡыты менән 23 сәғәт 43 минутта тотола башлай. Күренеш 2 сәғәт 57 минут дауам итә.

16 июл, 23:39

Аварияға тарыған автобус водителенә ете йылға иркенән мәхрүм ителеү янай

Үлемесле вайымһыҙлыҡ. Архангел районында түңкәрелгән автобус водителенә ҡарата суд тәфтиш осорона иркен сикләү ҡарарын сығарҙы. Үткән йәкшәмбе Бөрйәндә ял итеп Татарстанға ҡайтып барыусы туристар аварияға осраны. Автобус салонында булған 39 кешенең алтыһы һәләк булды. Фажиғәгә юл ҡуйыусы водитель ҡулға алынды. Уның ғәйебе иҫбатланһа, ете йылға иркенән мәхрүм ителеү янай.

16 июл, 23:25

Йылайыр районы Юлдыбай ауылында янында «Алға,Урал аръяғы» йыйыны уҙҙы

Йылайыр районының Һаҡмар йылғаһы буйында ойошторолған фестиваль йәштәр араһында айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа, уларҙы спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолдо. Тәбиғәт ҡосағында ял итеү, спорт сараларында ҡатнашыу ниәте менән райондың ойошма-предприятиелары коллективтары ла саранан ситтә ҡалманы.

16 июл, 22:58

Росгвардия отряды яман шеште еңгән бәләкәй малайҙың хыялын тормошҡа ашырҙы

Бөгөн Өфөнөң генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядына экскурсия ойошторолдо. Бында Бөтә донъя еңеүселәре уйынында икенсе урын алған Иван Попаденко саҡырылды. Сарала ул Милли гвардия геройҙары, һуғыш ҡоралдары тураһында бай мәғлүмәт алды. Артабан БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

16 июл, 22:56

Стәрлетамаҡта йорт хайуандары өсөн ҡунаҡхана асылды

Эт-бесәйҙәр өсөн йорт. Республикала дәүләт ҡарамағындағы тәүге хайуандар ҡунаҡханаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында асылды. Эт-бесәйҙәрҙе хужалары махсус учреждениела бер нисә көнгә ҡалдыра ала. Ветеринарҙар уларҙы ашатып, саф һауала йөрөтә. Ҡунаҡһаналарҙа эконом һәм люкс класслы ситлектәр ҡаралған.

16 июл, 22:52

Заводта – ҡуян!

Видеояҙманы Салауат Быяла заводы хеҙмәткәрҙәре социаль селтәргә һалған. Эш көнө уртаһында шешҡолаҡ цехҡа килеп ингән. Станоктар араһынан үтеп ул кире урман яғына йүгергән. Ваҡиға шаһиттары йәнлекте завод тауышы ҡурҡытыуын да билдәләгән.

16 июл, 22:52

«Алға» картаһын «Һаҡлыҡ банкы» бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин

Башҡортостан һаҡлыҡ банкында транспорт картаһы һатыусы тәүге төбәк. Финанс ойошмаһының Өфөләге 83 офисында хәҙер республикала яңы барлыҡҡа килгән «Алға» картаһы һатыла.

16 июл, 22:51

Кисә Тәтешле районы Шүлгән ауылын ҡойма ямғыр һыуы баҫҡан

Ауыл халҡы телефонға төшөрөлгән был видеояҙмалар менән социаль селтәрҙәрҙә бүлеште. Уларҙан күренеүенсә, урамдарҙан ташҡын булып һыу аға. Урамда ҡалыусылар өйҙәренә үтеп инә алмай. Һыу баҡсаларҙағы йәшелсәне, емеш ҡыуаҡтарын ағыҙып алып киткән. Шулай уҡ мәктәп ҡыйығына ла бер аҙ зыян килгән.

16 июл, 22:49

Водителдәр автомобилдә балаларҙы махсус кресло менән йөрөтөү ҡағиҙәһен теүәлерәк үтәй башлаған

Бөгөн иртән Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Балаларға – автокресло» рейды үткәрҙе. Тикшереү барышында бер генә ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлде. Балаһын креслоға ултыртмаған водителгә ҡарата административ штраф һалынды, уның күләме 3 мең һум.

16 июл, 22:48

Башҡортостанда иркенән мәхрүм ителеп тә аҡса урлай алған ир хөкөм ителде

Холоҡ төҙәтеү колонияһында тотолған Станислав Сигута кеҫә телефоны ярҙамында ғына Рәсәй Почтаһынан ғына ҡулына ярты миллион һумдан ашыу аҡса төшөргән. Мутлашыусыны асыҡлау операцияһына именлек хеҙмәте лә ҡушылған. Суд ирҙе 6 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы.

16 июл, 22:47

Һәләкәткә осраған автобус водителен хөкөм иттеләр

Бер нисә минут элек кенә Архангель районында түңкәрелгән автобус водителенә ҡарата суд ҡарары сығарылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ үткән йәкшәмбе Бөрйәндә ял итеп Татарстанға ҡайтып барыусы туристар аварияға осраны.

16 июл, 22:46

Башҡортостанда балалар туҡланыуы дәүләт контроле аҫтына алынасаҡ

Был турала Радий Хәбиров Нефтекама ҡалаһында ойошторолған туҡланыу буйынса төбәк операторҙарының беренсе республика форумында билдәләне. Шул уҡ ваҡытта ул үҙгәрештәрҙең бизнесҡа кире тәьҫир итмәҫкә тейешлеген белдерҙе. Күҙәтеүсе органдар, ведомстволар компанияларға яңы стандарттарға яраҡлашырға ярҙам итәсәк.

16 июл, 22:44

Ҡоролтай депутаттарынан өлгө алып

Раевкала Әлшәй район советы депутаттарының ултырышы беренсегә башҡорт телендә үтте. Унда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт советы комиссияһы эше ҡаралды. Был хаҡта “Әлшәй хәбәрҙәре” газетаһы хәбәрсеһе Фәнүзә Суфиянова һөйләй.

16 июл, 19:00

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре балаларҙың йәйге ялы менән таныша

Ошо көндәрҙә йәмәғәтселәр Әбйәлил районы “Ирәндек” һауыҡтырыу лагерында булды. Әле бында республика ҡалалары һәм райондары, шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһенән 330 бала ял итә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн башҡорт халҡы йолалары һәм мәҙәниәтенә бәйле программа әҙерләнгән.

16 июл, 18:05

Башҡортостанда балыҡсылыҡҡа бәйле закон ҡабул итте

Республика етәксеһе Радий Хәбиров документҡа ҡул ҡуйҙы. Ҡанун проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы аҙаҡҡы ултырышында ҡаралғайны һәм ҡабул ителде.

16 июл, 18:02

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Нефтекамала подъездар ремонтына ризаһыҙлыҡ белдерҙе

Ҡалаға сәфәре барышында ул күп ҡатлы йорттарҙың береһенә инеп сыҡты. Торлаҡта йәшәүселәр ремонт сифатына ҡанәғәтһеҙлек белдереп “Инцидент” системаһына мөрәжәғәт иткән. Подрядсы ойошма эштәр 95 процентҡа тамамланыуы тураһында хисап биргән. Әммә, ысынында, ремонт сифатһыҙ башҡарылған, төрлө урында сымдар эленеп тора, диуарҙар йүнләп буялмаған.

16 июл, 18:00

Башҡортостанға эҫе көндәр килә

Алдағы көндәрҙә һауа температураһы 25-30 градус була. Республиканың көньяғында 32-35-кә ҡәҙәр күтәреләсәк. Гидрометүҙәктең бүлек етәксеһе Гөлназ Заһитова һөйләй.

16 июл, 16:10

Иҫерек килеш авария яһаған водителдәргә яза ҡәтғиләште

Ил башлығы Владимир Путин ошо туралағы ҡанунға ҡул ҡуйҙы. Хәмер эсеп, руль артына ултырған һәм аварияға эләккән водителдәрҙе ниндәй яза көтә? Автоэксперт Хәлим Әйүпов яуап бирә.

16 июл, 15:14

“Айыҡ ауыл” республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

Проекттың тәүге өлөшөндә райондарҙың ауыл биләмәләре араһында ярыш үткәрелә. “Иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу һәм тәмәке тартыуҙы ҡанун нигеҙендә тыйыуға йүнәлтелгән аңлатыу эштәре алып барыласаҡ”, - ти Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

16 июл, 13:02

Башҡортостан лидерҙары конкурсында аҡыл ҡеүәһен тикшереү ҡарау буйынса тестҡа 900 кеше үткән

Ярыштың рәсми сайтында 3 мең ярымдан ашыу кеше теркәлгән. Беренсе этап һөҙөмтәләре бөгөн билдәле була. Республика проекты “Рәсәй лидеры” федераль конкурсына нигеҙләнгән. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин.

16 июл, 12:02