Йәмғиәт

Өфө тирәләй тимер юлы ҡулсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Бөгөн республика етәксеһе төрлө ведомство вәкилдәре менән ҡала электричкаһы һәм ҡала яны тимер юлы бәйләнешен камиллаштырыу мөмкинлектәрен барланы. Эшлекле осрашыу республика йортонда түгел, ә махсус үҙйөрөшлө составта үтте. Өфө-Иглин-Дим маршруты буйынса БСТ каналының ижади төркөмө лә сәфәр ҡылды.

13 авг, 23:15

Әбйәлил районы Иҙәш Ҡусҡары ауылында мәсет асылды

80 йылдан һуң ауылға иман нуры ҡайтты. Изге йорт ошо ауылдан сыҡҡан эшҡыуар башланғысында берҙәм ауыл көсө ярҙамында төҙөлгән. Байрам намаҙы менән бергә яңы мәсеттә тәүге никах тантанаһы ла үтте. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

13 авг, 22:07

Brazzaville инди-рок төркөмө Өфөлә хоспис төҙөлөшөнә ярҙам итәсәк

Музыканттар баш ҡалала хәйриә концерты ҡуйырға иҫәп тота. Билет һатыуҙан алынған гонорарҙарын ижади коллектив социаль-медицина учреждение төҙөүгә йүнәлтәсәк.

13 авг, 22:05

34 йәшлек Ришат Нәбиев үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып 3 кешене ут эсенән сығарған

Ғәҙәттән тыш хәл Нефтекама ҡалаһының күп фатирлы йорттарының береһендә теркәлгән. Эштән ҡайтып килгән ир икенсе ҡаттан сыҡҡан төтөндө күреү менән ярҙамға ашыға. Тәүҙә фатирға тәҙрә аша үтеп инергә теләй, ләкин бикле булғас төтөн баҫҡан подъезд аша үтә.

13 авг, 22:04

Бөгөн Өфөлә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы

Йәрминкә Өфө мәшғүллек үҙәгенең Октябрь районы филиалында ойошторолдо. Инвалидтарға водитель, ашнаҡсы,һатыусы, администратор, директор һәм башҡа эш урындары тәҡдим ителде. Бындай йәрминкәләр баш ҡаланың мәшғүллек үҙәктәрендә квартал һайын үтә.

13 авг, 22:03

Пенсия алды йәшендәгеләр – «Вордскиллс» хәрәкәтендә

Быға тиклем проект студенттар, мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолһа, хәҙер күләмле сараға оло йәштәгеләрҙе лә йәлеп итеү ҡарала. Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында бөгөн үткән ултырыш уҡыу-уҡытыу йүнәлештәренә арналды.

13 авг, 22:02

Йыл аҙағында Өфөнөң Инорс биҫтәһендә яңы бассейн асыласаҡ

Тамсы формаһындағы бина һалынып бөткән, ҡыйығы ябылған. Социаль объект Башҡортостандың 100 йыллығына һалына. Төхвәт Йәнәби урамында урынлашҡан бассейн был биҫтәлә тәүгеһе. Әле төҙөлөш эштәренең ҡыҙған мәле.

13 авг, 22:01

Һауа торошо тотороҡһоҙлоғо ураҡ эштәренә ҡамасаулай

Бындай шарттарҙа техниканың күп булыуы һәм уңышты тиҙ арала йыйып алыу шарт. Игендәр өлгөргән райондарға башҡа хужалыҡтарҙан, машина-технология станцияһынан комбайндар йәлеп ителәсәк.

13 авг, 21:59

Йәй әйләнеп ҡайта

Синоптиктар белдереүенсә, иртәгә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Алдағы көндәрҙә һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә. Гидрометеорология үҙәгенең бүлек етәксеһе урынбаҫары Светлана Положенцева.

13 авг, 19:56

Кушнаренко районы Ахлыстин ауылында “Йәшә, ауыл!” байрамында баҫыуҙа трактор һәм һабан менән сараның исемен яҙғандар

Уның оҙонлоғо 150 метр, һәр хәрефтең бейеклеге — 20 метр. Шул рәүешле ойоштороусылар флешмобҡа старт биргән. Район газетаһы хәбәрсеһе Айгөл Фәхриева һөйләй.

13 авг, 19:53

Башҡортостанда көслө ел сығыуы, ҡойоп ямғыр яуыуы тураһында иҫкәртәләр

Айырым райондарҙа күк күкрәүе һәм ҡойма ямғыр көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе ихтимал.

13 авг, 18:21

Башҡортостанда мәсеттәр һаны арта

Әбйәлил районының Иҙәш-Ҡусҡар ауылында манаралы йорт сафҡа инде. Тантанала сығыш яһаусылар мәсеттә йома намаҙҙары, дини байрамдар һәм никах туйҙары даими үткәрелеп торор тигән ышаныс белдерҙе. “Осҡон” газетаһы хәбәрсеһе Зөлфиә Заһитова һөйләй.

13 авг, 18:16

Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында юлдар киңәйтелә, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыла, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәлә, бордюрҙар яңыртыла, яҡты булһын өсөн бағаналар ултыртыла, яңы балалар ҡаласығы төҙөлә, урындағы Еңеү паркында төҙөкләндереү үткәрелә. Был эштәр өсөн 8 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән, ти подрядсы ойошма етәксеһе Ильяс Усманов.

13 авг, 18:04

Быйыл республика игенселәре 3 миллион тонна иген йыйып алырға ниәтләй

Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә вице-премьер -ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Баҫыуҙар 1 миллион 700 мең гектарҙа сәселгән, был былтырғынан 5 процентҡа кәмерәк. Әле уртаса гектар ҡеүәте 22 центнер тирәһе. Ураҡ кампанияһын ямғырҙар тотҡарлай, тиелде кәңәшмәлә.

13 авг, 18:00

“Сәләм, студент!”

Яңы уҡыу йылы алдынан “Юлдаш” радиоһы ҙур байрам ойоштора. Ул баш ҡаланың “Ватан” этнопаркында үтә. Тамашала республиканың бик күп танылған һәм йәш йырсылары ҡатнаша.

13 авг, 16:29

Өфөләге Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль аварияһы һәм башҡа радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан герой-ликвидаторҙарға һәйкәл асыла

Тантана иртәгә була. “Улар ысын батырҙар. Ил ҡушҡанды үтәнеләр”, ти Чернобыль ливидаторы Фәнис Хәлиуллиндың хәләл ефете Әлфирә ханым.

13 авг, 16:16

Ауырғазы районында хужаһыҙ юл төҙөкләндерелә

Был юл – ҡот-осҡос хәлдә. Мәктәп автобусы балаларҙы белем усағына тиклем алып бара алмай. Автомобилдең тайып китеп, түңкәрлеү хәүефе бар, тип яҙған халыҡ социаль селтәрҙәрҙә. Район хакмиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Артур Фәйзуллин беҙҙең телерадиокомпанияғы ошондай аңлатма бирҙе.

13 авг, 16:09

Республика халҡы хәрби самолеттар менән таныша ала

17 августа илебеҙҙә һауа флоты көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Кушнаренко районындағы "Первушин" аэродромында авиация-спорт байрамы үтә. Тамашасылар осоусыларҙың һәм парашютсыларҙың үҙенсәлекле сығышын ҡарай ала.

13 авг, 15:50

Республикаға Даниянан һыйырҙар килтерелде

Голштин-фриз тоҡомло 500-гә яҡын мал Саҡмағош районындағы “Базы” ауыл хужалығына оҙатылды. Һыйырҙарҙы алыу өсөн дәүләт субсидия бүлгән. Уларҙың төп аҙығы бесән, ти зоотехник Данис Шәрифуллин.

13 авг, 15:42