Йәмғиәт

Кушнаренко районы Рәсмәкәй ауыл биләмәһендә милли проект ярҙамында юл төҙөкләндерелгән

Сифатлы һәм хәүефһеҙ. Кушнаренко районы Рәсмәкәй ауыл биләмәһендә милли проект ярҙамында төҙөкләндерелгән автомобиль юлы участкаһын йәмәғәтселек вәкилдәре ҡабул итте. Күсмә юл лабораторияһы һәм тикшереү һөҙөмтәләре менән танышҡандан һуң улар барлыҡ талаптар теүәл үтәлгән тигән һығымта яһаны.

16 авг, 21:26

Мәскәүҙән Өфөгә осоусы самолет кире аэропортҡа әйләнеп ҡайтырға мәжбүр булған

Бөгөн көндөҙ UTair авикомпанияһы самолеты «Внуков» аэропортына әйләнеп ҡайтҡан. Бының сәбәбен экипаж командиры ҡоштарҙың һауа судноһы тәҙрәһенә бәрелеүе менән аңлатҡан. Әлеге ваҡытта самолетты алмаштырырға ҡарар ителгән.

16 авг, 21:24

Өфөлә урман китапханаһы асылды

Еңеү паркына килеп ял итеүселәрҙең хәҙер асыҡ һауала нәфис әҙәбиәт менән танышыу мөмкинлеге бар. “Российская газета” баҫмаһының был социаль проектын баш ҡалала йәшәүселәр ҙә хуплай. Әйткәндәй, газетаға урман хужалығы министрлығы ла ярҙам күрһәтте. Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айрат Искәндәров һөйләй.

16 авг, 19:20

Яңы биҫтәгә заманса спорт майҙансығы

Хәйбулла районы үҙәге – Аҡъяр һуңғы йылдарҙа йылдам үҫә. Уның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә айырым биҫтә барлыҡҡа килде. Бында 25-ләп урам иҫәпләнә. Быйыл яңы биҫтәлә “Уңайлы ҡала мөхите” сиктәрендә парк төҙөкләндерелә. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән Сәлимә Байгилдина һөйләй.

16 авг, 19:11

Сибайҙа “Алға” берҙәм транспорт картаһы эшләй башланы

Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов карта ярҙамында йәмәғәт транспортында ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү өҫтөнлөктәрен тикшереп ҡараған.

16 авг, 19:00

Киләһе йылғы уңышты ҡайғыртып

Республика аграрийҙары ужым сәсә башланы. Тәүгеләрҙән булып был эшкә Көйөргәҙе районының “Искра” хужалығы тотондо. Хужалыҡтың баш агрономы Рәүеф Абдуллин һөйләй.

16 авг, 18:16

Өфө “Һөт иле” фестиваленә әҙерләнә

Быйыл байрамға килгән халыҡты 12 тонна һөт менән һыйлаясаҡбыҙ, ти ойоштороусылар. Башҡортостан һөт берлеге рәйесе Илдар Фәйзуллин һөйләй.

16 авг, 16:32

Өфөлә велосипед һәм самокаттар прокаты була

Проектҡа 85 миллион һум самаһы инвестиция һалына. Документ буйынса, ҡалала станция-парковкалар урынлаштырыу ҡарала. Баш ҡала мэры Өлфәт Мостафин инвестиция проектын хупланы һәм яуаплы ойошмаларға велопарковка урындарын билдәләү бурысын йөкмәтте. Инвесторҙар проектты киләһе йылда тормошҡа ашырырға ниәтләй.

16 авг, 13:37

ЮНЕСКО эксперттары Башҡортостан геопарктарында булды

Абруйлы ҡунаҡтар Салауат районында “Янғантау” геопаркын ҡараны, шулай уҡ Ишембайҙа эшсе төркөм ултырышын үткәрҙе. Унда Торатауҙа геопарк булдырыу мәсьәләһе ҡаралды.

16 авг, 10:11

Радий Хәбиров район һәм ҡала башлыҡтарына халыҡтың ял итеү урындарын тәртипкә килтерергә ҡушты

Был турала Республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров эш сәфәре менән Благовещенда булды. Бында ул ҡала быуаһын ҡараны. Район хакимиәте башлығы Олег Голов белдереүенсә, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы билмәне тәртипкә килтереү буйынса конкурсҡа заявка биргән.

16 авг, 10:00

М5 федераль трассаһында ремонт 15 сентябргә тиклем барасаҡ

Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының айырым өлөштәрендә асфальт ҡатламы яңыртыла. Шулай уҡ юл үткәүеле конструкцияларын буяу, таҙартыу, үлән сабыу эштәре башҡарыла. Юлсылар эшен БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева күҙәтте.

15 авг, 23:18

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрәй халҡы һыу артынан күрше районға йөрөй

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрәй ауылында һыу юҡ. Ике тиҫтә йыл дауамында ауыл халҡы күрше райондан эсәр һыу ташырға мәжбүр. Һыу үткәргестәре ҡасан эшләй башлар БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейрәрова асыҡланы.

15 авг, 23:17

Башҡортостанда #ШАЙМОРАТОВ флешмобы башланды

Иҫке стиль буйынса 15 август данлыҡлы 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы легендар комдив хөрмәтенә флеш мобта ҡатнашырға саҡыра.

15 авг, 22:42

Өфө ҡалаһында инвалид балаларға байрам ойошторолдо

Өфө ҡалаһы инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы, мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм оло йәштәгеләрҙең «Аҫаба» хәйриә фонды бағыусылар ярҙамында балаларға инклюзив байрам ойошторҙо.

15 авг, 22:41

Ғафури районында малдары һәләк булған ғаиләләргә ярты миллион һумлыҡ зыян килгән

Ғафури районы Юлыҡ ауылында һигеҙ ғаиләнең 15-ләп эре малы ташҡын мәлендә иҫке пантон күпер терәүҙәренә тығынға эләгеп һәләк була. Яңы бетон күпер капиталь ремонтҡа ябылған була. Ҡаза көтөлмәгәндә килә.Күҙ терәп торған мал-тыуарынан яҙған ғаиләләргә ярты миллион һумлыҡ матди зыян килгән. Йылға ташыуы арҡаһында һәләк булған мал хужалары страховка, йә булмаһа компенсация алырмы? Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

15 авг, 22:38

Эсәр һыу сифатын яҡшыртыу буйынса төбәк программаһы ҡабул ителде

Башҡортостанда «Таҙа һыу» федераль проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, киләһе алты йылда Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Ҡыйғы һәм башҡа райондарҙа һыу менән тәьмин итеү системалары яңыртыла.

15 авг, 22:38

Башҡортостан ауыл һәм ҡалаларында регистраторҙар эшләй

Халыҡ иҫәбен алыу алдынан белгестәр урамдар атамаһы, йорттан һаны буйынса аныҡлыҡ индерергә тейеш. Регистраторҙар, йәғни теркәүселәр ошо эш менән мәшғүл. “Ике ай дауамында улар үҙҙәренә тәғәйен биләмәне ҡарап сыға”, ти Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышында мәғлүмәти-аңлатыу эштәрен ойоштороусы Фәнил Ҡоҙаҡаев.

15 авг, 19:05

Бөгөн Археологтар көнө

Башҡортостанда ҡаҙылма асыштар яһалып тора. “Өфө – 2” ҡаласығында табылған ҡомартҡылар - шулар иҫәбендә. Улар иҫбатлауынса, хәҙерге баш ҡала урынында борон да үҙ заманы өсөн үҫешкән ҙур ҡала булған. Инде бер нисә йыл бында ғилми тикшеренеүҙәр, ҡаҙыу эштәре алып барыла. Археолог булыр өсөн бер нисә һөнәргә эйә булырға кәрәк,ти “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы белгесе Марсель Шәмсетдинов.

15 авг, 18:44

Хәмер һатыусыларға ҡаршы рейд һөҙөмтәләре иғлан ителде

“АнтиДилер” Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы йәмәғәт хәрәкәте Өфөлә бер ай дауамында тикшеренеү алып барҙы. Уның һөҙөмтәләре менән Рәсәй Йәмәғәт палатаһы вәкиле һәм хәрәкәт етәксеһе Дмитрий Носов таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа хоҡуҡ һаҡсылары ялған спиртлы эсемлектәр һатыуға күҙ йомоп ҡарай.

15 авг, 16:16

Сит өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттар Өфөлә

Бөгөн милләттәштәребеҙ Башҡортостанда милли мәғарифты үҫтереү статегик сессияһында ҡатнаша. Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында үтә. Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәли Хәсәнов әйтеүенсә, был осрашыу дуҫлаштыра, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшырта.

15 авг, 16:05