Сәйәсәт

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге Затон йылылыҡ-электр станцияһында булды

Ул 2008 йылда төҙөлә башлаған, уҙған йылдың мартында файҙаланыуға тапшырылған. Был объект Өфөлә энергияға ҡытлыҡты бөтөрөгә булышлыҡ иткән, шулай уҡ 3 миллион квадрат метр торлаҡты йылы менән тәьмин итеү мөмкинлеге бар.

23 окт, 12:00

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн рәсми сәфәр менән Өфө районында

Ул Дмитриевка ауылында "Өфөмебель" компанияһы цехтарын ҡараны. Радий Хәбиров йорт һәм офистар өсөн мебель, мәктәптәр өсөн өҫтәл һәм ултырғыстар етештереү менән танышты, хаҡтар менән ҡыҙыҡһынды.

23 окт, 11:00

Башҡортостан парламентында ике яңы депутат

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев бөгөн Тимур Хәкимов һәм Максим Власенко менән осрашты. Уларға депутат танытмаһы тапшырылды. Был депутаттар парламентҡа өҫтәмә һайлауһыҙ үтте.

21 окт, 18:23

Башҡортостанда араҡы менән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

Был турала бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырышында белдерҙе.

21 окт, 15:00

Башҡортостан башлығы бөгөн Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Ильяс Умаханов менән осрашты

Ильяс Умаханов республикаға Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыу өсөн килгән. Радий Хәбиров менән осрашыуҙа һүҙ милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, Башҡортостанда киләһе йылдарҙа уҙасаҡ Фольклориада менән Евразиаданы юғары кимәлдә ойоштороу хаҡында барҙы.

19 окт, 23:14

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Республика Хөкүмәтен формалаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Республика Хөкүмәтен формалаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Исемлек 24 октябргә тиклем тикшерелгәндән һуң, килештереү процедураһы уҙасаҡ.

19 окт, 23:07

Башҡортостан башлығы Хөкүмәткә конкурентлыҡты үҫтереү буйынса юл картаһын һөҙөмтәлерәк итергә ҡушты

Радий Хәбиров был турала бөгөн йәмәғәт советы ултырышында белдерҙе. Уның эшендә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Михаил Евраев ҡатнашты.

18 окт, 21:03

Конкуренция – төбәк иҡтисадын үҫтереүсе төп йүнәлештәрҙең береһе

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы янындағы конкуренция үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышы үтте. Республикала Рәсәй хөкүмәте ҡабул иткән стандарттарға ярашлы, был өлкәлә эш әүҙем алып барыла. Һөҙөмтәләр яҡшы, Башҡортостан Рәсәйҙә конкуренция үҫеше буйынса 7-се урында тора, тине Республика башлығы Радий Хәбиров.

18 окт, 16:08

Александр Бутенко Башҡортостандың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Указға Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

16 окт, 15:30

Башҡортостан Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлеген нығыта

Ташкент делегацияһы эш сәфәре менән Өфөгә килде. Рәсми ҡунаҡтар менән Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров осрашты.

16 окт, 10:00

Киләсәккә мөһим бурыстар билдәләнде

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә төп бурыстарҙың береһе - йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү. Бынан тыш, ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттарын төҙөүгә иғтибар артырға тейеш. Был турала ил президенты янындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет ултырышында премьер-министр Дмитрий Медведев белдерҙе.

15 окт, 10:00

Радий Хәбиров ил төбәктәре башлыҡтарының медиарейтингында өсөнсө урынға ҡуйылған

"Медиалогия" эксперттары сентябрь айы өсөн анализ һөҙөмтәләрен иғлан итте.

14 окт, 11:05

Владимир Путин яңы һайланған губернаторҙар менән осрашты

Саҡырылған 19 төбәк етәксеһе араһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та бар. Ил башлығы барыһын да һайлауҙа еңеүҙәре менән ҡотлап, тауыш биреүселәрҙең өмөтөн аҡлауҙарын теләне. Владимир Путин барыһының да идара итеү эшендә ҙур тәжрибәһе булыуы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә өмөтөн белдерҙе.

09 окт, 22:42

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы итеп Фәнис Әминев тәғәйенләнде

Был турала бөгөн респубилка хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Фәнис Әминевҡа 52 йәш. Ул Баймаҡта тыуған.

07 окт, 12:12

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй энергетика аҙналығы” халыҡ-ара форумында ҡатнашты

Пленар ултырышта ил Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Быйылғы форумда доньяның 80 иленән 200-ән ашыу компания, 10 мең ярым кеше ҡатнаша.

03 окт, 10:00

Ултырыштар - башҡорт телендә

Республика башлығы Радий Хәбировтың кәңәшмә-ултырыштарҙы башҡорт телендә уҙғарыу башланғысына райондар әүҙем ҡушыла. Ошо көндәрҙә Дәүләкән районы Советы ултырышы ла туған телдә ойошторолдо. Районда күпләп башҡорттар йәшәүен иҫәпкә алғанда, ул ғәҙәти күренешкә әйләнергә тейеш тигән фекерҙә ҡалды депутаттар.

02 окт, 15:00

Башҡортостан дуҫлыҡ һәм татыулыҡ төйәге

Республика башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара "Валдай" дискуссия клубы ултырышында ҡатнашты, "Рәсәй һәм ислам донъяһы" тигән сессияла сығыш яһап , ул шулай тип белдерҙе.

02 окт, 10:00

Владимир Путин граждандарҙың бер нисә категорияһын килемгә һалым түләүҙән азат итте

Рәсәй президенты Владимир Путин граждандарҙың бер нисә категорияһын килемгә һалым түләүҙән азат итеү тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

30 сен, 15:04

Дәүләкән районында юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә, экология мәсьәләләренә иғтибарҙы арттырыу ҡарала

Был һорауҙар район советы ултырышында ҡаралды. Дәүләкән районы хакимиәте етәкселәре һәм депутаттары совет ултырышында ҡараған проблемалар төбәктә йәшәгән һәр кешегә ҡағыла.

27 сен, 22:03

2024 йылға тиклем республиканың юл-транспорт хужалығы өс төп эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса үҫешәсәк

Торлаҡ төҙөлөшө, сәнәғәт, юл һәм транспорт. Был йүнәлештәр бөгөн 2024 йылға тиклем төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһындағы указ үтәлешенә арналған брифингта өйрәнелде. Киләһе биш йылда республиканың юл-транспорт хужалығы өс төп эшмәкәрлек йүнәлеше билдәләгән. Халыҡ ташыуҙы системалаштырыу, юл хәрәкәтен мөмкин тиклем хәүефһеҙ итеү һәм күләмле инфраструктура проекттары тормошҡа ашырыу.

27 сен, 22:02