Сәйәсәт

Башҡортостан Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлеген нығыта

Ташкент делегацияһы эш сәфәре менән Өфөгә килде. Рәсми ҡунаҡтар менән Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров осрашты.

16 окт, 10:00

Киләсәккә мөһим бурыстар билдәләнде

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә төп бурыстарҙың береһе - йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү. Бынан тыш, ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттарын төҙөүгә иғтибар артырға тейеш. Был турала ил президенты янындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет ултырышында премьер-министр Дмитрий Медведев белдерҙе.

15 окт, 10:00

Радий Хәбиров ил төбәктәре башлыҡтарының медиарейтингында өсөнсө урынға ҡуйылған

"Медиалогия" эксперттары сентябрь айы өсөн анализ һөҙөмтәләрен иғлан итте.

14 окт, 11:05

Владимир Путин яңы һайланған губернаторҙар менән осрашты

Саҡырылған 19 төбәк етәксеһе араһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та бар. Ил башлығы барыһын да һайлауҙа еңеүҙәре менән ҡотлап, тауыш биреүселәрҙең өмөтөн аҡлауҙарын теләне. Владимир Путин барыһының да идара итеү эшендә ҙур тәжрибәһе булыуы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә өмөтөн белдерҙе.

09 окт, 22:42

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы итеп Фәнис Әминев тәғәйенләнде

Был турала бөгөн респубилка хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Фәнис Әминевҡа 52 йәш. Ул Баймаҡта тыуған.

07 окт, 12:12

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй энергетика аҙналығы” халыҡ-ара форумында ҡатнашты

Пленар ултырышта ил Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Быйылғы форумда доньяның 80 иленән 200-ән ашыу компания, 10 мең ярым кеше ҡатнаша.

03 окт, 10:00

Ултырыштар - башҡорт телендә

Республика башлығы Радий Хәбировтың кәңәшмә-ултырыштарҙы башҡорт телендә уҙғарыу башланғысына райондар әүҙем ҡушыла. Ошо көндәрҙә Дәүләкән районы Советы ултырышы ла туған телдә ойошторолдо. Районда күпләп башҡорттар йәшәүен иҫәпкә алғанда, ул ғәҙәти күренешкә әйләнергә тейеш тигән фекерҙә ҡалды депутаттар.

02 окт, 15:00

Башҡортостан дуҫлыҡ һәм татыулыҡ төйәге

Республика башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара "Валдай" дискуссия клубы ултырышында ҡатнашты, "Рәсәй һәм ислам донъяһы" тигән сессияла сығыш яһап , ул шулай тип белдерҙе.

02 окт, 10:00

Владимир Путин граждандарҙың бер нисә категорияһын килемгә һалым түләүҙән азат итте

Рәсәй президенты Владимир Путин граждандарҙың бер нисә категорияһын килемгә һалым түләүҙән азат итеү тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

30 сен, 15:04

Дәүләкән районында юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә, экология мәсьәләләренә иғтибарҙы арттырыу ҡарала

Был һорауҙар район советы ултырышында ҡаралды. Дәүләкән районы хакимиәте етәкселәре һәм депутаттары совет ултырышында ҡараған проблемалар төбәктә йәшәгән һәр кешегә ҡағыла.

27 сен, 22:03

2024 йылға тиклем республиканың юл-транспорт хужалығы өс төп эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса үҫешәсәк

Торлаҡ төҙөлөшө, сәнәғәт, юл һәм транспорт. Был йүнәлештәр бөгөн 2024 йылға тиклем төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһындағы указ үтәлешенә арналған брифингта өйрәнелде. Киләһе биш йылда республиканың юл-транспорт хужалығы өс төп эшмәкәрлек йүнәлеше билдәләгән. Халыҡ ташыуҙы системалаштырыу, юл хәрәкәтен мөмкин тиклем хәүефһеҙ итеү һәм күләмле инфраструктура проекттары тормошҡа ашырыу.

27 сен, 22:02

Генджехан Тунай Төркиә Республикаһында Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн уның менән Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС илдәренең эшҡыуарлыҡ форумында йәмәғәт башланғысында Башҡортостан вәкиле булараҡ килешеүгә ҡул ҡуйылған.

27 сен, 22:00

ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бизнес делегациялары Өфөгә килде

Бизнес форумы бөгөн эш башланы. Унда 30-ға яҡын илдән 3 мең делегат ҡатнаша.

26 сен, 12:00

Башҡортостан Евразиаданы ҡабул итеүе мөмкин

Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың "Евразия халыҡтары ассамблеяһы" делегацияһы менән осрашыуында белдерелде.

26 сен, 11:10

Өфөлә 2022 йылда милли спорт төрҙәре буйынса Евразия уйындарын ҡабул итәсәк

Абруйлы сараны ойоштороу һәм уҙғарыу үҙенсәлектәре бөгөн Республика башлығының Евразия халыҡтары ассамблеяһы вәкилдәре менән осрашыуында ҡаралды. Евразиада буйынса юл картаһын әҙерләү ҙә ҡаралған.

25 сен, 23:03

Тәфтиш комитетының республика идаралығында яңы етәксе

Ил президенты Владимир Путин Указы менән был вазифаға юстиция генерал-лейтенанты Денис Чернятьев тәғәйенләнде. Ул 1974 йылда Төмәндә тыуған.

25 сен, 11:00

Башҡортостанда еңел сәнәғәт тауарҙары күләмен арттырыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа үткән парламент уҡыуҙары сиктәрендә белгестәр был өлкәне үҫтереү юлдары буйынса фекер алышты. Бөгөнгө көндә төбәктә еңел сәнәғәт тауарҙарын етештереүсе 400-ҙән ашыу предприятие иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса тармаҡта аҡса әйләнеше 11 миллиард һумға тиң.

24 сен, 21:35

Башҡортостан парламентының эшмәкәрлеге Радий Хәбиров ҡул ҡуйған сентябрь указын иҫәпкә алып аныҡланасаҡ

2 октябрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай янындағы Консультация советында депутаттар Башҡортостандың үҫеш стратегияһы тураһында документҡа бәйле нормаларҙы ҡарай. Республика парламентының көҙгө сессияға эш планы билдәләнә, тип белдерҙе спикер Константин Толкачев.

24 сен, 12:00

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттар менән видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе

Радий Хәбиров бөгөн үк йылытыу миҙгеленә күсеү буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе, министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре, муниципаль берәмектәр башлыҡтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмә ярты сәғәт элек кенә тамамланды.

23 сен, 22:51

Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың алдағы биш йылға үҫеше тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Был турала бөгөн хөкүмәт ултырышында белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, документ төрлө йүнәлештәрҙе ентекле анализлап әҙерләнгән. Тиҙҙән хөкүмәт ағзалары брифингтарҙа стратегик үҫеш йүнәлештәре тураһында аныҡ аңлатмалар бирәсәк.

23 сен, 11:00