Сәйәсәт

Республика Үҙәк һайлау комиссияһында бөгөн 8-се сентябрҙәге тауыш биреүҙәргә йомғаҡ яһалды

Комиссия рәйесе Илона Макаренко белдереүенсә, барлыҡ бюллетендар ҙа тикшерелгән. Республика башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттар араһынан 50 проценттан күберәк тауыш йыйғаны еңеүсе тип иғлан ителә. Тауыштар нисбәте ошолай, тине Илона Макаренко.

09 сен, 13:02

Башҡортостан хөкүмәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Андрей Назаров тәғәйенләнде

.Был турала бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Андрей Назаровҡа 49 йәш. Ул Баймаҡ ҡалаһында тыуған.

09 сен, 11:09

Республикала Берҙәм тауыш биреү көнө тыныс шарттарҙа үтте

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Берҙәм тауыш биреү көнө тыныс шарттарҙа һәм ойошҡан рәүештә үтте, тип белдерҙе. Башҡортостан башлығын һайлауҙа халыҡтың күпселеге тап уның өсөн тауыш бирҙе. Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ҙур яуаплылыҡ алыуын, халыҡ ышанысты аҡларға әҙер булыуын белдерҙе.

09 сен, 11:00

Башҡортостан хөкүмәтендә ҙур үҙгәрештәр булмай, төп өлөшө һаҡлана

Был турала Республика башлығы вазифаһына кандидаттар араһынан иң күп тауышты алған Радий Хәбиров белдерҙе.

09 сен, 10:00

Дмитрий Медведев Радий Хәбировҡа Башҡортостан үҫешендә ҙур уңыштар теләне

Берҙәм тауыш биреү көнөнөң тәүге һөҙөмтәләре буйынса "Берҙәм Рәсәй" партияһы алдынғылыҡты һаҡлап ҡала. Был турала фирҡә рәйесе, премьер-министр Дмитрий Медведев белдерҙе.

09 сен, 09:00

Башҡортостанда һайлау бюлетендәренең 90 проценттан күберәге эшкәртелгән

Республика башлығы вазифаһына кандидаттар араһында Радий Хәбиров иң күп тауышты алған. Һайлаусыларҙың 81,97 проценты уның өсөн тауышын биргән.

09 сен, 08:00

Республикала бөгөн 3 мең 434 һайлау участкаһы халыҡты ҡабул итте

Республикала 3 миллион 50 меңдән ашыу кеше тауыш бирергә хоҡуҡлы. Философия фәндәре докторы, академик Фәнил Фәйзуллин быйыл һайлауҙа айырыуса йәштәрҙең әүҙемлеген билдәләп үтте.

08 сен, 22:28

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында Мәғлүмәт үҙәге эшен йомғаҡлай

Унда беҙҙең хәбәрсебеҙ Бәйтулла Фәтҡуллин эшләй. Ул студия менән тура элемтәгә сыҡты. Хәйерле кис, Бәйтулла, һинән һуңғы яңылыҡтар көтәбеҙ.

08 сен, 22:03

Республикала һайлау участкалары бер сәғәт элек ябылды

Әле комиссия ағзалары бюллетендарҙы иҫәпләй. Башҡортостанда бөгөн 818 һайлау кампанияһы үтте. Төп сәйәси ваҡиға – ул Башҡортостан башлығы өсөн тауыш биреү булды.

08 сен, 22:00

Республикала 3 миллион 50 меңгә яҡын һайлаусы бар

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 сәғәткә электораттың 57 проценты тауыш биргән. Был 1 миллион 720 мең һайлаусы тигән һүҙ. Ҡалалар буйынса халыҡтың әүҙемлеге йәһәтенән Сибай менән Күмертау, райондар араһында Тәтешле, Миәкә һәм Салауат алда бара.

08 сен, 21:28

Башҡортостанда һайлау тамамланды

Законға ярашлы, тауыш биреү иртәнге 7-лә башланды. Урындағы ваҡыт буйынса 21 сәғәттә барлыҡ участкалар ҙа ябылды.

08 сен, 21:00

Башҡортостанда 3 мең 434 һайлау участкаһы эшләй

Комиссия ағзалары халыҡты йәлеп итеү өсөн төрлө алымдар ҡуллана. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында һайлау участкаларында грипҡа ҡаршы прививка эшләтергә, шулай уҡ табиптарға күренергә мөмкин. 80-гә яҡын кеше вакцинация үткән. “Башҡортостанда бөтә һайлау участкаларында медицина белгестәре эшләй”, ти Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова.

08 сен, 20:30

Башҡортостанда һайлау участкалары ябылыуға бер сәғәт ваҡыт ҡалды

Быйыл законға үҙгәреш индерелде. Тауыш биреү ике сәғәткә оҙайтылды. Һайлау участкалары иртәнге етелә асылды һәм киске туғыҙға тиклем эшләй. Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 сәғәткә халыҡтың 57 проценты тауыш биргән. Политолог Сергей Лаврентьев фекеренсә, һайлау участкалары эшен оҙайтыу ыңғай йоғонто яһай.

08 сен, 20:00

Башҡортостанда барлығы 3 миллион 49 мең 571 һайлаусы иҫәпләнә

Республикала төп участкаларҙан тыш, өҫтәлмә 37 участка булдырылды. Ундайҙары аэропорт, тимер юл вокзалдары, дауахана, тәфтиш изоляторы кеүек учреждениеларҙа асылды. Һайлауға хоҡуҡлы граждандар араһында насар күргәндәр йәки яҡтылыҡты күреүҙән бөтөнләй мәхрүмдәр бар. Өфө медицина колледжында урынлашҡан 208-се һайлау участкаһынан хәбәрсебеҙ Азамат Нуриев.

08 сен, 19:00

Башҡортостанда 3 мең 434 һайлау участкаһы эшләй

Өфөлә тауыш биреү барышын видеокамералар аша күҙәтеп барырға мөмкин. Уның адресы: нашвыбор2019 нөктә ру. Район үҙәктәрендә һәм ҡалаларҙа Һайлау бюллетендарын эшкәртеү комлекстары – КОИБ-тар ҡуйылған. “Юлдаш” радиоһы менән тура элемтәлә Өфөнөң 815-се һайлау участкаһынан комиссия ағзаһы Зилә Дибаева. Һаумыһығыҙ, тыңлайбыҙ һеҙҙе.

08 сен, 18:23

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды

Һайлау участкалары киске туғыҙҙа ябыла. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә 818 һайлау кампанияһы үтә. Төп сәйәси ваҡиға – ул Башҡортостан башлығы өсөн тауыш биреү.

08 сен, 18:00

Башҡортостан Башлығына дәғүә иткән барлыҡ кандидаттар тауыш биреп бөттө

Башҡортостан Башлығы вазифаһына 8 кандидат дәғүә итә. Кандидаттар менән хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

08 сен, 17:37

Башҡортостанда төп участкаларҙан тыш, өҫтәлмә 37 участка булдырылды

Ундайҙар аэропорт, тимер юл вокзалдары, дауахана, тәфтиш изоляторы кеүек учреждениеларҙа асылды. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһындағы 160-сы һайлау участкаһында тауыш бирергә хоҡуҡлы 854 кеше теркәлгән. Сәриә Рамазанова репортажы.

08 сен, 16:00

Һайлауҙың тәүге һөҙөмтәләре 9 сентябрҙә иртәнге сәғәттәрҙә билдәле була

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәсми һандарҙы Берҙәм тауыш биреү көнөнән һуң, 10 көн эсендә хәбәр итә.

08 сен, 15:03

Бөгөн Берҙәм тауыш биреү көнө

Республика халҡы Башҡортостан Башлығын һайлай. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Хөрмәтулла Үтәшев 111-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Беҙҙең радиоға биргән интервьюһында ул һайлауға ниндәй уйҙар менән килеүе хаҡында һөйләне.

08 сен, 15:00