Сәйәсәт

Башҡортостандың торлаҡ-йыйылма программаһын ҡулланыу тәжрибәһе илгә таратырлыға тейеш

Был турала бөгөн Республика башлығы менән осрашыуҙа Дәүләт Думаһының Финанс баҙар буйынса комитеты рәйесе Анатолий Аксаков белдерҙе. Дәүләт Думаһы депутаты билдәләүенсә, торлаҡ-йыйылма программаһы тәүге иғәнәһе булмаған граждандар өсөн айырыуса уңайлы.

27 сен, 21:13

Республика етәксеһе

Уның урынына Надир Сәмиев тәғәйенләнде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала автовокзалдар ябылыуына, транспорт эше тотҡарланыуға ялыуҙар бар. «Мин тулы мәғлүмәт әҙерләргә ҡуштым. Ете ай эсендә сығымдар ике ярым тапҡырға артҡан. "Башавтотранс" предприятиеһының шул иҫәптән ер участкаларының да һатылыуы аңлашылмай. Әгәр был ерҙәрҙең тәғәйенләнеше үҙгәрһә, башҡаса һөйләшеү буласаҡ. Мин быны туҡтатырға талап итәм»-тине төбәк етәксеһе оператив кәңәшмәлә. Бынан тыш, ул автотранспорт предприятиеһында директорҙың бер нисә туғаны эшләүен билдәләп, коррупция күренештәре барлығын да иңҡар итмәне.

22 окт, 23:38

Радий Хәбиров «Башавтотранс» етәксеһенең үҙ вазифаһын бушатыуын талап итте

Дүшәмбе ,оператив кәңәшмә барышында, Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башавтотранс» етәксеһенең эш урынын бушатыуын һораны.

22 окт, 11:38

Аҡ йортта үҙгәрештәр

Башҡортостан башлығының эштәр менән идарасыһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Гүзәл Насирова тәғәйенләнде. Был туралағы Указға Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

20 окт, 13:27

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа тәүге Президиум ултырышы үтте

Унда дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Уларҙың күбеһе социаль өлкәгә ҡағыла. Мәҫәлән, ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында. Быға тиклем 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙе тик туғыҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләр генә алһа, хәҙер мөмкинлек менән һигеҙ бала үҫтереүселәр ҙә файҙалана ала.

16 окт, 21:07

Радий Хәбиров Башҡортостан етәкселәрен нормаға һалынмаған эш аҙнаһына күсерҙе

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәләр шәмбе көнө 13 сәғәттә үтәсәк.

16 окт, 16:38

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына 29 кандидат дәғүә итә

Бөгөн был урынды биләргә теләүселәрҙе документтар ҡабул итеү тамамланды. Әлегә исемдәр билдәле түгел. Улар 22 октябрҙә конкурс комиссияһы документтарҙы тикшергәндән һуң иғлан ителәсәк.

15 окт, 23:08

Радий Хәбиров, үҙ командаһында ниндәй етәкселәргә урын булмауы хаҡында белдерҙе

Бөгөн, 15 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыһы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә үткәрҙе. Уның барышында, ҡайһы бер министрҙарҙың эшмәкәрлеге тәнҡитләнде. Унан һуң, Instagram да Төбәк Башлығы, артабан ниндәй етәкселәр менән эш итергә теләмәүе хаҡында яҙа. (к1)

15 окт, 15:54

Һигеҙ йыл да 87 көндән һуң йәнә рөхсәт

Бөгөн үк Радий Хәбиров республиканың тәүге етәксеһе Мортаза Рәхимов менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улының етәкселек иткәнән 1990-2010 ҡатмарлы йылдарҙа Башҡортоста социаль-иҡтисади үҫеш буйынса илдең алдынғы төбәктәре сафына баҫты.

13 окт, 23:13

8 йыл 87 көн

Рөстәм Хәмитов Республика менән 2010 йылдан идара итте. Шул ваҡыттағы Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев указына ярашлы 15 июлдән Башҡортостан президенты вазифаһын башҡарыусы, ә дүрт көндән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары уның вәкәләтен рәсми рәүештә нығытып ҡуйҙы. 4 йыл элек Рөстәм Хәмитов һайлаусыларҙың 82 процентҡа яҡын тауышын йыйып тағы бер мөҙҙәткә үтте, ә 2015 йылда Президент вазифаһы башлыҡ итеп үҙгәртелде. Киләһе һайлау 2019 йылдың сентябрендә тәғәйенләнгән ине. Әммә Рөстәм Хәмитов срогы тулғанын көтөп тормай отставкаға бирҙе.

12 окт, 23:23

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләүгә үҙ фекерен белдерҙе

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙенең яңы вазифаға тәғәйенләнеүенә үҙ фекерен белдерҙе. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы , Кремлдә Владимир Путин менән осрашыу барышында төшөрөлгән фотоһүрәт аҫтына, үҙ фекерен яҙҙы (к1)

12 окт, 11:27

Алтын көҙ

Ошондай исемле 20-се Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан вәкилдәре бер нисә эшлекле килешеү төҙөнө. Уларҙың тәүгеһе Республика Хөкүмәте менән "ФосАгро-Регион" компанияһы араһындағы килешеү. Документ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән ойошманың генераль директоры Андрей Вовктың ҡултамғалары менән нығытылды.

11 окт, 20:38

Башҡортостанда яуаплы эш биреүселәрҙе бүләкләнеләр

Республикала социаль яуаплы эш биреүселәр һаны артты. Хөкүмәт Йортонда конкурс еңеүселәре бүләкләнде, уларға тейешле сертификаттар тапшырылды.

10 окт, 14:33

Мэр ниндәй булырға тейеш?

Республика башлығы бөгөн Өфө ҡалаһы мэры вазифаһында ниндәй кешене күрергә теләүе хаҡында ла әйтеп үтте. Мәғлүм булыуынса, кисә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Документтарҙы 15 октябргә тиклем тапшырырға мөмкин.

09 окт, 23:40

Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс ителде

Кесе йома, 27 сентябрҙә, Ҡала округы советы ултырышында Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов үҙ вазифаһын бушатты. Ваҡытлыса башлыҡ вазифаһын башҡарыусы итеп хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов билдәләнде.

27 сен, 12:11

Яҡшы хеҙмәт хаҡы булған яңы эш урындары, йәшәү өсөн тейешле шарттар

Бөгөн Республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында төбәктәге миграцион хәлде көйләү юлдары ҡаралды. Был тәңгәлдә эш алып барыу өсөн маҡсатлы проект булдырыла, халыҡтың күсеп китеүенә килтереүсе факторҙар өйрәнелә.

26 сен, 21:08

Еңеүселәргә лайыҡлы баһа

Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара олимпиадалар еңеүселәре 60 мең һумға тиклем премия аласаҡ. Республика Башлығының ошо хаҡтағы Указы проекты бөгөн Хөкүмәт Президиумы ултырышында тикшерелде. Уны Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов алып барҙы.

25 сен, 21:26

Ирек Ялалов республиканан ситкә китмәйәсәк

Был хаҡта ул бөгөн Ҙур ҡалаларҙың халыҡ-ара ассамблеяһы форумында белдерҙе. Ул ассамблеяла президент вазифаһында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ирек Ишмөхәмәт улы Федерация Советына сенаторлыҡҡа тәҡдим ителгәйне.

21 сен, 23:27

Депутаттар мандат алды

Бөгөн Өфөлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышы депутаттарына документтар тапшырыу тантанаһы үтте. Халыҡ һайланыусыларына таныҡлыҡты Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе тапшырҙы. Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, әле төбәк парламенты яңырыу кисерә тип әйтергә мөмкин, яңы һайланған депутаттар араһында тәжрибәле сәйәсмәндәр ҙә, йәштәр ҙә бар.

20 сен, 23:32

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов вазифаһын бушата

Был мәғлүмәтте Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Итар-ТАСС агентлығында биргән интервьюһында раҫланы. Республика етәксеһе әйтеүенсә, баш ҡала мэры ғариза яҙған. Тиҙҙән ул Федерация Советына эшкә күсәсәк.

18 сен, 23:21