Сәйәсәт

Коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығына етәксе билдәләнде

Рөстәм Хәмитов Виктор Бутыркинды Коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләне. Яңы ведомство бынан бер ай элек булдырылғайны. Тейешле ҡарарға бөгөн ҡул ҡуйылды.

03 сен, 17:30

Депутаттар мандат алды

Бөгөн Өфөлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышы депутаттарына документтар тапшырыу тантанаһы үтте. Халыҡ һайланыусыларына таныҡлыҡты Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе тапшырҙы. Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, әле төбәк парламенты яңырыу кисерә тип әйтергә мөмкин, яңы һайланған депутаттар араһында тәжрибәле сәйәсмәндәр ҙә, йәштәр ҙә бар.

20 сен, 23:32

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов вазифаһын бушата

Был мәғлүмәтте Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Итар-ТАСС агентлығында биргән интервьюһында раҫланы. Республика етәксеһе әйтеүенсә, баш ҡала мэры ғариза яҙған. Тиҙҙән ул Федерация Советына эшкә күсәсәк.

18 сен, 23:21

Башҡортостанда район хакимиәте башлыҡтарының береһе ваҡытынан алда үҙ вазифаһынан китә

Республиканың Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов үҙ теләге менән вазифаһынан китте.Бындай ҡарар ошо көндәрҙә үткән муниципаль район Советында ҡабул ителде.

18 сен, 16:34

Ирек Ялалов вәләкәтен бушатамы?

Бөгөн бер нисә киң мәғлүмәт сараларында Ирек Ялалов вәкәләтен бушатыуы тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Был күҙаллауҙар баш ҡала менеджерының Федерация Советына эшкә китеүе менән бәйле. Өфө ҡалаһы хакимиәтен Ирек Ишмөхәмәт улы 2011 йылдан алып етәкләй. Бынан тыш, баш ҡала мэры "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһендә тәүге өсәү исемлегендә.

17 сен, 23:18

Рөстәм Мәрҙәнов, Хөкүмәт ағзаларын Дәүләт Йыйылышы һайлауҙарында еңеп сығыуҙары менән ҡотланы

Рөстәм Мәрҙәнов, Хөкүмәт ағзаларын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һайлауҙарында еңеп сығыуҙары менән ҡотланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кандидаттар исемлегендә «Берҙәм Рәсәй» партияһынан министерствола һәм ведомтсвола эшләп йөрөгән етәкселәр ҙә булды.

17 сен, 12:10

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 6-сы саҡырылыш депутаттары билдәле булды

Төбәк парламентының яңы составы ярайһы уҡ яңырған. Халыҡ һайланыусыларының исем-шәрифтәре республиканың төп гәзиттәрендә баҫылып сығасаҡ. Берҙәм тауыш биреү округы буйынса власть партияһына 35 мандат бүленде, Коммунистарҙан 11 кеше үтте. Либераль демократтарға 6 урын бирелһә, Ғәҙел Рәсәйҙәр 3 депутат буласаҡ. Бынан тыш, бер мандатлы округтарҙан депутаттар бар.

12 сен, 23:20

Башҡортостан сәнәғәт өлкәһе үҫеше буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә

Рәсәйҙең нефть етештереү предприятиеларының 20% республикала урынлашҡан. Әлбиттә, сәнәғәт продукцияһын етештереү тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй ҡалмай. Бөгөн төбәктең экологик проблемалары тикшерелде. Төп иғтибар нефть ташламаларынан зыян күргән Стәрлетамаҡ районына йүнәлтелде.

10 сен, 23:47

Алтынсы саҡырылыш депутаттарының тәүге ултырышы 4 октябрҙә үтәсәсәк

Был турала "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк сәйәси советы секретары, республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һайлау һөҙөмтәләренә арналған осрашыуҙа белдерҙе.

10 сен, 23:45

Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып белем биреү сертификатын индерә

Халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән механизм кәрәклеген Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Пилот проекты Хөкүмәт президиумы ултырышында ҡаралды.

02 сен, 00:13

2019 йылдан килем тураһында отчет электрон форматта яһалырға тейеш

Бының өсөн махсус программа булдырылған. Башҡортостанда хөкүмәт ағзалары быйыл уҡ килемен электрон форматта күрһәтте. Хәҙер был яңылыҡ һәр кимәл депутаттары өсөн дә ҡағылырға тейеш. Был турала Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда ришүәтселеккә ҡаршы көрәш эштәрен координациялау буйынса комиссия ултырышында белдерҙе.

02 сен, 00:09

Эшлекле осрашыу

Башҡортостандың демографияны күтәреү һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса тәжрибәһен бөтә илгә таратыу мөһим. Был турала "Ғәҙел Рәсәй" партияһы фракцияһы рәйесе Сергей Миронов бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа белдерҙе.

29 авг, 23:23

Дәүләт Думаһында водителдәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау кәрәк тип иҫәпләйҙәр

Дәүләт Думаһы депутаттары ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн язаны йомшартыуҙы тәҡдим итте.Был, йәмәғәткә хәүеф тыуҙырмайынса, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан водителдәргә ҡағыла. Документ парламенттың түбәнге палатына индерелде.

15 авг, 11:51

Башҡортостанда республика халҡының өстән ике өлөшө Рөстәм Хәмитовҡа ышанып ҡарай

Йәмәғәт фекерен өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй үҙәге Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт-сәйәси хәл торошон тикшерә. Төбәктә йәшәүселәргә Рөстәм Хәмитовтың эшмәкәрлеген баһаларға тәҡдим итәләр. Һорау алыу телефон аша башҡарыла.

08 авг, 14:53

Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы булдырылды

Республикала коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек көсәйтеләсәк.Йома, 3 августта, Рөстәм хәмитов коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы барлыҡҡа килеүе хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Идаралыҡ Республика Башлығы хакимиәте структураһына инә.

03 авг, 14:23

Республика башҡорт балын ҙур күләмдә ситкә сығарасаҡ

Айырыуса, башҡорт балын күпләп Ҡытайға сығарасаҡтар. Был хаҡта Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Сит илгә һатылған тауар яҡшы билдә алды.

26 июл, 17:44

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостандың өмөтлө башланғыстарын хуплаясаҡ

РФ-тың Ауыл хужалығы министрлығы республиканың өмөтлө башланғыстарын хуплаясаҡ. Был хаҡта ведомство етәксеһе Дмитрий Патрушев хәбәр итте. Ошо көндәрҙә ул Төбәк башлығы Рөстәм хәмитов менән осрашты.

24 июл, 14:21

Башҡортостанда күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күләме үҙгәртелде

Башҡортостанда бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күләме үҙгәрҙе. Күп балалы әсәләргә тәғәйенләнгән матди ярҙам күпкә юғары буласаҡ.

23 июл, 11:32

Өфөлә мәғариф учреждениеларында 10 августҡа тиклем ремонт эштәре тамамланырға тейеш

Ҡаланың мәғариф учреждениеларында ремонт эштәре дауам итә. Быйыл төҙөкләндереү 38 учрежденияла үтәсәк. Ремонтҡа сарыф ителгән дөйөм сумма 40 млн һум тәшкил итә.

18 июл, 10:29

Башҡортостанда Ҡоролтай һайлауына 86 кандидат сығарылған

Башҡортостанда республика парламентына депуттаттар тәҡдим итеү эше әүҙем бара. Әлеге ваҡытҡа бер мандатлы 86 кандидат сығарылған. Был мәғлүмәтте Үҙәк һайлау комитеты хәбәр итте.

17 июл, 11:28