Сәйәсәт

Шаран районында муниципаль депутаттар советының күсмә ултырышы үтте

Эш барышында улар урындағы хакимиәт, йәмәғәт вәкилдәре менән берлектә ауыл халҡы менән осрашты. Депутаттар Түбәнге Зәйет, Ерәкле, Бурһыҡ, Дүртөйлө, Йәрәмкә ауылдарын ҡараны.

04 июл, 20:10

Башҡортостанда пассажирҙар ташыусы яңы автобустар етештерәсәктәр

Башҡортостанда яңы автобустар етештереү күҙаллана. "Нефаз" автозаводы төбәктең инвестициялар проектына ингән яңы модель проект эшләй. Пассажирҙар ташыу өсөн тәғәйенләнгән автобустарҙы яҡын арала етештерә башлаясаҡтар.

17 июл, 10:02

Маҡсатлы күрһәткестәргә ирешеү өсөн инвестицияларҙы арттырыу мөһим

Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республика стратегия комитеты ултырышында белдерҙе.

11 июл, 22:51

Һәләтле балалар республикала ҡалырға, ситкә китмәҫкә тейеш

Был турала бөгөн Республика Башлығы һәләтле балаларға булышлыҡ итеүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Эште системалы алып барыу, шарттар тыуҙырыу мотлаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Кәңәшмәлә күтәрелгән проблемалар хаҡында хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.

10 июл, 23:08

Республикабыҙҙа "Сәйәси стартап" проекты тамамланған

Республиканың "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе ағзалары "Сәйәси стартап" проекты еңеүселәрен билдәләне. Илдең 25 төбәгендә старт алған был пилот проект партияны яңы кадрҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

10 июл, 21:33

"Рәсәй патриоттары" Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаттары кандидаттарын билдәләне

Һайлауҙа ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында асыҡланды. Исемлек делегаттары араһында уҙғарылған йәшерен тауыш биреү юлы менән төҙөлдө. Кандидаттар араһында төрлө һөнәр эйәләре, йәмәғәтселек вәкилдәре бары. 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылыша-Ҡоролтайҙа һайлау 2018 йылдың 9 сентябрендә үтә. "Рәсәй патриоттары" партияһы исемлегендә 180 кандидат, 55 кеше бер мандатлы округтарҙа һайлауҙа ҡатнашырға иҫәп тота.

07 июл, 20:13

Башҡортостанда тәүге сабый өсөн социаль түләүгә үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Хөкүмәте тәүге сабый өсөн социаль түләүгә үҙгәрештәр индерҙе. Хөкүмәт граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡабул итте. Күп кенә ғаиләләр ҡайһы бер талаптарға тура килмәү сәбәпле, ярҙам ала алмай.

04 июл, 10:51

Республикала алкоголь продукцияларын менән сауҙа итеү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Беренсе июлдән алкоголь продукцияларын менән сауҙа итеү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Закон ил биләмәһенә ҡағыла. Үҙгәреш рәсми рәүештә үҙ көсөнә инде.

02 июл, 11:08

Башҡортостан парламентына

Ҡарар был аҙнала партияның генераль советы президиумы ултырышында ҡабул ителде. Мәскәүҙә исемлек менән партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев таныштырҙы. Бөгөн депутатлыҡҡа дәғүә итеүселәр партияның төбәк бүлексәһе конференцияһында күрһәтелде. Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта.

30 июн, 21:15

Социалистик хеҙмәт геройҙары капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙән азат ителәсәк

Илдә социалистик хеҙмәт геройҙарын капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙән азат итергә уйлайҙар. Дәүләт Думаһында был проект ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин хәбәр итеүенсә, социалистик хеҙмәт геройҙары түләүҙәрҙән азат ителергә тейеш.

27 июн, 09:51

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һайлауҙарын уҙғарыуға 350 миллион һум тотоноласаҡ

Был турала Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев матбуғат конференцияһында белдерҙе. Һайлау алды кампанияһы бөгөндән башлана. Ә тауыш биреү көнө 9 сентябргә тәғәйенләнгән. Һайлауҙы үткәреүҙә артыҡ үҙгәрештәр юҡ, тауыш биреүселәр һаны шул уҡ кимәлдә.

20 июн, 21:07

Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, республикала юлдарҙы ремонтлау маҡсатында 20 млрд һум күләмендә аҡса сарыф ителәсәк

Кисә, 8 июндә, башҡалала Рөстәм Хәмитов Рф-тың һәм РБ-ҙың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төбәк Башлығы сығыш яһаған сағында, Башҡортостанда юлдарҙы ремонтлау маҡсатында 20 млрд һум күләмендә аҡса сарыф ителәсәк. Был хаҡта Республика Башлығының матбуғат хеҙмәте.

09 июн, 16:31

Евгений Маврин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Был туралағы Указға Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған. Евгений Маврин 1964 йылда Өфөлә тыуған. 1986 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 2003 йылда Мәскәүҙең Иҡтисад, статистика һәм информатика институтын тамамлай.

06 июн, 21:05

Башҡортостан Конституцияһы ҡабул ителеүгә 25 йыл тула

Был уңайҙан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында күләмле сараға әҙерлек мәсьәләләре барланды. Республика Конституция суды рәйесе Зөфәр Еникеев әйтеүенсә, әлеге ваҡытта юғары уҡыу йорто студенттары араһында ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрелә башлаған. Шулай уҡ яңы уҡыу йылы башланыу менән мәктәп уҡыусыларының ижади эштәрен ҡабул итеү ҙә күҙаллана.

05 июн, 21:47

Башҡортостанда урамда сауҙа иткән өсөн штраф кәметелмәйәсәк

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышында, урамда сауҙа иткән өсөн штрафтарҙы күтәреү буйынса закон проекты кире ҡағылды. Константин Толкачев билдәләүенсә, сауҙа эшендә ҡатнашыусыларға штрафтарҙы кәметеү- маҡсатһыҙ эш.

05 июн, 09:18

Республикала күп балалы ғаиләләрҙән беренсе синыфҡа барыусылар дәфтәр һәм ручкалар аласаҡ

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән беренсе синыфҡа барыусыларҙы мәктәпкә әҙерләргә ярҙам итәсәктәр. Уларға мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырыласаҡ. Был ярҙам закон менән нығытылған.

03 июн, 12:05

Кандидатлыҡҡа дәғүәселәр

3 июндә республикала "Берҙәм Рәсәй" партияһы тарафынан алдан тауыш биреү ойошторола. Унда халыҡ Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттар исемлеген билдәләй.

31 май, 21:55

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы үтте

Иң беренсе парламент ағзалары Башҡортостан Хөкүмәтенең 2017 йылда республикала дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчетын тыңланы.

31 май, 21:44

Өфөлә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә ҡараған остазлыҡ институтын булдырырға тәҡдим ителде

Был турала Башҡортостадың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында үткән Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференцияһында һүҙ барҙы. Йәғни, етәксе булып эш башларға теләүселәргә дәүләт хеҙмәтендә күптән эшләгән абруйлы хеҙмәткәрҙәр ярҙамға киләсәк

30 май, 23:22

Асыҡ фекер майҙаны

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының алдан тауыш биреүҙәрендәге дебаттарҙа ҡатнашты. "Ғүмер оҙонлоғо +80", "Сәләмәтлек һәм ғүмер оҙонлоғон тәьмин итеү" темаларына арналған фекер алышыуҙа төбәк башлығы менән бер сафта Өфөнөң 48-се поликлиникаһы баш табибы урынбаҫары Илья Селезнев, "Вектор" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әлфиә Славненко, "Рәсәй терәге" йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары, эшҡыуар Ләйсән Николаева һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры урынбаҫары, юрист Алексей Слепнев сығыш яһаны.

26 май, 20:52