Сәйәсәт

Радий Хәбиров Мәскәүҙә юл мәсьәләләренә арналған Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Мәскәүҙә дөйөм ҡулланыштағы автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләренә арналған Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты.

26 июн, 23:31

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессия осорондағы йомғаҡлау ултырышы үтте

Көн тәртибенә 50-нән ашыу мәсьәлә сығарылды. Уларҙың төп өлөшө республика закон проекттарына бәйле булды. Депутаттар 2018 йылда "Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге баҙарын көйләү" дәүләт программаһының тормошҡа ашырылыу йомғаҡтарын тыңланы.

28 июн, 23:02

Башҡортостан Башлығын һайлау барышын йәмәғәт палатаһы вәкилдәре күҙәтә

8 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа тауыш биреү ике сәғәткә оҙонайтылды. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 7-лә асыла һәм 21 сәғәткә тиклем эшләй. Уҡыу йорто студенттары өсөн дә яңылыҡ бар.

27 июн, 13:00

Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттар 20 июлдән һуң аныҡ билдәле була

Сәйәси фирҡәләр тәҡдим иткән кандидаттар муниципаль фильтр аша үтә.

27 июн, 10:10

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәренең иң яҡшы губернаторҙары рәтендә

Май һәм июнь рейтингы һөҙөмтәләре буйынса ул 13-сө урынға ҡуйылған. Милли рейтинг төрлө өлкәләрҙә эксперттар фекерҙәренә таянып төҙөлгән.

27 июн, 10:03

Башҡортостанда митингылар уҙғарыу тыйылған урындар күбәйә

Әле дауаханалар, уҡыу йорттары, социаль һәм шифахана объекттары янында рөхсәтһеҙ йыйын-митингылар ойошторорға ярамай. Хәҙер был исемлекте киңәйтергә ниәтләйҙәр.

26 июн, 08:04

Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләй

Башҡортостанда 8 сентябрҙә һайлау участкаларында 18 йәше тулған теләгән һәр кем тауыш биреү барышын күҙәтә ала. Бының өсөн алдан уҡыуҙар үтергә кәрәк. “Таҙа һайлау өсөн” "Корпусы” тигән йәмәғәт хәрәкәте күҙәтеүселәргә курстар үткәрә. Әле һайлау тәртибенә бәйле методик баҫмалар әҙерләнә.

25 июн, 12:00

Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар муниципаль фильтр аша үтә

Һайлау ҡануниәте буйынса, кандидаттар район, ҡала йәки ауыл советы депутаттарынан 454 ҡултамға йыйырға тейеш. Документтарҙы 11 июлдән ҡалмай Республика Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырырға кәрәк. Ҡултамғалар дөрөҫлөгөн Эшсе төркөм белгестәре тикшерә.

25 июн, 10:04

Күгәрсен районында «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһының сираттағы ултырышы уҙҙы

Унда ҡатнашыусылар "2020-2025 йылдарҙа ауыл ерҙәренең комплекслы уҫеше тураһындағы" дәүләт программаһы буйынса фекер алышты, Ултырышта тәҡдимдәр саф башҡортса яңғыраны.

21 июн, 22:24

Башҡортостан Башлығы вазифаһына тағы ике кандидат документ тапшырҙы

Был турала Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итәләр.

21 июн, 12:10

Башҡортостанда 47 сәйәси фирҡә эшләй

Парламентҡа инмәгән партиялар йоҡоһонан уянырға тейеш. Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев сәйәси фирҡәләрҙең Башҡортостан бүлексәләре вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

20 июн, 22:50

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Башҡортостанда теркәлгән сәйәси партия вәкилдәре менән осрашты

Парламент спикеры фирҡәләрҙең күп булыуын билдәләне. “Беҙҙә халыҡ белмәгән партиялар ҙа бар. Улар исем өсөн генә ойошторолорға тейеш түгел. Бөгөн фирҡәләрҙең эшен әүҙемләштереү маҡсатын ҡуйырға кәрәк ,- тине Константин Толкачев.

20 июн, 13:00

Күгәрсен районында «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһының сираттағы ултырышы уҙҙы

Унда ҡатнашыусылар "2020-2025 йылдарҙа ауыл ерҙәренең комплекслы уҫеше тураһындағы" дәүләт программаһы буйынса фекер алышты, үҙ фекер-тәҡдимдәрен индерҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәктә партияның "Ҡала мөхите” программаһы үтәлеше лә ҡаралды.

19 июн, 23:05

Башҡортостан башлығы вазифаһына тағы бер кандидат билдәле

"Гражданлыҡ көсө" партияһы Владимир Барабаштың һайлауҙа ҡатнашасағы тураһында иғлан иткән. Ул һайлау комиссияһына документтарын тапшырырға тейеш, исем-шәрифе бюллетендә булһын өсөн муниципаль кәртәне үтергә кәрәк, урындағы советтар депутаттарының 454 ҡултамғаһы булыуы шарт.

19 июн, 10:00

Башҡортостанда ауыл старосталары тураһында ҡануниәт ҡабул ителә

Бөгөн депутаттар закон проектын 28 июндә үтәсәк сираттағы ултырыштың көн тәртибенә индереү өсөн тауыш бирҙе. Документта билдәләнеүенсә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр староста булып китә алмай. Улар халыҡ тарафынан кәмендә ике йылға бер һайланасаҡ.

18 июн, 22:58

Башҡортостан менән Вьетнам араһында хеҙмәттәшлек нығый

Нефть һәм газ сәнәғәте, машиналар төҙөү тармағы, ауыл хужалығы. Башҡортостан менән Вьетнам Социалистик Республикаһы ошо йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлекте нығытасаҡ. Радий Хәбиров хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуаплы юғары вәкилдәр осрашыуына килгән Вьетнам йәмәғәт хәүефһеҙлеге министры То Лам менән осрашты.

18 июн, 22:56

Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәйҙең именлек хеҙмәте секретары Николай Патрушев менән Тышҡы разведка хеҙмәте етәксеһе Сергей Нарышкин килде

Баш ҡала аэропортында уларҙы Рәсәй президентының Волга буйындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡаршы алды. Юғары вазифалы ҡунаҡтар хәүефһеҙлек мәсьәләләрен көйләүселәрҙең халыҡ-ара осрашыуында ҡатнаша.

17 июн, 23:36

Башҡортостанда мәктәпкәсә учреждениеға юлламаһыҙ ҡалған ғаиләләрҙең шәхси балалар баҡсаһына сығымдарын өлөшләтә ҡаплау ҡарала

Әле уның суммаһы билдәләнә. Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендәге Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерелде. Бынан тыш, республиканың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына берҙәм сират буйынса мәғлүмәт системаһы аҙна аҙағына тиклем ата-әсәләргә бар яңылыҡтарҙы тәҡдим итергә ниәтләй. Балалар баҡсаһына ихтыяж һәм проблеманы хәл итеү юлдары хаҡында тулыраҡ беҙҙең сайтта.

17 июн, 22:45

Башҡортостан Башлығы вазифаһына тағы бер кандидат өҫтәлде

“Рәсәй патриоттары” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында Рәфис Ҡадыров кандидат итеп күрһәтелгән. “Бер нисә фирҡә кандидат булырға тәҡдим итте. Мин “Рәсәй патриоттарын” һайланым”, тип белдергән “Эхо Москвы” радиоһына биргән интервьюһында Рәфис Ҡадыров. Башҡортостанда ул “Восток” банкының элекке етәксеһе булараҡ билдәле. 2016 йылда Рәфис Ҡадыров Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ла ҡатнашты. Республика Башлығы вазифаһына әлегә 7 кеше дәғүә итә.

17 июн, 15:00

Һайлау - 2019

Бөгөн республика Үҙәк һайлау комиссияһында Радий Хәбировты Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтеү тураһында документ ҡабул ителде.

14 июн, 15:04