Сәйәсәт

«Салауат Юлаев» һаҡсыһы ла һайлауҙа ҡатнашып үҙ тауышын бирҙе

Александр Логинов тормош иптәше менән Өфөнөң Октябрь районында Рәсәй фәндәр академияһының биохимия һәм генетика институтында урынлашҡан һайлау участкаһына килде. «Салауат Юлаев» клубының тик ике тәрбиәләнеүсеһе генә Өфө пропискаһы буйынса тауыш бирә ала. Ҡалған уйынсылар һайлауҙа тыуған ҡалаларына ҡайтып ҡатнаша.

18 мар, 19:24

Өфөләләр «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы буйынса ойошторолған тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашып, ҡайһы биләмәне тәртипкә килтереү кәрәклеген билдәләй

Исемлектә - Непейцев дендропаркы, Дим, Яҡутов, Ҡашҡаҙан, Беренсе май, «Нефтехимик» паркттары бар. Шулай уҡ бюллетендә «Тулҡын», «Таш йылға» скверҙары, Максим Рыльский урамы, Өфөнөң йылға буйы өсөн дә билдә ҡуйырға була. Объекттарҙың дизайн проекттары менән 300-гә яҡын һайлау участкаһында танышырға була. Иң күп тауыш алған биләмәләр быйыл төҙөкләндереләсәк, бының өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса бүленә. Рейтинг һөҙөмтәләре 25 мартта иғлан ителә.

18 мар, 19:08

«Үҫеш партияһынан» Рәсәй Президентына кандидат Борис Титов гражданлыҡ бурысын Краснодар крайының Абрау-Дюрсо участкаһында үтәне

Һайлауға ул ғаиләһе менән килде. Титов үҙе иң тәүҙә тауыш биреп, ғаилә ағзаларының бюллетень тултырғанын көткән. Бюллетендәрҙе урнаға төшөрөү хоҡуғын Титов командаһы йәш быуынға биргән.

18 мар, 13:34

Бөгөн Рәсәй халҡы ил президенты өсөн тауыш бирә

Иртәнге сәғәт 8-ҙә Башҡортостанда 3 мең 436 һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты. Һайлаусылар һаны - 3 миллион 43 мең ярым. Республикала 3 миллион 68 меңлдән ашыу бюллетень баҫтырылған. Улар рус, рус- башҡорт һәм рус-татар телдәрендә. Уларҙы теләгән һәр кем үҙ телендәге бюллетенды алырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ электрон урналар өсөн 349 мең самаһы бланк әҙерләнгән. Ҡала һәм райондарҙа тауыштарҙы һанау өсөн 181 участкала бюллетендәрҙа комплекслы эшкәртеү комплекстпары урынлаштырылған. Өфө ҡалаһының һәм райоынының дүрт тиҫтәгә яҡын һайлау учкасткаһында яңы быуын КОИБ-тары ҡулланыла. Бөгөн һайлау учкасткаларында күҙәтеүселәрҙең һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре күпләй п эшләй. Шулай уҡ ОБСЕ миссияһы күҙәтеүселәре- Швейцария менән Финляндия вәкилдәре лә килгән.

18 мар, 10:09

Иртәгә Республикала һайлау барышын Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күҙәтеп барырға мөмкин

Беҙҙең телеканалдың яңылыҡтар хеҙмәте журналистары иртәнге сәғәттәрҙән алып район-ҡалаларҙың һайлау участкаларынан тура эфирға сыға. Үҙәк һайлау комиссияһында әле күсмә станцияны урынлаштырыу бара. «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында иртәгә асыласаҡ матбуғат үҙәгендә лә техник хеҙмәтләндереү бурысы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы иңендә ята. Белгестәр әйтеүенсә, был яуаплы бурысты атҡарыу артыҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай, сөнки Республиканың төп телеканалы мәртәбәле һәм ҙур сараларҙы даими трансляциялай.

17 мар, 20:31

Иртәгә Рәсәй халҡы ил президенты өсөн тауыш бирә

Закон буйынса, тауыш биреүгә бер тәүлек алдан тынлыҡ көнө иғлан ителә. Бөгөн барлыҡ форматтағы өгөт-агитациялар тыйыла, һайлаусылар кем өсөн тауыш бирергә икәнлеген үҙҙәре уйлап хәл итергә тейеш. Йәкшәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙә Башҡортостанда 3 мең 436 һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асасаҡ. Һайлаусылар һаны - 3 миллион 43 мең ярым. Республикала 3 миллион 68 мең бюллетень баҫтырылған. Улар рус, рус- башҡорт һәм рус-татар телдәрендә. 18 мартта теләгән һәр кем үҙ телендәге бюллетенды алырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ электрон урналар өсөн 349 мең самаһы бланк әҙерләнгән.

17 мар, 20:30

Рәсәйҙең ғәмәлдеге Президенты Владимир Путин ил граждандарын йәкшәмбе, 18 мартта уҙасаҡ һайлауҙа ҡатнашырға саҡырҙы

Был турала ул махсус мөрәжәғәттә белдерҙе. Рәсәй лидеры халыҡты Конституция буйынса властың берҙән-бер сығанағы булыуын һәм илебеҙҙең киләсәге тап халыҡ ихтыярына бәйле икәнлеге хаҡында иҫкәртте. «Бөйөк, яратҡан Рәсәйҙең киләсәген һайлау хоҡуғын файҙаланығыҙ», - тип өҫтәне Владимир Путин.

16 мар, 23:59

Бөгөн ил президентын һайлау алды агитация кампанияһының һуңғы көнөн кандидаттар үҙ файҙаһына уҙғарып ҡалырға тырышты

Төрлө төбәктәргә сығып, берәүҙәр һайлаусылары менән аралашты. Томск өлкәһенән Борис Титов мәҫәлән, Өфөлә һайлаусылар менән осрашты. Бәғзеләр телевидение аша киң аудитория алдында сығыш яһаны. Ә PutinTeam командаһы яңы ағзалар ҡабул итте.

16 мар, 23:15

Мәскәүҙә «Рәсәй- мөмкинлектәр иле» тип исемләнгән йәштәр форумы тамамланды

Асыҡ платформа һәләтле йәштәрҙе табыу һәм үҫтереү маҡсатында ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторола.

16 мар, 17:51

Рөстәм Хәмитов: Башҡортостан һәр саҡ Владимир Путиндың ярҙамын тоя

БСТ каналына биргән ҙур интервьюла Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының яңыраҡ Өфөгә килеүе тураһында һөйләне. Владимир Путин һәр саҡ ябай халыҡтың пробемаларына кешесә ҡарай, тине ул.

16 мар, 00:16

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентын һайлауҙарға әҙерлеккә баһа бирҙе

БСТ каналына биргән ҙур интервью сиктәрендә Башҡортостан Башлығы, был һайлауҙар бөтә ил тормошонда иң мөһим сара, тип белдерҙе. Республика һайлау үткәрергә тулыһынса әҙер.

16 мар, 00:07

Рөстәм Хәмитов өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар өсөн борсолоуын белдерҙе

БСТ каналына биргән ҙур интервьюһында Рөстәм Хәмитов өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданғандар темаһын да ситләп үтмәне. Һәр береһе өсөн борсолоуын белдерҙе.

16 мар, 00:04

2030 йылға Башҡортостан халҡы уртаса 80 йыл йәшәйәсәк

Рөстәм Хәмитов БСТ каналына ҙур интервью биргән ваҡытта, республикала ғүмер оҙонлоҙо тураһында һорау күтәрҙе. 2030 йылға уртаса йәшәү дауамы 80 йәшкә етергә тейеш, тине ул.

16 мар, 00:00

Башҡортостанда халыҡтың 80% үҙ тормошо менән ҡәнәғәт

БСТ-ға биргән ҙур интервью сиктәрендә Рөстәм Хәмитов республикала башҡарылған ижтимағи-иҡтисади сәйәсәт тураһында һөйләне. Һорау алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, күпселлек халыҡҡа Башҡортостанда йәшәү оҡшай.

15 мар, 23:59

Өфөлә асылған Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге һуңғы 40 йыл эсендә төҙөлгән иң ҙур энергетик объект булды

БСТ каналына биргән ҙур интервьюһында Рөстәм Хәмитов республиканың энергетика тармағы торошо тураһында һөйләне. Затон йылылыҡ-энергетика үҙәген һуңғы 40 йыл эсендә төҙөлгән иң күләмле ваҡиға булыуын билдәләне.

15 мар, 23:49

Йәмәғәтселектән һорау алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Башҡортостан халҡының 80 проценты төбәктә йәшәү кимәлен ыңғай баһалай

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың тормош сифаты яҡшыра. Һандарға күҙ һалғанда, былтыр 35 мең тирәһе яңы фатир алынған, ә бына автомобилдәр һатыу күләме хатта, 30 процентҡа артҡан. Был турала бөгөн Республика Башлығы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Һәм «Рәсәй 24» каналдарына биргән интервьюһында белдерҙе.

15 мар, 23:47

Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

Сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселеге менән осрашыуҙа Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Рәсәй Президенты һайлауҙарына тулыһынса әҙер булыуын иғлан итте.

15 мар, 18:12

Сәйәси фирҡәләрҙең күплеге йәмғиәттең әүҙемлеге тураһында һөйләй

Тимәк, халыҡ үҙ иленең киләсәге, социаль-иҡтисади үҫешенә битараф түгел, тине Рөстәм Хәмитов партия вәкилдәре менән әңгәмәлә. Рәсми булмаған аралашыу күп кенә мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү мөмкинлеге бирә. Ә уларҙы халыҡ араһынан сыҡҡан партия вәкилдәренән дә яҡшыраҡ белеүсе юҡтыр, тине төбәк башлығы.

14 мар, 23:47

Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек барышында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк

Бөгөн ике яҡ араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Эре һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр сәйәси кампаниянан ситтә ҡалмаҫ тип көтөлә. Быға тиклем төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге республиканың башҡа предприятие-ойошмалары менән дә бәйләнештәрен нығытҡайны.

14 мар, 21:59

Ауылға ҡайтҡан йәш белгестәр ярты миллион һум аҡса аласаҡ

Был турала Республика Башлығы Агросәнғәт форумының пленар ултырышында иғлан итте.

14 мар, 18:16